

Ошо көндәрҙә Әбйәлил ерендә Түңгәүер ырыуы башҡорттары йыйыны үтте. Унда Баймаҡ, Бөрйән, Хәйбулла, Белорет түңгәүерҙәре менән бер рәттән Әбйәлил районында йәшәгән ырыуҙаштар – Ишҡол, Тәпән, Ҡырҙас, Әхмәт, Исҡужа, Асҡар ауылдарынан делегаттар ҡатнашты. Мәртәбәле йыйынға түңгәүерҙәрҙең абруйлы вәкилдәре – ырыу ҡорбашы Хөрмәтулла Үтәшев, шулай уҡ Динир Әхмәтйәнов, Хәйҙәр Вәлиев, Әхтәр Ғайсин, Азат Ярмуллин, Гөлназ Ҡотоева, Фуат Сөләймәнов, Гөлнур Ҡолһарина һәм башҡалар килгәйне.
Тарихтың асылмаған биттәре күп
Ике көн дауам иткән ҡорҙоң район мәҙәниәт йортонда үткән тәүге өлөшө ғилми-ғәмәли конференция рәүешендә ойошторолдо. Ырыу ҡорбашы Хөрмәтулла Үтәшев йыйылыусыларҙы тәбрикләгәндән һуң, һүҙ район башлығы Илдар Нафиҡовҡа бирелде.
– Әбйәлил ерлегендә йәшәгән, ошо төбәктән сыҡҡан Түңгәүер ырыуы халҡы республикабыҙҙа һәр өлкәлә хеҙмәте менән дан ҡаҙанған. Түңгәүер ырыуын ғына түгел, Әбйәлилде, Башҡортостаныбыҙҙы данлаған ир-уҙамандар, рухлы ҡатын-ҡыҙҙар – районыбыҙҙың терәге һәм таянысы. Ырыу бәҫен, кендек ҡаны тамған изге тупраҡ көсөн, туған телебеҙҙе, милли ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе, тарихты һаҡлап, уны быуындан-быуынға тапшырыусы яҡташтарыбыҙ – беҙҙең ғорурлыҡ. Киләһе йылда Әбйәлилдә йәшәгән Тамъян, Ҡатай, Түңгәүер, Бөрйән, Ҡыпсаҡ ырыуҙарының район йыйынын үткәрергә хәл иттек. Башҡорт ырыуҙары бер-береһе менән аралашып, дуҫ йәшәһә, халҡыбыҙ мәнфәғәтендәге эштәрҙе кәңәшләшеп башҡарһа, милләтебеҙ берҙәм, көслө булыр, – тине Илдар Таһир улы.
Артабан Түңгәүерҙәр тарихы, улар нигеҙләгән ауылдар, һыулаған йылға-шишмәләр, йәйләгән урындар хаҡында йәнле сығыштар булды. Ырыу данын арттырған хөрмәтле түңгәүерҙәр тураһында ла ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр еткерелде. Шулай уҡ ошо ырыуға ингән ауылдар, уның кешеләре тураһында һуңғы ваҡытта табылған документтар, ҡыҙыҡлы асыштар һәр кемдә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.
Ғалим, тарих фәндәре кандидаты, БДУ-ның Сибай институты доценты Фуат Сөләймәнов ошо йыйын алдынан нәшер ителгән “Түңгәүер башҡорттары. Урман түңгәүерҙәре тарихы” исемле китап менән таныштырҙы. Фуат Мырҙағәле улы әйтеүенсә, китапта ырыуҙың дөйөм тарихын, шәжәрәһен асыҡлауға йүнәлтелгән тарихи һәм этнографик тикшеренеүҙәрҙең һөҙөмтәләре аша республиканың Әбйәлил, Бөрйән, Белорет райондарында йәшәгән Урман түңгәүере ырыуы башҡорттарының килеп сығышын, биләмәһен, ырыу атрибуттарын, батырҙарҙың ихтилалдарҙа, һуғыштарҙа ҡатнашыуын күрһәтеү, һәр ауыл буйынса тарихи очерк биреү, ырыуҙың Тамъян-Түңгәүер улысы составындағы тарихын асыҡлау, арҙаҡлы шәхестәрен билдәләү, хужалығы, йәйләүҙәргә сығыу тарихы, рәүиз материалдары һәм башҡа документтар, тарихи-этнографик мәғлүмәттәр, табылған, төҙөлгән шәжәрәләр менән таныштырыу, тыуған яҡты өйрәнеүселәрҙең эштәрен баҫтырыу төп маҡсат булған.
