Башҡорт донъяһы
4 Августа 2022, 17:00

Хәрби комиссариатҡа ғариза яҙған

Өлкән йәштәге Фәнил Яманаев Украинаға барырға теләй.

Хәрби комиссариатҡа ғариза яҙғанХәрби комиссариатҡа ғариза яҙған
Хәрби комиссариатҡа ғариза яҙған

“Йөрәгем түҙмәй. Берәй ярҙамым тейер ине әле. Йәл, күҙем насар күрә”, – ти һәүәҫкәр композитор, рәссам, шағир. Ул йәне-тәне менән хәрби. Төньяҡ флотта хеҙмәт иткән. 1976 йылдан алып запасҡа сыҡҡансы өлкән мичман һыу аҫты кәмәһе-атом крейсерында борт механигы булған. 

Булат Рафиҡов исемендәге премия лауреаты Фәнил Сафуан улы яҙған йырҙар Иҙел Нурғәлин, Фәрүәз Урманшин, Динар Халиҡов, Салауат Хужахмәтов, Урал Ниғмәтуллин һ.б. репертуарын биҙәй. Мәләүез мәҙәниәт һарайы эргәһендәге “Аманат” фольклор вокаль-инструменталь ансамбле лә Фәнил Яманаевтың йырҙарын яратып башҡара.

Май айында Ишембай ҡалаһының С.М. Киров исемендәге мәҙәниәт һарайында Фәнил Яманаевтың “Һыу аҫты моряктары-геройҙарына” тип аталған шәхси күргәҙмәһе асылды. Рәссамдың күпселек һүрәттәре диңгеҙҙең иҫ киткес матурлығын, дәһшәтен, көсөн һүрәтләй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәҙер рәссам донъяны бар матурлығында, төрлө сағыу төҫтәрҙә күреүҙән мәхрүм. Картиналар яҙа алмауына ныҡ әсенә. Шуның байы ул матур йырҙар яҙа, сағыу, моңло тауышы менән сәхнәләрҙе йәмләй.

Фотолар Ф. Яманаевтың шәхси архивынан алынды.

Хәрби комиссариатҡа ғариза яҙған
Хәрби комиссариатҡа ғариза яҙған
Хәрби комиссариатҡа ғариза яҙған
Хәрби комиссариатҡа ғариза яҙған
Автор:Танзиля Давлетбердина
Читайте нас