

30 июлдә Баймаҡ районында “Башҡорт аты” республика фестивале майҙансығында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Ҡалмыҡстан Башлығы Бату Хасиков башҡорт тоҡомло аттарҙы һаҡлау һәм үҫтереү һорауҙары буйынса түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашты.
- Беҙҙең республикала күп энтузиастар башҡорт тоҡомон һаҡлау өсөн хәүефләнә, - тине үҙенең сығышында төбәк Башлығы Радий Хәбиров. – Бөгөн беҙ башҡорт атын һаҡлау буйынса комплекслы программа булдырыу йәһәтенән тәүге мөһим аҙымдарыбыҙҙы яһайбыҙ, был шулай уҡ Башҡортостан һәм илебеҙҙең башҡа төбәктәре өсөн хас булған йылҡысылыҡ йолаларына ла ҡағыла.
Республика етәксеһе был эштә фәнни ҡараш, эксперттар һәм ғалимдарҙың күпләп ҡатнашыу мәһимлеген дә билдәләне.
Башҡортостан Башлығы “Башҡорт аты” тәүге республика фестивале йомғаҡтары буйынса уны артабан даими уҙғарыу мөмкинлеген дә тәҡдим итте.
Бынан тыш ул республикала башҡорт атының фәнни-тикшеренеү институтын булдырыу инициативаһы тураһында ла белдерҙе.
Радий Хәбиров буласаҡ ат институтын Шишмә районында Евразия күсмә цивилизациялар музейы майҙансығында урынлаштырырға тәҡдим итте.
Ҡалмыҡстан Башлығы Бату Хасиков та Радий Хәбировтың фекерен хупланы:
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.