Башҡорт донъяһы
7 Август 2022, 03:00

Афарин, Мулләхмәтовтар!

Муллахан ағай ҡартатаһының 1821 йылғы еҙ самауырын шәхси музейында әле лә ҡәҙерләп һаҡлай...

Афарин, Мулләхмәтовтар!Афарин, Мулләхмәтовтар!
Афарин, Мулләхмәтовтар!

Бөтә Рәсәй VII ”Йыл ғаиләһе” конкурсының ойоштороу комитеты еңеүселәрҙе билдәләне. Төбәк конкурстарында еңеп сыҡҡан 353 ғаилә араһынан биш номинация буйынса федераль этап еңеүселәре билдәләнде. ”Күп балалы ғаилә”,  “Йәш ғаилә”, “Ауыл ғаиләһе”, “Традицияларҙы һаҡлаусы ғаилә” номинацияларында ҙур уңышҡа өлгәшкән ғаиләләрҙе ысын күңелдән ҡотлап, ижади уңыштар теләйбеҙ.

"Конкурс  ғаиләләр, ата-әсәләр берләшмәһен тупланы. Ул хәҙер төбәктәрҙең социаль эшендә әүҙем ҡатнашҡан, үҙ өлгөләрендә ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлауға һәм үҫтереүгә ярҙам иткән  кешеләрҙең ойошмаһына әүерелде тиһәң дә була.” Еңеүселәр Әсә көнөндә – 27 ноябрҙә бүләкләнә”,– тип белдерҙе  Рәсәй хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры Антон Котяков.

Шуныһы ҡыуаныслы, “Ауыл ғаиләһе” номинацияһында Тәтешле районының Кәлтәү ауылында йәшәүсе Мәккиә һәм Муллахан Мулләхмәтовтар ғаиләһе еңеү яуланы.  Архив материалдарын ҡулланып, ауылдаштары, аҡһаҡалдары менән әңгәмәләшеп, үҙ ауылдарының шәжәрәһен өйрәнгән һәм төҙөгән,  халыҡ тарихын һаҡлауға бөтә булмышын, көсөн һәм ваҡытын һалған ғаиләнең берҙәмлегенә һоҡланмау мөмкин түгел!  73 йәшлек Муллахан  Мулләхмәт улы әйтеүенсә, 1993 йылда хәләл ефете  менән сәй эсеп ултырғандарында туғандарының яҙмышын асыҡлау, нәҫел тамырҙарын  белеү теләге уяна. Шул ваҡыттан  алып ғаиләгә тынғылыҡ бөтә: Өфө архивтарында эҙләнеү, район биләмәһендәге ололар менән һөйләшеү, ғалимдарҙың яҙмалары менән танышыу башлана. Шулай итеп, Кәлтәү ауылының Табын ырыуы шәжәрәһе (сүмес нәҫеле) барлыҡҡа килә. Муллахан ағай ауылда “Сәрбиямал” мәсетен төҙөүҙә, “Наурыз” фольклор ансамбленә “халыҡ  фольклор ансамбле” исемен яулауҙа,  ауыл тормошон йәнлерәк, йөкмәткелерәк итеүҙә янып йәшәгән уҙаман. Республика һәм Рәсәй кимәлендәге бихисап Почет грамоталары Мәккиә һәм Муллахан Мулләхмәтовтарҙың данлыҡлы хеҙмәт юлын асыҡ күрһәтә. Шуныһы ҡыҙыҡ,  хеҙмәт ветерандары оло йорттары эргәһендәге бәләкәй өйҙә  тарих һәм тирә-яҡты өйрәнеү  музейы асҡан. Муллахан ағай ҡартатаһының 1821 йылғы еҙ самауырын, атаһының Бөйөк Ватан һуғышы яланынан алып ҡайтҡан котелогы һәм фляжкаһын әле лә ҡәҙерләп һаҡлай. Был үҙенсәлекле ғаилә менән “Башҡортостан” гәзитенең киләһе һандарында таныштырырбыҙ

Фото: Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы.

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас