

“Балам, бына был – беҙҙең ерҙәр. Уны күҙ ҡараһылай һаҡлау – һинең бурыс. Килер бер көн, һин ир ҡорона етеп, башҡаланып сығырһың. Өйәнең теге яры һинең – Мырҙаҡайҙың ерҙәре булыр. Бейҙәр нәҫеленән беҙ, улым. Ерҙе, ҡотто, башҡорт рухын һаҡла. Кесе табындар беҙ, онотма!” Атаһы Сәйетбабаның аманатын тота Мырҙаҡай. Йылдар үтеп, Өйәнең ике яҡ ярында ике ауыл барлыҡҡа килгәс, Мырҙаҡай халыҡҡа шулай тип өндәшә: “Кесе Табын ырыуының ике ауылын берләштереп, байрам ойошторабыҙ. Бөгөндән башлап беҙҙең ауыл Сәйетбаба тип аталыр!”
“Йыйын – Сәйетбаба ауылы нәҫелдәре фестивале” ауылдың барлыҡҡа килеү тарихын сағылдырған ошондай театрлаштырылған тамаша менән башланды. 50-нән ашыу үҙешмәкәр артист (балаларҙан алып ололарға тиклем) йәлеп ителгән был тамаша барыһын да тарих төпкөлөнә алып киткәндер. Хәйер, башҡаса булыуы мөмкин дә түгел: Мәндем йылғаһы яры буйлап тирмәләр теҙелеп киткән, килен-еңгәләр ең һыҙғанып ҡунаҡ ҡаршыларға әҙерләнә, самауырҙар ҡайнай, ҡаҙандарҙа аш бешә. Ә халыҡтың, ҡунаҡтарҙың күплеге... Эйе, йыйын нәҫел ағастарының барса тамыр-тармаҡтарын бергә йыйҙы, күптән күрешмәгән туғандар осрашты, бер-береһен вариҫтары менән таныштырҙы.
– Бөгөн Сәйетбаба бабабыҙ рухы, Аллаға шөкөр, ырыу-нәҫелебеҙ имен, тип шатланалыр, – тине Сәйетбаба ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Венер Ҡунафин, байрамға килеүселәрҙе сәләмләп. – Ысынлап та, ауылыбыҙ үҫә, төҙөкләнә. Әлеге ваҡытта мәҙәниәт йорто янында ял паркы төҙөлә, юлдар ремонтлана. Бөгөнгө байрам йыйын нәҫелдәр араһын тағы ла нығытһын, берләштерһен!
– Тамыры көслө ағас ҡына мөһабәт булып үҫкән кеүек, шәжәрәһен, тамырҙарын белгән, уның менән ҡыҙыҡһынған кеше генә нәҫеленең, Ватанының лайыҡлы кешеһе була ала, – тип билдәләне сығышында район хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов. – Ошоноң ише Шәжәрә байрамдары йәш быуынға халҡының үткәне, ғөрөф-ғәҙәттәре, йолалары менән ҡыҙыҡһыныуға, өйрәнеүгә этәргес, уларҙы илһөйәр, телһөйәр итеп тәрбиәләү алымы булып тора. Белеүебеҙсә, бөгөнгө йыйын “Мәҙәни башланғыстар” президент фонды грантына конкурста еңеү һөҙөмтәһендә ойошторолдо. Һуңғы йылдарҙа ауыл биләмәләре, коммерцияға ҡарамаған ойошмалар төрлө конкурстарҙа әүҙем ҡатнашып, еңеү яулап, район үҫешенә 38 миллион һумдан ашыу аҡса йәлеп итеүгә өлгәште. Беҙҙең район республика кимәлендә ошо күрһәткес буйынса, Өфөнән генә ҡалышып, икенсе урынды биләй. Был – ҙур еңеү, һәм артабан да ошо йүнәлештә әүҙем эшләргә кәрәк.
