

Халҡыбыҙҙың бар яҡлап талантлы, маһир һәм әүҙем ҡатын-ҡыҙҙарына һоҡланып туймаҫлыҡ! Ниндәй генә район һәм ҡалала йәшәмәһендәр улар, һәр саҡ мәҙәни саралар уртаһында ҡайнап, үҙҙәренең артынан бихисап кешеләрҙе эйәртеп, уларға ла дәрт өҫтәй. Шундай ҡатын-ҡыҙҙарҙың береһен Әбйәлил районында үткән "Ер ҡото" этномәҙәни фестивалендә осраттыҡ.
Гөлнур Сөләймәнова - Миәкә районының Тамъян-Таймаҫ ауылынан килгән. Оҙаҡ йылдар "Аҡтирмә" фольклор ансамблендә шөғөлләнә, абруйлы ағинәйҙәрҙең береһе. Дим буйы башҡорттарына хас шөғөлдәрҙең береһе - аҫалы балаҫ һуғыу оҫтаһы ла. Был юлы ул Дим буйының шифалы үләндәрен алып килгән.
- Яҙ етеү менән үләндәр йыйырға тотонам. Уларҙың күбеһен сәй итеп файҙаланам, киптереп тә алам, ҡайһыларын туңдырғыста ла һаҡлайым. Бигерәк тә хуш еҫле мәтрүшкә сәйен яратам, шуға күберәк уны йыйырға тырышам. Әле һары һәм күк мәтрүшкәләрҙе алып килдем. Һәр төбәктең үҙенә генә хас шифалы үләндәре була, тигән фекерҙәмен. Шулай уҡ башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары биҙәүестәре, бигерәк тә үҙебеҙҙең Дим буйы башҡорттарына хас булған иҙеү (селтәр), ҡашмау эшләйем. Бына миндәге иҙеүҙе, беҙ селтәрҙе шулай йөрөтәбеҙ, музейға тапшырылған боронғо иҙеүгә ҡарап эшләнем. Шулай уҡ йыр-моң яратам, рәхәтләнеп бейейем дә, оҙаҡ йылдар "Аҡтирмә" лә сығыш яһайым. Ә инде яратҡан шөғөлдәремдең йәнә береһе - балаҫ һуғыу, - ти Миәкә ҡунағы.
Автор фотолары.