Башҡортостан Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Мәскәүҙә үтәсәк “Һабантуй-2022” дөйөм ҡала байрамы алдынан республиканың Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле – Хөкүмәт Премьер-министр урынбаҫары Сергей Греков майҙансыҡты тикшерҙе һәм ойоштороу комитетынан коллегалары менән “Коломенское” музей-ҡурсаулығы биләмәһендә эшлекле кәңәшмә үткәрҙе.
“Сараны уҙғарыу буйынса беҙ төп һорауҙарҙы, Мәскәү ҡалаһында йәшәгәндәргә Башҡортостан вәкилдәре әҙерләгән программаны тикшерҙек, концерт, төрлө саралар, башҡорт ихатаһы күргәҙмәһе һәм сауҙа нөктәләрен ойоштороуҙың бөтә үҙенсәлектәре тураһында һөйләштек. Коллегалар ҡаланың күп милләтле байрамы форматында һабантуйҙар үткәреү тәжрибәһе менән бүлеште. Планлаштырылған сараның юғары кимәлдә үтеренә ышанам”, - тине Сергей Греков.
Һабантуй үтәсәк майҙансыҡтағы ойоштороу кәңәшмәһендә шулай уҡ Ойоштороу комитеты ағзалары - Башҡортостандың Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле урынбаҫары Илдар Бикбаев, Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәте башлығы Әлфир Сабиров, Ишембай районы хакимиәте башлығы Азат Ишемғолов та ҡатнашты.
Быйыл Башҡортостандың тарихын, мәҙәниәтен, хәҙерге көндәге ҡаҙаныштарын Ишембай һәм Ҡырмыҫҡалы райондары күрһәтә.
“Һабантуй - Мәскәүҙә яҡташтарыбыҙҙы йәлеп итеп уҙғарған иң ҙур сараларҙың береһе. Башҡортостанда тыуып үҫкәндәргә үҙ мәҙәниәтен иҫкә төшөрөү, ә мәскәүҙәргә халҡыбыҙҙың йолалары менән танышыу мөмкинлеге буласаҡ”, - тине Башҡортостандың тулы хоҡуҡлы вәкиле.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2 июлдә “Коломенское” музей-ҡурсаулығы биләмәһендә “Һабантуй-2022” дөйөм ҡала байрамы уҙғарыласаҡ. Ҡунаҡтар Башҡортостандың сәнғәт оҫталарының, башҡорт эстрадаһы йондоҙҙарының концертын ҡараясаҡ, ижади коллективтарҙың сығыштары нон-стоп режимында үтәсәк.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.