Алдан хәбәр итеүебеҙсә, бөгөн Баймаҡ районының Граф күле буйында "Башҡорт аты" фестивале башланды. Сарала күп алыш "Бәйге" асыҡ чемпионатының төрлө ярыштары үтәсәк. Унда ҡатнашыу өсөн республиканан ғына түгел, илебеҙҙең төрлө төбәктәренән ҡунаҡтар килгән. Шуларҙың береһе - Анголиянан Латисия Шиока.
Латисия Башҡорт дәүләт университетының дүртенсе курсында уҡый. Русса бик яҡшы аралаша. Буласаҡ иҡтисадсы һөнәрен үҙләштергән Африка ҡыҙы мас-рестлинг менән шөғөлләнә. Ул яҡут халҡының милли спорт төрө, йәғни таяҡ тартыу тип тә йөрөтәләр.
"Бөгөн спорт инвентарҙарын әҙерләнек, ярыш буласаҡ урын менән таныштыҡ. Иртәгә иң мөһиме башлана, еңеүгә өмөт ҙур. Мин тәүге тапҡыр бындай ҙур сарала ҡатнашам. Барыһы ла ныҡ оҡшай, иҫ киткес матур тәбиғәт. Ойоштороусыларға, хужаларға һәм ҡатнашыусыларға ҙур рәхмәт!" - ти ул.
Уңыштар һиңә, Африка һылыуы!
Сығанаҡ һәм фото: "Баймакский вестник" гәзите.