Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты һәм “Табын ырыуҙары берләшмәһе” төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһы Ғафури районы хакимиәте менән берлектә Табын ырыуының башҡорт йәштәрен Еҙем йылғаһы буйына, Имәндәш, Ташаҫты ауылдары янындағы гүзәл, һоҡланғыс аҡланға, сал тарихлы мәғрур Уҡлыҡая итәгенә – “Башҡортостан йөрәге”нә йыйҙы.
Күсмә эстафета – ғафуриҙарҙа
Табын ырыуы башҡорт йәштәренең IV төбәк-ара фестивалендә республикабыҙ ҡалаларынан, Ғафури, Ауырғазы, Әбйәлил, Учалы, Балтас, Архангел, Тәтешле, Ҡырмыҫҡалы, Дәүләкән райондарынан һәм Ырымбур өлкәһенән делегациялар ҡатнашты.
Әйткәндәй, Табын йәштәренең беренсе фестивале 2017 йылда Архангел районының Абҙан ауылы эргәһендәге майҙанда үткәйне, икенсеһен иһә 2018 йылда Ҡырмыҫҡалы районының Бишауыл-Уңғар ауылы ҡабул итте, өсөнсөһө 2019 йылда Тәтешле районында үткәрелде.
Беренсе көндә был сараға килгән Табын йәштәре Еҙем-Ҡаранда Мәжит Ғафуриҙың һәм Ҡаранйылғала Жәлил Кейекбаевтың йорт-музейында булып, бай күргәҙмәләр менән танышты, Ерек ауылы янындағы Башҡортостандың география үҙәгендә булды. Ә кисен улар өсөн этно-дискотека ойошторолдо, ямғыр яуып торһа ла, Сәғиҙулла Байегет, Илгиз Абдрахманов, Линар Хәлилов, Айнур Ғәзизовтарҙың һәм “Бишбармаҡ” төркөмөнөң концертын ҡарап, йәштәр йырлап-бейеп күңел асты, бер-береһе менән аралашты.
Икенсе көнөнә иртә менән Табын ырыуы йәштәре, сараның йәме, биҙәге булған ҡурай сәскәһе һүрәтләнешендә урынлашҡан тирмәләрҙе ҡараны. Иртә таңдан йылға буйлап һуҙылып, тауҙарға күтәрелгән аҡ томанда һәр кем тәбиғәтте видеоға, фотоға төшөрөп ҡалырға тырышты.
Тарих мәңгеләштерелде
Ҡунаҡтарҙы хөрмәтләп ҡаршы алғандан һуң, сараға йыйылыусылар иң тәүҙә Еҙем йылғаһы ярында йәнә бер арт-объект асыу тантанаһын тамаша ҡылды. “Батырҙар рухы” тип аталған был стела, 2019 йылда башҡорт һәйкәлдәренең дауамы булараҡ, тыуған төйәгебеҙ – тарихи Табын ырыуы ерҙәрен ҡурсалаған батыр рухлы ҡаһарман ҡан-бабаларыбыҙға бағышланып, тарихи хәтерҙе һаҡлау, данлы тарихыбыҙҙы мәңгеләштереү һәм төбәккә туристарҙы күберәк йәлеп итеү маҡсатында йәмәғәт башланғысында барлыҡҡа килгән.
Уны асыуға күп көс һалған бер төркөм ир-егеттәргә Ғафури район хакимиәтенең Рәхмәт хаттары тапшырылды.
– Был – тарихи урын. Беҙ тарихты оноторға тейеш түгелбеҙ. Электән батырҙарыбыҙ булған һәм буласаҡ, – тип билдәләне район хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов үҙенең сығышында.
Тарихыбыҙҙы сағылдырған объектты асыуҙа Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Рөстәм Ишмөхәмәтов, Ғафури район советы рәйесе Фаил Зәйнетдинов, шулай уҡ сик буйы ғәскәрҙәре ветерандары исеменән Фаил Байшөғөров сығыш яһап, изге теләктәрен еткерҙе.
Артабан был һоҡланғыс ерҙә төп байрам сараһы уҙҙы. Йәштәрҙе байрамдың хөрмәтле ҡунаҡтары тәбрикләп, ҡайнар сәләмләне.
Рәсәй һәм Башҡортостан гимндарын тыңлағандан һуң, район мәҙәниәт һарайының йыр ансамбле “Табындар” гимнын башҡарҙы. Табын ырыуы флагын күтәреү хоҡуғы “Табын ырыуҙары берләшмәһе” төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһы советы рәйесе Фәнил Ҡоҙаҡаевҡа һәм Фәнзил Сыңғыҙовҡа бирелде.