– Китапты баҫыуға әҙерләгәндә үткәрелгән тикшереүҙәр һөҙөмтәһендә бик күп яңы мәғлүмәттәр асыҡланыҡ, ҡайһы берҙәре китапҡа инеп тә өлгөрмәне. Мәҫәлән, Тәпән ауылының килеп сығыуын шул урында онотолоп ҡалған тәпән менән бәйләйҙәр ине. Баҡтиһәң, ул ауылға Тәпән Биксәнтәев тигән кеше нигеҙ һалған. Китапта бирелгән рәүиз материалдарынан сығып, һәр кем үҙ шәжәрәһен төҙөй ала. Башҡорт һәм урыҫ телдәрендә яҙылған китап киң ҡатлам уҡыусыларға, тыуған яҡты өйрәнеүселәргә, этнологтарға, тарихсыларға, студенттарға, уҡытыусыларға тәғәйенләнгән. Нисек кенә булмаһын, был бигерәк тә үҫеп килгән быуын өсөн әһәмиәтле, улар үҙҙәренең тамырҙарын белергә, батырҙарынан үрнәк алып үҫергә тейеш, – тине ул.
Баҫманың – төп авторҙары Фуат Сөләймәнов, тарихсы Азат Ярмуллин. Шулай уҡ баҫманы әҙерләүҙә шағирә Гөлназ Ҡотоева, Белорет районының Исмаҡай ауылынан йәмәғәт эшмәкәре Хафиз Иҙрисов, Әбйәлил районының Әхмәт ауылынан тыуған яҡты өйрәнеүселәр Ринат Ноғоманов, Зөһрә Бәшәрова, Исҡужа ауылынан Наилә Йәмлихина, Ишҡолдан Рәшиҙә Мөхәмәтдинова, Бөрйән районының Аҫҡар ауылынан Гөлнур Мырҙабулатова ярҙам иткән.
Яҡташыбыҙ, физика-математика фәндәре докторы, Рәсәй Фәндәр академияhы Математика институтының баш ғилми хеҙмәткәре, бүлек мөдире Әхтәр Ғайсин да ҙур эҙләнеү эше алып бара, уның ауыл тарихына бәйле күп хеҙмәттәре китап булып баҫылып сыҡты. Тыуған ауылы Ҡырҙастың барлыҡҡа килеү тарихы, хәрби башлыҡ булған Түңгәүер батыры Юныс ахундың улы Мәҡсүт мулланың ейәне Байморат Әбәйтуллин тураһында туплаған ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәрен һәр кем йотлоғоп тыңланы. Уның сығышын Т. Кусимов исемендәге гимназия уҡыусыһы Айлина Рамаҙанованың “Юныс ахун – математик һәм ғалим” тигән тикшеренеү эше тулыландырҙы.
Азат Ярмуллиндың сығышы ун туғыҙынсы быуаттарҙағы түңгәүер йәйләүҙәре хаҡында булды. Тыңлаусыларҙа һуңғы ваҡытта табылған “йәйләү карталары” айырыуса ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Был карталарҙа ҡайһы ауыл халҡының ниндәй айҙарҙа, ҡайһы урындарҙа йәйләүе, ниндәй йылға-шишмәләрҙе һыулауы тураһында ентекле мәғлүмәт бирелә. Былар буйынса өйрәнеү, эҙләнеү эштәре дауам ителәсәген белдерҙе Азат Шакирйән улы.
Гөлназ Ҡотоеваның сығышы “Башҡорт легенда һәм риүәйәттәрендә түңгәүерҙәр” темаһына арналды. Сығыш яһаусы, нигеҙҙә, Ишҡол тирәһендәге ер-һыу атамалары хаҡында һөйләне. Гөлназ Мират ҡыҙы шулай уҡ Түңгәүер ырыуының билдәле улы – олатаһы, 1919 – 1920 йылдарҙа “Многолавки” сауҙа-ҡулланыу кооперацияһы идараһы ағзаһы, Асҡар ауылында Башҡортостандың Тамъян-ҡатай кантоны 1-се Түңгәүер улысының “Последгол” комиссияһы рәйесе Шакир Ҡотоев тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр бирҙе. Ул 1922–1924 йылдарҙа Башҡортостандың Тамъян-ҡатай кантоны Тамъян-түңгәүер улысының ер эшкәртеү (волземотдел) бүлеге мөдире лә булған.
