Башҡорт донъяһы
18 Июль 2022, 15:00

Иҫке Шахҡа яңы һулыш биреп

285 йыллыҡ бай тарихлы ауылда "Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!" байрамы үтте.

Иҫке Шахҡа яңы һулыш бирепИҫке Шахҡа яңы һулыш биреп
Иҫке Шахҡа яңы һулыш биреп

Республикала ”Атайсал” проекттары сиктәрендә “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамдары уҙа. Уларҙың береһе Йәрмәкәй районының Иҫке Шах ауылында үтте.

 Был ауылдың 285 йыллыҡ бай тарихы бар. Әле унда “Байраҡ” йәмғиәте, Рәйлә Латипова, Айзата Сөнәғәтуллина крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары, Самат Миңнуллин шәхси предприятиеһы эшмәкәрлек алып бара. Ауыл юбилейын үткәреүгә ошо ауыл хужалығы предприятиелары аҡса бүлгән.

Иҫке Шах ауылы халҡы “Атайсал” проектында әүҙем ҡатнаша. Мәҫәлән, 2021 йылда ошо ауылдан сыҡҡан кешеләр үҙ иҫәбенә Бейектау тауындағы шишмәне кәртәләгән. Изге эште Фәнил Ниғмәтуллин һәм Ҡифая Шәрәфлисламова ойошторған.

Бөйөк Бейектау легендаларға бай, Ҡидаш йылғаһы ауыл буйлап борғоланып аға. Шишмәләр ҙә күп был яҡта, әле уларҙы төҙөкләндереү менән әүҙем шөғөлләнә.  Йәрмәкәй һыуһаҡлағысы – Стивензя йылғаһындағы яһалма һыуһаҡлағыс Октябрьский ҡалаһын эсәр һыу менән тәьмин итә.

Әлбиттә, ауылдың төп байлығы – уның егәрле, атайсалын үҫереүҙе ҡайғыртҡан кешеләре. Иҫке Шах ауылы хеҙмәте менән тыуған еренең данын таратҡан ул һәм ҡыҙҙар үҫтергән.

Юбилей саралары матур тәбиғәт ҡосағында үтте. Төрлө ярыштар көрәш, ат сабышы, байрам концерты ойошторолдо. Райондың үҙешмәкәр артистары һәм саҡырылған сәнғәт йондоҙҙары сығышы байрамды тағы ла сағыуыраҡ итте.

Фото: Йәрмәкәй районы хакимиәте.       

Иҫке Шахҡа яңы һулыш биреп
Иҫке Шахҡа яңы һулыш биреп
Иҫке Шахҡа яңы һулыш биреп
Иҫке Шахҡа яңы һулыш биреп
Иҫке Шахҡа яңы һулыш биреп
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас