

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Азат Бадранов социаль селтәрҙә 29-30 июлдә Баймаҡ районының Граф күле буйында гөрләп үткән "Башҡорт аты" фетивале тураһында йылы яҙма менән уртаҡлашты.
"Бөтә Башҡортостан халҡын ҡотлайым! Беҙ "Башҡорт аты" фестивален булдырҙыҡ!
Иң күп аттар парады, төрлө милли аттар менән спорт ярыштары, ҡымыҙ эшләү буйынса бәйге, эшлекле программа, аттарҙы өйрәнеү буйынса бөтә Рәсәй ғилми конференцияһы һәм башҡалар ике көндә үтеп тә китте.
Был сараның иң ҙур һәм иң мөһим һөҙөмтәһе - ул Радий Фәрит улының тәҡдиме буйынса башҡорт атын өйрәнеүгә арналған фәнни институт булдырыу.
Бигерәк тә ҡатнашыусыларҙың һаны ҡыуандырҙы. Биш меңдән ашыу кеше! Ҡунаҡтар беҙгә өс илдән, Мәскәүҙән алып Яҡутстанға тиклем егерменән ашыу Рәсәй өлкәһенән килде. Шулай итеп, беҙ башҡорт атын Кавказға, Урта Азияға, Рәсәйҙең Европа өлөшөнә, Урал аръяғына һәм Себергәсә данланыҡ!" - тип яҙҙы Азат Шамил улы.
Фотолар һәм сығанаҡ: vk.com/a.badranov