Эйе, “Йыйын – Сәйетбаба ауылы нәҫелдәре фестивале” – “Сәйетбаба” башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге менән Сәйетбаба ауыл мәҙәниәт йорто берлектә эшләгән махсус проект, “Мәҙәни башланғыстар” президент фонды грантына конкурста еңеп, 344 мең һумлыҡ ярҙам алыуға өлгәште. Аҡсаның бер өлөшө тамашаға махсус рәүештә тарихи костюмдар тектереүгә тотонолдо. Шулай уҡ халыҡҡа нәҫел тармаҡтары, ауыл тарихы буйынса методик ҡулланма-әсбап буласаҡ шәжәрәләрҙе ҙур форматта баҫтырыуға, Сәйетбаба ерлегенә ярашлы әҙерләнгән сувенир-бүләктәргә лә аҡса бүленде. Ике ай ярым ғына ваҡыт эсендә ҙур хеҙмәт, эҙләнеү талап иткән проектты башҡарып сығыу еңелдән булмай, әммә түгелгән көс, зиһен сауап булып ҡайтты, халҡыбыҙҙа әлмисаҡтан алып изге төшөнсә һаналған туғанлыҡты, нәҫел-ара татыулыҡты нығытыуға булышлыҡ итте.
Шулай уҡ байрамға йыйылыусыларҙы район Советы һәм район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Ф.Һ. Зәйнетдинов, республиканың Халыҡтар дуҫлығы йорто директоры Г.Ғ. Мирхәйҙәрова, Ғафури районының һәм Сәйетбаба ауылының почетлы гражданы, Салауат Юлаев ордены кавалеры, филология фәндәре докторы, профессор Ғ.С. Ҡунафин һәм башҡа мәртәбәле ҡунаҡтар сәләмләп, изге теләктәрен еткерҙе.
Ошонда уҡ Сәйетбабаның лайыҡлы ул-ҡыҙҙарына, ауылдың тере тарихы булған йөҙйәшәрҙәренә Маҡтау грамоталары, Рәхмәт хаттары тапшырылды. Мәҫәлән, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре – “Асанай” халыҡ фольклор ансамбле етәксеһе Гәүһәр Хөрмәтулла ҡыҙы менән күп яҡлы талант эйәһе Илһам Хәннән улы Байбулдиндар Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының “Ал да нур сәс халҡыңа” миҙалы менән бүләкләнде. Сәйетбаба мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе Рәүилә Йәнтүрина менән “Сәйетбаба” башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге методисы Рәйлә Сабитоваға район хакимиәтенең Маҡтау грамотаһы тапшырылды. Шәжәрәләрҙе туплау һәм баҫтырыуға ҙур өлөш индергән Рәсүл Ғилманов, Илфат Зиннуров, Гөлшат Дәүләтова, Самат Фәхретдинов Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Рәхмәт хатына лайыҡ булды.
Шулай уҡ ауылдың иң өлкән кешеләре – ошо көндәрҙә 94 йәшен билдәләгән Асия Шаһиева менән Мөнирә Ғәзизова, йөҙгә аяҡ баҫҡан аҡһаҡал Вилдан Шәрипов, 90 йәшлек Шәйбәк Рахманғолов, шәжәрә төҙөүҙә мәғлүмәти ярҙам күрһәткән Клара Ибраһимова, Фәриҙә Ғилмановаға район башҡорттары ҡоролтайының Рәхмәт хаты тапшырылды.
Сәйетбабалар оло йыйынға етди әҙерләнгән. Күптәр нәҫеленең шәжәрәһен төҙөгән, республика ғына түгел, ил буйлап төрлө тарафтарға һибелгән туған-тыумасаларын йыйған. Һәр тирмә эсе ҡабатланмаҫ итеп биҙәлгән, өҫтәлдәр һыйҙан һығылып торҙо. Ә тирмә янында ойошторолған күргәҙмәләрҙең байлығы, төрлөлөгө иҫ китерлек ине. Мәшһүр дин әһелдәре Сабир ишан Халиҡов, Әбйәлил мулла Сираев тоҡомдары арҙаҡлы ата-бабаларынан ҡалған ҡәҙерле ҡомартҡыларҙы ҡуйып, асыҡ һауала музей ойошторҙо. Байбулдиндарҙың йырлы-моңло ғаиләһе һоҡланғыс сығыштары менән әсир итте. Уңғанлығы, татыулығы менән дан тотҡан Юлбарыҫовтар зауыҡлы ҡул эштәре күргәҙмәһенән тыш, заманса фотобиләмә лә ойошторған ине. Мәүлембирҙиндәр тирмәһе милли кейемдәр һәм биҙәүестәргә баҫым яһаған, унда шулай уҡ йыйын ҡунағы, билдәле оҫта Ғәбиҙә Вәлиева тамбур сигеүе буйынса оҫталыҡ дәресе ойошторҙо.
