Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
19 Июнь 2022, 21:30

Урал батыр төйәгендә

Бөрйәндә I Бөтә Рәсәй балалар һәм йәш сәсәндәр конкурс-фестивале булып үтте

Урал батыр төйәгендә
Урал батыр төйәгендә

Башҡортостан мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Башҡортостан сәсәндәре үҙәге ойошторған конкурста Башҡортостан район-ҡалаларынан һәм Саха (Яҡутия), Мәскәү, Красноярск, Ҡырғыҙ Республикаһынан сәсәндәр ҡатнашты. Һүҙ оҫталарына Ҡырғыҙстандан абруйлы ҡунаҡ, филология фәндәре докторы,  “Манас” эпосын өйрәнеүсе һәм башҡарыусы Талантаалы Бакчиев, шағир Айҙар Хөсәйенов; халыҡ сәсәне Асия Ғәйнуллина; филология фәндәре докторы, халыҡ сәсәне Розалия Солтангәрәева; фольклорсы, филология фәндәре кандидаты Ранис Алтынбаев баһа бирҙе. Гран-прины Баймаҡ районынан Мирас Үҙәнбаев һәм ҡырғыҙ егете Гулджигит Кубанычбеков яуланы.

5 - 12 йәшлектәр араһынан I дәрәжә Дипломына Өфөнән Дарья Топычканова эйә булды. 2 урынды Бөрйән районынан Илмир Ҡужабаев, 3 урынды Мәләүез районынан Альбина Ғәйфуллина алды.

Махсус приздар менән Мәләүездән  Мария Рау, Дыуандан Аида Йомағужина, Хәйбулланан Тимур Билалов, Сибайҙан Айһылыу Кәримова, Баҡалынан Миләүшә Дусиева бүләкләнде.

13 – 25 йәшлектәр араһында I дәрәжә лауреаты Тойғон Гоголев (Саха-Яҡутия Республикаһы); II дәрәжә лауреаты – Гөлүзә Әхмәҙиева (Дәүләкән районы); III дәрәжә лауреаты Велытяк Мария (Мәскәү ҡалаһы) булды.

Гала-концерт Иҫке Собханғол ауылы урамында асыҡ һауала үтте. Конкурста ҡатнашыусыларҙы һәм ҡунаҡтарҙы Республика халыҡ ижады үҙәгенең генераль директоры Артур Алибаков һ.б. сәләмләне. Бөрйән районы хакимиәте башлығы Ғәзиз Манапов, сараның ҙур әһәмиәткә эйә икәнлеген билдәләп: “Фестивалдең районыбыҙҙа юҡҡа ғына үткәрелмәй. Сөнки беҙҙең изге төйәгебеҙ Урал батыр эҙҙәрен һаҡлай”, – тине.

Оло байрамды “Арғымаҡ” этно-төркөмөнөң сығышы, Рөстәм Ғиззәтуллиндың, Зилиә Бәхтиеваның, Алтынай Вәлитовтың дәртле йырҙары йәмләне.

Фото: Айһылыу Ғарифуллина

Урал батыр төйәгендә
Урал батыр төйәгендә
Урал батыр төйәгендә
Урал батыр төйәгендә
Урал батыр төйәгендә
Урал батыр төйәгендә
Автор:Танзиля Давлетбердина
Читайте нас в