Башҡорт донъяһы
25 Июль 2022, 06:00

Хәйбуллалар ырымбурҙарҙы һоҡландырҙы!

Хәйбулла районы менән Ырымбур өлкәһен элек-электән дуҫтарса, эшлекле мөнәсәбәттәр бәйләй. 

Хәйбуллалар ырымбурҙарҙы һоҡландырҙы!Хәйбуллалар ырымбурҙарҙы һоҡландырҙы!
Хәйбуллалар ырымбурҙарҙы һоҡландырҙы!

Элек-электән хәйбуллалар менән ырымбурҙар үҙ-ара дуҫ һәм татыу йәшәй. Халҡыбыҙҙың милли байрамы - һабантуйҙар милләттәштәребеҙ йәшәгән башҡа өлкәләрҙә лә әүҙем уҙғарыла. Күптән түгел Әбйәлил районы вәкилдәре Силәбе өлкәһендәге һабантуйҙа ҡатнашһа, был юлы Хәйбулла районыныҡылар Ырымбур өлкәһе Новотроицк ҡалаһындағы һабантуйҙа ҡатнашып, башҡорт халҡының милли ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын күрһәтеп ҡайтты.

Был хаҡта район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов үҙенең "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә яҙҙы.

"Бай һәм сағыу биҙәлгән тирмәләр, сәхнәлә бейеүҙәр һәм йырҙар, халыҡ һәм спорт уйындары, әүҙем күңел асыу саралары. Былар барыһы ла - Ырымбур өлкәһенең Новотроицк ҡалаһында уҙған "Һабантуй-2022" байрамында. Күрше төбәктәге дуҫтарыбыҙға башҡорт мәҙәниәтен күрһәтеү буйынса ҙур программаны Хәйбулла районы делегацияһы тәҡдим итте. Ырымбур өлкәһендә, атап әйткәндә, Новотроицк ҡалаһында элек-электән төрлө халыҡ вәкилдәре дуҫ һәм татыу йәшәй. Бында Башҡортостанда тыуып үҫкән бик күп кеше йәшәй. Хәйбулла районы менән Ырымбур өлкәһен эшлекле, мәҙәни һәм иҡтисади бәйләнештәрҙең берләштереүенә, киләсәктә тығыҙ хеҙмәттәшлек итеү өсөн ҙур потенциал булыуына шатбыҙ. Байрам бөтәһендә лә яҡшы тәьҫораттар ҡалдырҙы, күтәренке кәйеф, көс һәм изге эштәргә ыңғай ҡараш бүләк итте", - тип яҙҙы район хакимиәте башлығы. 

Фото: Рөстәм Шәриповтың "Бәйләнештә" селтәрендәге сәхифәһенән. 

Хәйбуллалар ырымбурҙарҙы һоҡландырҙы!
Хәйбуллалар ырымбурҙарҙы һоҡландырҙы!
Хәйбуллалар ырымбурҙарҙы һоҡландырҙы!
Хәйбуллалар ырымбурҙарҙы һоҡландырҙы!
Хәйбуллалар ырымбурҙарҙы һоҡландырҙы!
Автор:Карима Усманова
Читайте нас