Хеҙмәт ветераны Марсель Мирхәйҙәров, атаһының яҙмалары менән таныштырып, Өфөлә Әхмәт Лотфуллинға һәйкәл асыу мәсьәләһен күтәрҙе.
“Урал аръяғы цеолиттары – кисә, бөгөн һәм киләсәктә” темаһына Росатом ветераны Зәкир Хисаметдиновтың сығышын да йыйылыусылар ҡыҙыҡһынып тыңланы. Ул Урал аръяғында был материалды эшкәртеү эшен алып барыу ихтыяжы ҙур булыуын төплө миҫалдар менән дәлилләне. Ошонан сығып, йыйын ҡабул иткән резолюция ҡарарына “ер эшкәртеүҙә, игенселектә, малсылыҡта мөһим булған цеолит байлыҡтарын табыуҙы һәм цеолит ятҡылыҡтарын эҙләүгә йүнәлтелгән разведканы башлауҙы һорап, республика етәкселегенә мөрәжәғәт итергә” тигән пункт та индерелде.
Түңгәүер йәштәре ҡороноң етәксеһе Гөлназ Дилмөхәмәтова үҙҙәренең эшмәкәрлеге, киләсәккә бурыстары, маҡсаттары менән таныштырҙы.
Артабан һүҙ алған сығыш яһаусылар ҙа, үҙ төбәгенең тарихына туҡталып, ырыуҙың күренекле шәхестәренең иҫтәлектәрен мәңгеләштереү буйынса йыйын резолюцияһына тәҡдимдәрен индерҙе.
Унан ырыу китабына мәғлүмәттәр туплауҙа ярҙам иткән бер төркөм тарихсыларға, тыуған яҡты өйрәнеүселәргә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының маҡтау грамоталары тапшырылды. Башҡорт теленең бәҫен күтәргәне, телде һаҡлау һәм үҫтереү йәһәтенән төплө материалдар әҙерләүҙәге эшмәкәрлеге өсөн һәм баҫмаға 90 йыл тулыу уңайынан “Осҡон” гәзите редакцияһы коллективының ошондай баһаға лайыҡ булыуы ла ҡыуаныслы.
Баҫманың баш мөхәррире Вил Илһамов, Байым мәҙәниәт йорто директоры Марс Сәйетғәлин һәм шағирә Гөлназ Ҡотоева Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының “Ал да нур сәс халҡыңа!” миҙалына лайыҡ булды.
Батырға бюст асылды
Китапҡа материал туплау, халыҡты түңгәүерҙәрҙең үткәне менән таныштырыу маҡсатында “Осҡон” гәзите “Тарихымды онотмам – тамырымды ҡоротмам” исемле конкурс иғлан иткәйне. Ошо бәйгегә лә йомғаҡ яһалды. Беренсе урынды әүҙем хәбәрсебеҙ Зөһрә Бәшәрова яуланы, икенсе урында – Ишҡол мәктәбе уҡытыусыһы Илгизә Арыҫланбаева. Өсөнсө урынды Иҙрис Ноғманов менән Наилә Йәмлихина уртаҡлашты.
Был көндә ҡорҙа ҡатнашыусылар шулай уҡ Түңгәүер ырыуы батыры Күҫәп Солтанғоловҡа район мәҙәниәт йорто янында ҡуйылған бюст асыуҙа ҡатнашты. Уны асыу хоҡуғы Хөрмәтулла Үтәшевкә һәм Илдар Нафиҡовҡа бирелде. Бюст авторы – дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, скульптор, шағир Рафаил Зинуров.
Ҡорҙоң икенсе көнө Ҡырҙас ауылында Иҫке Ыҙма тигән урында дауам итте. Әйтеүҙәренсә, түңгәүерҙәр нәҡ ошо ерҙә тәү башлап нигеҙ ҡорған. Бында ауылдың тәүге урынын мәңгеләштереп, стела ҡуйылған, шулай уҡ Юныс ахун иҫтәлегенә лә хәтер ташы бар. Ҡырҙастар ҡунаҡтарҙы икмәк-тоҙ, йыр-бейеү менән ҡаршы алды. Артабан түңгәүерҙәр Һаҡмар башында, Байморат Әбәйтуллиндың ҡәберлегендә булды, Ҡырҙас ауылына экскурсия яһаны. Байморат Әбәйтуллин – хәрби башлыҡ, Түңгәүер батыры, Юныс ахундың улы Мәҡсүт мулланың ейәне. Ул 1780 йылда иҫке урындан хәҙерге Ҡырҙас ауылы урынлашҡан ергә иң беренсе булып күсеп төпләнгән.
