Быйыл башҡорт теле ғилеменә нигеҙ һалыусыларҙың береһе, беренсе башҡорт әлифбаһы авторҙашы, тәүге орфография һүҙлеге һәм юғары уҡыу йорттары өсөн башҡорт теле әсбабы авторы Һамар башҡорто Ғәббәс Дәүләтшиндың тыуыуына 130 йыл тула.
Халҡыбыҙҙың олуғ шәхесе
Былтыр октябрҙә үк Башҡортостан Халыҡтар дуҫлығы йортоноң “Ата-бабалар ауазы” грант проектына ярашлы, ғалимдың тыуған яғында, Һамар өлкәһенең Оло Глушица ауылында, уға һәйкәл ҡуйылғайны. Шулай уҡ ғалимдың тыуған ерендә, Оло Глушица районының Ташбулат-Күстән ауылында, ғалимды иҫкә алыу сараһы ойошторолдо. Унда район вәкилдәре, ауыл халҡы, Һамар өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы ағзалары, әүҙем милләттәштәребеҙ ҡатнашты. Ғәббәс Дәүләтшиндың рухына бағышлап доға уҡылды, яҡташтары уның ҡаҙаныштарын иҫкә алды. Әммә һәйкәлде рәсми асыу тантанаһын теге йәки был сәбәптәр арҡаһында кисектерергә тура килде.
Ниһайәт, был иҫтәлекле ваҡиға бойомға ашты: ошо көндәрҙә һәйкәл асыу тантанаһы ойошторолдо, унда Һамар өлкәһе вәкилдәре һәм Башҡортостан делегацияһы, шул иҫәптән Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаттары Эльвира Айытҡолова, Александр Хинштейн, урындағы йәмәғәт ойошмалары әүҙемселәре ҡатнашты.
Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты, Бөтә донъя башҡорттарының Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова һәйкәлде асҡанда:
– Быйыл Рәсәй Федерацияһы халыҡтарының мәҙәни мираҫ йылы иғлан ителде – был һәммәһе өсөн дә бик мөһим. Бөгөн Рәсәй Дәүләт Думаһы, дәүләт власы органдары кимәлендә илебеҙҙәге дуҫлыҡты, татыулыҡты һаҡлау өсөн бихисап эш башҡарылыуын күрәбеҙ. Рәсәй халҡы – беҙҙең күп милләтле, ҡеүәтле илебеҙҙә йәшәгән милләттәр гөлләмәһе ул. Был һәйкәлдең барлыҡҡа килеү тарихы иһә беҙҙең ҡоролтай вәкиленең Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Александр Хинштейнға мөрәжәғәт итеүенән башланды. Башҡортостан менән Һамар өлкәһе көстәрен берләштерә алыуыбыҙға сикһеҙ шатбыҙ, тап шуға бөгөн шуның һөҙөмтәһен күрәбеҙ. Ғәмәлдә, Дәүләтшиндар ғаиләһе өсөн Һамар өлкәһе – ул тыуған яҡ, Ватан. Бөгөн ошо изге ерҙә Стәрлетамаҡ филармонияһы солистарының сығышын, ҡурай моңон, башҡорт халҡы өсөн үтә мөһим булған “Урал” йырын ҙур тулҡынланыу менән тыңланыҡ. Дәүләтшиндар ғаиләһенең һәр вәкиле тыуған яғында ошондай башҡорт көй-моңон ишетеүгә сикһеҙ шат булыр ине, тип уйлайым. Әлбиттә, тарихи мираҫты, тарихи хәтерҙе һаҡлау, киләһе быуындарға тапшырыу беҙҙең өсөн бик мөһим. Александр Евсеевич та “Тарихи хәтер” партия проекты координаторы булып тора. Илһөйәрлек, Ватаныбыҙға һөйөү бәләкәйҙән тыуған телебеҙҙе белеүҙән, әсә телен һөйөүҙән, донъяла кем булыуыңды, ғаиләңде, ата-бабаларыңды таныуҙан, хөрмәт итеүҙән башлана. Нәҫел, тел, ғаилә төшөнсәләре туранан-тура ҡеүәтле илебеҙ һәм уның тарихы менән бәйле, – тип билдәләне.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты рәйесе, тарих фәндәре кандидаты Юлдаш Йосопов ғалимдың исеме тел ғилеме үҫешендә тотош дәүерҙе билдәләүен телгә алды, киләсәктә уның иҫтәлегенә төбәк-ара һәм федераль кимәлдәге түңәрәк өҫтәлдәр һәм ғилми конференциялар арналасаҡ.
– Быйыл көҙ Һамар ғалимдары менән берлектә Ғәббәс Йәғәфәр улының иҫтәлегенә арналған ғилми-ғәмәли конференция үткәрергә ниәтләйбеҙ. Был Башҡортостан, Һамар өлкәһе һәм Волга буйы төбәктәре ғилми даирәләренең берлектәге тәүге сараһы түгел, шуға күрә бындай эшлекле аралашыуҙарҙың һөҙөмтәлелеген яҡшы күҙаллайбыҙ. Бынан алдағы конференция тыуған яҡты өйрәнеү мәсьәләләренә һәм археология өлкәһендәге тикшеренеүҙәргә арналды, быйыл иһә Рәсәй телдәрен өйрәнеү һәм үҫтереү, телдәрҙе һанлаштырыу, филологияның яңы сиктәре, диалектология темалары тәүге планға сыға, – тине Юлдаш Мөхәммәт улы.
Ырғыҙ буйы – бәрәкәтле төбәк
Ғәббәс Йәғәфәр улы Дәүләтшин 1892 йылдың 24 сентябрендә Һамар губернаһы Пугачев өйәҙенең Ташбулат-Күстән ауылында тыуған. Уны халҡыбыҙ хәҙерге башҡорт тел ғилеменә нигеҙ һалыусыларҙың береһе, юғары мәктәп уҡытыусыһы, йәмәғәт эшмәкәре, 1929 – 1937 йылдарҙа Башҡортостан Үҙәк Башҡарма Комитеты ағзаһы тип белә.
Арҙаҡлы милләттәшебеҙ башланғыс белемде мәҙрәсәлә алған. Беренсе донъя һуғышында ҡатнашҡан. 1918-1919 йылдарҙа – Ташбулат-Күстән ауыл советында, ә 1919 йылдан Һамар һәм Ырымбур губерналарында халыҡ мәғарифы бүлектәрендә мөдир һәм инспектор булып эшләгән. Башҡортостан Мәғариф халыҡ комиссариаты саҡырыуы буйынса, 1924 йылдан Өфөләге В. И. Ленин исемендәге урта мәктәптә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡытҡан. 1929 – 1931 йылдарҙа Ленинградта Көнсығыш телдәре институтында уҡыған. Унда ғәрәп теле, төрки телдәрҙең сағыштырма грамматикаһы, төрки халыҡтары телдәренең тарихи үҫеше, фольклоры, эксперименталь фонетикаһы кеүек проблемаларҙы һәм фәндәрҙе өйрәнгән.
1931 йылдан К.А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтында башҡорт теле кафедраһы мөдире булып эшләй башлаған.
1920 – 1930 йылдарҙа башҡорт теленең диалекттары, орфографияһы буйынса мәҡәләләр серияһын баҫтырған, башҡорт мәктәптәре, техникумдары, рабфактары өсөн дәреслектәр төҙөгән. 1930 йылда Ғ. Й. Дәүләтшин “Башҡорт теленең орфографик һүҙлеге”н нәшер иткән, унда 11 мең һүҙ индерелгән. Юғары уҡыу йорттары өсөн “Башҡорт теле” дәреслеге, артабан “Башҡорт теленең синтаксисы” кеүек китаптар ижад иткән.