Һәүәҫкәр тарихсы Рәхимйән Юлыҡов рәйеслегендәге махсус комиссия барлыҡ шәжәрәләрҙе ҡарап, үҙ баһаһын бирҙе. “Шәжәрәмдән көс алам” конкурсына Мәүлембирҙиндәр, Сираевтар, Халиҡовтар, Байбулдиндар, Баймөхәмәтовтар, Зиннуровтар, Юлбарыҫовтар, Ҡунафиндар, Мәүлетҡоловтар, Әбделмәновтар, Юлдыбаевтар, Ғилмановтар, Мансуров-Динисламовтар, Рахманғоловтар шәжәрәләрен тәҡдим итте. Әйтергә кәрәк, һәр шәжәрәлә бер нисә нәҫел берләшкән ине. Мәҫәлән, Зиннуровтар шәжәрәһендә Ишмырҙин, Ғайсин, Йәнмырҙин фамилияһын йөрөткән барлыҡ туғандары яҙылған. Халиҡов фамилияһы иһә хәҙер ауылда юҡ, вариҫтары барыһы ла башҡа исем аҫтында йөрөй, был – ХХ быуат башының шауҡымлы йылдары эҙемтәһе. Уртаса алғанда, һәр шәжәрәлә 10-12 быуын күрһәтелеп, барыһында ла йөҙҙән ашыу исем яҙылған, ҡайһы берҙәрендә был һан 900-гә етә яҙа. Был – баһалап бөткөһөҙ оло хеҙмәт!
Йыйын – борондан килгән йола буйынса, ырыу башлыҡтарының – нәҫел аҡһаҡалдарының бергә йыйылып, ауылдың, халыҡтың бөгөнгөһө, киләсәге, башҡараһы эштәр хаҡында кәңәшләшеү, фекер төйнәү урыны ла. Һәр мәсьәләне уртаға һалып һөйләшеп, дөйөм ҡарарға килгәс, Йыйындың резолюцияһы ҡабул ителде.
Дүрт сәғәткә яҡын сәхнәнән йыр-моң өҙөлмәне. Зауыҡлы тамашаларға сарсаған халыҡтың күңелен Сәйетбаба нәҫеленең талантлы шәхестәре – алыҫ араларҙы яҡын итеп килгән ҡунаҡтар сәләмләне. Мәҫәлән, Бөрйән районынан ун кешенән торған делегация килгән ине. Улар – дин әһеле Әбйәлил Сираев бүләләре, араларында билдәле йырсы Азалия Вәлиева ла бар ине. Байбулды тоҡомонан моңло тауышлы Алина, Альбина Ғәзизовалар, Данир Мәсәлимов, Әлфиә Степанова, даны таралған “Асанай” ансамбле сығыш яһаны. Мәндем, Үзбәк, Яугилде, Ерек ауылы ағинәйҙәре, Еҙемҡаран ауыл мәҙәниәт йорто коллективы, бейеүселәр Илшат Хәбибуллин, И. Биктимерова һәм башҡа бик күптәр, сәйетбабаларҙың шатлығын уртаҡлашып, йырлы-моңло күстәнәс бүләк итте.
Мәндем буйы гөрләп торҙо. Ситтәрәк нәҫел батырҙары бил һынашты, ҡыҙыҡлы конкурстар ойошторолдо, күптән күрешмәгән туғандарҙың һөйләшеп һүҙе бөтмәне...
– Донъя имен булып, нәҫел ағасыбыҙ артабан да тармаҡланып нығынһын, алдыбыҙға ҡуйған маҡсаттарға өлгәшеп, ауылыбыҙҙы тағы ла үҫтерергә, төҙөкләндерергә, быуындар сылбырын өҙмәйенсә, артабан да ошолай осрашып торорға яҙһын, – тигән теләктә таралышты Сәйетбаба вариҫтары.
Йыйындан һуң үҙ нәҫелен йыйып, шәжәрәһен төҙөп, туғанлыҡ ептәрен нығытырға теләгән байтаҡ кеше “Сәйетбаба” башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәгенә тәжрибә уртаҡлашыуҙы һорап мөрәжәғәт итте. Ә был иһә, Йыйын үҙенең төп маҡсатына – халҡыбыҙҙы берҙәмлеккә, татыулыҡҡа, туғанлыҡҡа, дуҫлыҡҡа өндәүгә, рухи тамырҙарҙарҙы һаҡлауға булышлыҡ итеүгә өлгәште, тигән һүҙ.
М. МӘМӘТҠОЛОВА
Ғафури районы.