Шулай уҡ йыйында “АЛҒА” йәштәр форумы ойошторолғайны. Сара йәмәғәтселәрҙең йәштәр майҙансығына әүерелде, унда һәр кем фекерҙәштәрен таба алды. Шуныһы шатлыҡлы: беҙҙең йәштәр спорт, экология, социаль һәм ижади йүнәлештәрҙә әүҙем йәмәғәт эшмәкәрлеге алып бара. Был ҡыҙҙар һәм егеттәр – лайыҡлы алмаш, шуға күрә власть органдары вәкилдәре, йәмәғәтселәр эшлекле һәм тормошсан тәжрибәһе менән уртаҡлашырға, уларҙы үҫтерергә тейеш.
Байрам район һабантуйы үткән майҙансыҡта дауам итте. Бында ҡунаҡтар Әбйәлил түңгәүерҙәре – Асҡар, Рауил, Ҡырҙас ауыл биләмәләре, ҡыпсаҡтар (Хәлил), бөрйәндәр (Әлмөхәмәт), тамъяндар (Дәүләт), шулай уҡ Баймаҡ, Бөрйән, Хәйбулла райондары ҡуйған тирмәләрҙә булып, уларҙағы түңгәүерҙәрҙең үткәненә һәм бөгөнгө йәшәйешенә арналған бай күргәҙмәләрҙе ҡараны, ризыҡтарын тәмләне, йыр-моңон тыңланы.
Ул арала спорт майҙансыҡтарында ярыштар ҡыҙғандан-ҡыҙа барҙы. Түңгәүер батыры, 62 йәшенә тиклем көрәшеп, бил бирмәгән Ғаззали Үтәшев иҫтәлегенә милли көрәштә “Түңгәүер батыры” исеменә заман батырҙары өс ауырлыҡ категорияһында көс һынашты. Бында үҙҙәренең ауырлыҡ категорияларында әбйәлилдәр – Рөстәм Хәйбуллин, Ғаяз Шөғөров, Рәфис Иғәшурин, Арсен Шәрипов беренселекте яуланы. Икенсе урында – Ильяс Ғиниәтов (Әбйәлил), Айсыуаҡ Шәмсетдинов (Әбйәлил), Илшат Ғазин (Бөрйән). Өсөнсө урынды Зөлфир Солтанов (Әбйәлил), Илнур Ибраһимов (Хәйбулла), Данил Ғарифуллин (Бөрйән), Дмитрий Комаров (Бөрйән) алды. Еңеүселәргә Үтәшевтәр ғаиләһенең махсус призы тапшырылды.
Гер спортында ла алдынғы урындар әбйәлилдәрҙә: үҙ ауырлыҡ категорияларында Зариф Әһелов, Рәлис Ғәйфуллин, Динар Ғәлиәхмәтов еңеүсе тип табылды. Көс экстримы буйынса “Әбйәлил батыры” исеме Азамат Хәлиловҡа бирелде.
Төрлө спорт ярыштары йомғаҡтары буйынса дөйөм команда иҫәбендә әбйәлилдәр, етеҙлек, сослоҡ, көс күрһәтеп, беренселекте яуланы. Икенсе урында – Хәйбулла батырҙары, бөрйәндәр – өсөнсөлә.
Сәхнәлә һәр райондың иң шәп йырсылары, бейеүселәре, ҡурайсы-гармунсы-баянсыларынан торған һәүәҫкәр артистары сығыш яһаны. Сарала район башлығы Илдар Нафиҡов, мәртәбәле байрамды юғары кимәлдә үткәреүгә көс һалған һәр кемгә рәхмәт белдереп, Түңгәүер ырыуы штандартын Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Фәнис Әминевкә тапшырҙы. Тимәк, киләһе йыл түңгәүерҙәр Баймаҡ ерлегендә осрашасаҡ. Ә район штандартын район Советы рәйесе, Тамъяндар ҡоро етәксеһе Ишморат Әминев ҡабул итеп алды.
Һис шикһеҙ, һәр башҡорт ете быуын ата-бабаларын, ырыу тамғаһын, ҡошон, ағасын белергә тейеш. Рухташтар, ырыуҙаштар байрамына әүерелгән ошондай ҡорҙар был юҫыҡта үҙ ролен уйнай, туғанлыҡ ептәрен нығытыуға, халҡыбыҙ араһында татыулыҡ, берҙәмлек булдырыуға үҙ өлөшөн индерә.
Рәмилә ИСТАМБАЕВА
Әбйәлил районы.