Башҡорт тел ғилеменә нигеҙ һалыуға, уны артабан үҫтереүгә ҙур өлөш индергән шәхес 1929 йылдан Башҡортостан Үҙәк Башҡарма Комитеты ағзаһы булған. 1937 йылда репрессияланған, атыуға хөкөм ителгән. 1956 йылда тулыһынса аҡланған.
Ауылға йәм биреп тора
Башҡорт халҡының арҙаҡлы улына һәйкәл Оло Глушица ауылының тыуған яҡты өйрәнеү музейы скверында ҡуйылған. Һәйкәл ҡулына китап тотҡан егетте һынландыра. Уның бейеклеге – дүрт метр. Һәйкәлдең скульпторы – Рәсәйҙең, Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Хәниф Хәбибрахманов. Ул шулай уҡ баш ҡала йәме булған “Ете ҡыҙ” фонтанының һәм композитор Заһир Исмәғилев һәйкәленең авторы булараҡ та билдәле.
Бронзала мәҙрәсәлә белем алған, оло тормошҡа аяҡ баҫып торған 18 йәшлек Ғәббәс кәүҙәләндерелгән. Алда уны Беренсе донъя һуғышының окоптары, мәктәптә уҡытыусылыҡ иткән йылдары, Ленинград Көнсығыш институтында уҡыу, Өфөләге К.А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтында (хәҙерге Башҡорт дәүләт университеты) башҡорт теле кафедраһында ғилми эштәр осоро көтә. Ул әлегә алдағы яҙмышын күҙалламай, әммә халҡына рухи, ғилми файҙа килтереү ниәте менән яна, уның яҡты киләсәге өсөн хеҙмәт итергә әҙер...
Ғалимдың иҫтәлеген мәңгеләштереү йәһәтенән изге ниәтте – Һамар өлкәһе башҡорттары ҡоролтайының башланғысын Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Александр Хинштейн, Башҡортостан Хөкүмәте, “Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы” халыҡ-ара йәмәғәт ойошмалары берлеге һәм Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хуплаған. Һәйкәл Башҡортостандың Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды ярҙамында, республиканың Халыҡтар дуҫлығы йортоноң “Ата-бабалар ауазы” грант проектын ғәмәлгә ашырыуға ярашлы ҡуйылған.
Һәйкәлде асыу тантанаһынан һуң рәсми ҡунаҡтар Оло Чернигов ауылындағы Рәсәйҙең күренекле әҙиптәре Рәшит Ниғмәтигә, Һәҙиә Дәүләтшинаға, Ғөбәй Дәүләтшинға арналған иҫтәлекле таҡтаташҡа сәскәләр һалды.
Етеҙҙәр һәм көслөләр ярышты
Шулай уҡ ошо көндә Һамар өлкәһенең Оло Чернигов районы Имеләй ауылында Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫ йылына арналған “Йыйын” өлкә башҡорт байрамы булды.
Йыйын – халыҡ мәҙәниәтендә әһәмиәтле ваҡиғаларҙың береһе, борондан килгән башҡорт байрамы. Элегерәк йыйындар ырыуҙың сәйәси һәм социаль мәсьәләләрен хәл итеү маҡсатында уҙғарылған. Күңелле һәм сағыу булыуы, ҡыҙыу спорт ярыштарының һәм батырҙар алыштарының ҡомары, байрам рухы менән йыйын төрлө быуын кешеләрен берләштергән, көтөп алынған сара булған.
Шуға күрә бөгөнгә тиклем йыйын, башҡорт халыҡ байрамы һабантуй менән бер рәттән, башҡорттарҙың ғына түгел, шулай уҡ үҙҙәренең тарихи тамырҙарына һәм йолаларына һаҡсыл ҡарашта булған башҡа бик күп милләт вәкилдәренең дә яратҡан байрамы булып ҡала.
