

"Башҡорт аты" фестивалендә иң мауыҡтырғыс уйындарҙың береһе - "Ылаҡ". Уның буйынса беренсе булып ярышҡа сыҡҡан баймаҡтар һәм әбйәлилдәр араһындағы уйын 5:0 иҫәбе менән тамамланды.
Шулай итеп, баймаҡтар еңеү яуланы. Улар командаһынан Фидан Ниәтшин, ҡатмарлыраҡ уйын алда әле, тип белдерҙе һәм әбйәлилдәргә уйын өсөн рәхмәт белдерҙе. Был хаҡта "Һаҡмар" гәзите мөхәррире Гүзәл Сәлихованың әңгәмәһен алдан тәҡдим иттек.
Артабан майҙанда ҡырғыҙҙар менән ҡаҙаҡтар көрәште. Иң ҡыҙыу ярыш иртәгә көтәлә. Еңеүселәргә шәп бүләк буласаҡ!
Сығанаҡ һәм фото: Гүзәл Сәлихова.