

Уҙған аҙнала республика ауылдарында төрлө байрам саралары гөрләп торҙо. Уларҙың береһе Ҡырмыҫҡалы районының Һарт-Наурыҙ ауылында үтте.
Байрам ысындан бик матур уҙҙы, яҡшы әҙерләнгәндәр, тип матур тәьҫораттары менән уртаҡлашты сара шаһиттары. Прибельский ауыл Советы, урындағы халыҡ әүҙем ҡатнашып, Ағиҙел туғайындағы майҙанды зауыҡлы биҙәгән. Абдуллиндар, Ҡотлояровтар, Рауиловтар тарих төпкөлдәренә киткән бай йөкмәткеле шәжәрәләрен ҡуйған, сәхнәгә сығып йөкмәткеле итеп нәҫел ағастары менән таныштырған.
Милли аштар ҡуйып, бай итеп биҙәлгән тирмәләр ҡорғандар. Көнө буйы халыҡ уйындарҙа, спорт ярыштарында ҡатнашҡан, йыр-моң яңғырап торған. Яҡташтарын байрам менән ҡотларға Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Йәмил Әбделмәнов та килгән. Уның сығышы көслө алҡыштарға күмелгән.
Ауыл биләмәһе башлығы Наталья Суркова күп ғаиләләргә бүләктәр тапшырған. Прибельский мәҙәниәт йортоноң үҙешмәкәр артистары Фәнзиә Өмөтҡолова етәкселегендә бик матур концерт әҙерләгән. Хатта Яңы Ҡыйышҡы, Иҫке Аҡташ ауылынан йыр-бейеүҙәр алып килгәндәр.
Һарт-Наурыҙ халҡы киләсәккә өмөт менән ҡарап, яңы пландар ҡороп йәшәй. Уларға “Афарин!” тип теләргә ҡала.
Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәтенең эштәр идарасыһы, шағир Фәрғәт Ҡотлобаев Һарт-Наурыҙ ауылының 310 йыллыҡ оло юбилейы айҡанлы “Һарт-Наурыҙым - ғүмер наҙым” тигән шиғырын яҙып, байрам тантанаһында ҡотлау һүҙҙәре менән бергә уҡып ишеттергән:
Яҙмышымдың яҡты биҙәге һин,
Тыуған ауылым - Һарт-Наурыҙым.
Тәрән тарихыңа ғорурланам,
Һиндә, бәхетемә, мин тыуҙым.
Биргем килә һиңә, ауылҡайым,
Йөрәгемдә булған бар наҙым.
Бала сағым, саф йәшлек йылдарым
Һиндә үткәнгә, Һарт-Наурыҙым.
Йәшәһә лә йыраҡ-йыраҡтарҙа,
Һинән айырылып, Наурыҙым,
Ашҡыналар тыуған төйәгенә
Һәр бер улың һинең, һәр ҡыҙың.
Ҡаршылаһам ине күп-күп йылдар
Еҙем ярҙарында һәр яҙым,
Аҡ томандарына Ағиҙелдең
Бөркәнгәндә гүзәл Наурыҙым.
Сығанаҡ: Фәрғәт Ҡотлобаевтың социаль селтәрҙәге сәхифәһе.