Һамар ерендә үткән йыйынға килгәндә, “Ете тирмә” башҡорт байрамы майҙансығы ойошторолдо, һабантуйға килеүселәр милли ризыҡтарҙан ауыҙ итте, Һамар өлкәһе Ырғыҙ-Кәмәлек башҡорттарының көнкүреше менән таныша алды. Байрам майҙансығында ҡатнашыусыларҙы ҡыҙыҡлы спорт ярыштары, затлы приздар, башҡорт халыҡ уйындары, милли аш-һыу күргәҙмәһе, милли ихаталар конкурсы ылыҡтырҙы һәм берләштерҙе.
Шулай ҙа, Һамар ерендә үткән һабантуйҙың төп сараһы “Бәйге” булды, тип әйтһәк, һис тә яҙыҡ булмаҫ. Сараны Һамар өлкәһенең “Башҡорттар ҡоролтайы (конгресы)” милли мәҙәниәткә булышлыҡ итеү йәмәғәт ойошмаһы, Оло Глушица һәм Оло Чернигов муниципаль райондары хакимиәттәре ойошторҙо, башланғысты Һамар өлкәһе һәм Башҡортостан Республикаһы хөкүмәттәре лә хупланы, һәр яҡтан ярҙам күрһәтте.
Суҡмар ырғытыу, “Тарт-эт” таяҡ тартыу, арҡан тартыу һәм бүрәнә ауҙарыу кеүек бәйгеләр башҡорт халҡының милли ярыш төрҙәре булып тора, уларҙың тулы исемлеге ике тиҫтәгә яҡын.
Байрам сәхнәһендә тамашасылар алдында Оло Глушица, Оло Чернигов райондарының милли ижади коллективтары, Стәрлетамаҡ дәүләт концерт-театр берләшмәһе артистары сығыш яһаны.
Александр Хинштейн,
Һамар өлкәһенән Рәсәй
Дәүләт Думаһы депутаты:
– Ғәббәс Йәғәфәр улы Дәүләтшиндың тел ғилеменә, башҡорт халҡы тарихына индергән өлөшө – ул бөйөк илебеҙ Рәсәйҙең дә ҡаҙанышы. Кешеләр күренекле яҡташтарының исемен онотмаҫҡа тейеш – был башланғыс тап ошоно дәлилләй. Беҙ күп милләтле дәүләттә йәшәйбеҙ, һәм башҡорт ғалимының уның үҫешенә индергән өлөшө бик ҙур, заманында уның эштәре Рәсәй фәнен үҫтереүҙәге сираттағы аҙым булған. Һамар өлкәһендә күп милләт вәкилдәре татыу һәм дуҫ йәшәй, һәйкәл асылыуы ла быға асыҡ дәлил. Уның эргәһенән үтеүселәр һәр саҡ Рәсәй беҙҙең уртаҡ йортобоҙ икәнлеген аңлаясаҡ.
Хәниф Хәбибрахманов,
скульптор:
– Ошо һәйкәл өҫтөндә эшләүемә бик ҡыуанам. Хеҙмәтемдең бер өлөшө тап Һамар ерендә – ошо бәрәкәтле төбәктә буласағын белеү миңә ҙур кинәнес килтерҙе. Эш еңелдән булмаһа ла (ғалимдың фотоһүрәттәре бик аҙ һаҡланып ҡалған), уның үҙ халҡына һәм Тыуған иленә хеҙмәт итеү теләген бронзала тормошҡа ашыра алыуыма шатмын.
Элла Дәүләтшина,
Ғәббәс Дәүләтшиндың ейәнсәре,
кинорежиссер-документалист:
– Бөгөн бөтәбеҙ өсөн дә ҙур байрам. Һамар ерендәге бәләкәй генә башҡорт ауылдарынан ни тиклем билдәле кешеләр сыҡҡан! Бөгөн ҡәҙерле олатайым тыуған еренә әйләнеп ҡайтҡандай тойолдо. Ағастың тамырҙары ныҡ булһа, улар кипмәй.
Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА
Һамар өлкәһе.