Былтыр көҙ Әбйәлил районының Тупаҡ ауылында Венгрияның Будапешт ҡалаһынан ғалим-этнографтар ҡунаҡта булғайны. Ғалимдар башҡорт һәм мадъярҙарҙың уртаҡ тамырҙарын өйрәнергә килгән.
Венгрия Фәндәр Академияһының Этнография институты ғалимдары, этнограф Давид Шомфаи Кара һәм антрополог Иштван Санта, үҙҙәрен башҡорт исемдәре менән - Дауыт һәм Иштуған тип таныштыра. Давид башҡорт телен үҙаллы өйрәнгән.
Улар уҙған быуат башында Башҡортостан буйлап экспедицияла Дюла, йәғни Юлай Мэйсаруш эҙенән үтер өсөн килгән. Үҙҙәре менән алып килгән фотоһүрәттәрҙә 1909 йылда төшөрөлгән Тупаҡ мәсете, мәктәбе, урамы бар. Ул ваҡытта беҙҙә, әлбиттә, фотоаппараттар булмай. Шуға күрә әлеге рәсемдәр ҡомартҡы рәүешендә һаҡланған изге әйберҙәр кеүек ҡабул ителә. Уларҙа ауыл халҡы үҙҙәренең ата-бабаларын сырамыта хатта.
Иштуған менән Дауыт та бик күп фотолар төшөрөп ала. Ауыл халҡы менән аралаша, өлкән йәштәгеләрҙең һөйләгәндәрен ихлас тыңлай. Дауыт әбйәлилдәр менән башҡорт телендә аралаша, хатта халыҡ йырын башҡарып та күрһәтә.
Фото: oskon.info/articles/t-rl-n-n/2021-10-01/tupa-auylynda-vengriya-alimdary-buldy-2527290