Пермь крайының Барҙы ауылында “Барҙы йыйыны” милли байрамы үтте. Ғәҙәттәгесә байрамда төрлө халыҡтарҙың этноауылдары кәүҙәләндерелде. Быйыл башҡорт ауылын Тәтешле районы делегацияһы һәм Пермь крайындағы тарихи-мәҙәни үҙәк күрһәтте. Башҡорт тирмәһе, боронғо ихата, халыҡтың көнкүрешен кәүҙәләндергән табын, тормош кәрәк-яраҡтары, халыҡ оҫталары күргәҙмәһе, данлыҡлы яҡташтарҙың шәжәрәләре барыһы ла иҫтә ҡалырлыҡ булды. "Бал ихатаһы” килгән ҡунаҡтарҙы йылы ҡаршыланы, һәр кем татлы ризыҡтан ауыҙ итте һәм һатып алды. Ҡунаҡтарҙың уҡтан атыу буйынса мәргәнлеккә ярышыу мөмкинлеге лә булды.
Башҡорт этноауылына Пермь крайы хакимиәте губернаторы вазифаһын башҡарыусы Александр Смертин, Барҙы муниципаль округы башлығы Хәлил Алапанов, Пермь крайы буйынса баш федераль инспектор Сергей Половников килде. Башҡортостандан “Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәте” рәйесе, Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ҡолһарина, Тәтешле районы хакимиәте башлығы Фәнүр Шәйхисламов, “Без башкортлар” төньяҡ-көнбайыш башҡорттары йәмәғәтселек хәрәкәте етәксеһе Радик Бәхтиев һәм Тәтешле районы делегацияһы ҡатнашты.
Башҡорт ауылындағы театрлаштырылған осрашыу һәм концерт программаһын Тәтешле районының мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәрҙәре ойошторҙо. Был этноауыл байрамдағы иң сағыу, матур биҙәктәргә бай, халыҡтың иғтибарын яулаған күркәм күренеш булды. Йыйында ҡатнашыусылар, төбәк делегациялары, ижади коллективтар парадынан һуң Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы күрһәткән концерт программаһы байрамдың ысын мәғәнәһендә йөҙөк ҡашы булды.
Фото:VK.com