Фестивалде асыу тантанаһында район артистары һәм һәүәҫкәрҙәре әҙерләгән тамаша бында йыйылған халыҡты тарихыбыҙ төпкөлөнә алып китте. Артабан Фәнил хәҙрәт Басиров, йыйынға фатиха биреп, изге теләктәрен еткерҙе. Ошонда уҡ был сараны юғары кимәлдә үткәргәндәре өсөн “Табын ырыуҙары берләшмәһе” төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһы советы ағзаһы Ниязбай Сәлимовҡа һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы, тарих фәндәре кандидаты Нурислам Ҡалмантаевҡа Рәхмәт хаты тапшырылды, сараның ойоштороу комитеты рәйесе Әлфиә Ғимаҙиева, Тәтешле районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Әлфиә Шәйнурова Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының “Ал да нур сәс халҡыңа” миҙалы менән бүләкләнде.
Һәләтле лә беҙҙең йәштәр!
Рәсми тантана тамамланғас, йәштәр тарих менән бөгөнгөнө бәйләп ойошторолған майҙансыҡтарҙа үҙҙәренең нимәгә һәләтле икәнлеген күрһәтте. Сараның иң сағыу мәлдәренең береһе “Табын батыры” һәм “Табын һылыуы” конкурстары булғандыр. Төрлө райондарҙан килгән һигеҙ батыр һәм һигеҙ һылыу ҡыҙ ҡатнашты унда. “Табын батыры”нда ир-егеттәр үҙҙәре менән таныштырҙы, концерт күрһәтте, ҡул көрәше – армрестлингта, милли көрәштә көс һынашты. Һөҙөмтәлә Ғафури районынан Илгиз Сабиров – Гран-при, Илмир Әхмәтйәнов (Дәүләкән) – беренсе, Салауат Миңлебаев (Әбйәлил) – икенсе, Илгиз Рәхмәтуллин (Архангел) – өсөнсө, Илфат Әлмөхәмәтов (Ҡырмыҫҡалы) – дүртенсе, Эдуард Борисов (Тәтешле) – бишенсе, Илдар Усманов (Ауырғазы) алтынсы урынды яуланы.
“Табын һылыуы” конкурсында Венера Хәмәтнурова (Балтас) – Гран-при, Гөлнара Юлбарисова (Ғафури) – беренсе, Азалия Рамаҙанова (Ҡырмыҫҡалы) – икенсе, Алһыу Мусина (Архангел) – икенсе, Эльвира Ахунова (Тәтешле) – өсөнсө, Гөлшат Мөсәләмова (Дәүләкән) дүртенсе урынды яуланы. Барлыҡ еңеүселәргә лә дипломдар, ҡиммәтле бүләктәр тапшырылды.
Байрамда йәштәр спорт ярыштарында ла теләп ҡатнашты – улар волейбол, шахмат, шашка, гер күтәреү, уҡ атыуҙа үҙҙәрен һынап ҡараны. Йола буйынса, һәр район бер спорт төрө буйынса ярыш үткәрҙе.
Волейбол буйынса Ҡырмыҫҡалы районы – беренсе, Ғафури – икенсе, Архангел өсөнсө урынға сыҡты. Шахматта Ғафури йәштәре алдынғылыҡты бер кемгә лә бирмәне. Икенсе урында – ҡырмыҫҡалылар, өсөнсөлә архангелдәр булды.
Уҡ атыуҙа Илшат Хәбибуллинға (Ғафури) тиңдәр табылманы, ул почетлы беренсе урынға лайыҡ булды. Ғафури уҡсылары командаһы ла алтын награда яуланы. Дөйөм мәрәйҙәр буйынса беренсе урын – архангелдәргә, икенсе урын ҡырмыҫҡалыларға бирелде.
Табын ырыуы башҡорт йәштәренең IV төбәк-ара “Табын-фест-2022” фестиваленә әҙерлек осоронда районыбыҙҙа Табын ырыуы башҡорттары ғаиләләре араһында өс номинацияла бәйге үтте.
“Табын ырыуының өлгөлө йәш ғаиләһе” номинацияһында – Имәндәш ауылынан Илмира һәм Әнүр Зәйнешевтәр ғаиләһе, “Табын ырыуының күп балалы өлгөлө ғаиләһе” номинацияһында – Эльвира һәм Айрат Яхиндар ғаиләһе, “Табын ырыуы йәш ғаиләһенең өлгөлө йорт” номинацияһында Ҡауарҙы ауылынан Миңзилә һәм Фәнзил Сөләймәновтар еңеүсе булып билдәләнде.
Ғафури районынан күсмә эстафетаны – Табын-фест штандартын балтастар ҡабул итеп алды.
- Әлфиә ВӘЛИЕВА
Ғафури районы