

"Йәмле Ашҡаҙар буйында Стәрлебаш районы Аллағыуат ауылы халҡы «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамына йыйылды. Дуҫтар, туғандар, ауылдаштарҙы бер ҡорға йыйған сара бик күңелле үтте.
Иң тулҡынландырғыс мәл, минеңсә, ат сабышы булғандыр. Артабан халыҡ көрәшселәрҙе ҡарарға келәм янына йыйылды. Милли көрәштә үҫмерҙәр һәм йәштәр йәмғеһе 11 (!) ауырлыҡ үлсәмендә көс һынашты.
Йыйын булғас, дәртле йыр-бейеү, уйын-көлкө, төрлө милли уйындар күп булды. Уңған килендәрҙең көйәнтә менән һыу ташыуҙа ярышыуы матур күренеш ине. Уҡ атыуҙа ауылдашыбыҙ Рәмзил Ишһарин беренсе урын яуланы.
Миңзифа һәм Артур Исҡужиндар етәкселегендәге «Далан» төркөмөнөң сығышы байрамыбыҙға йәм өҫтәне. Ә инде эңер төшкәс, һыйырҙар һауылып, мал ҡураларға ябылғас, йәштәр таң әтәстәре ҡысҡырғансы дискотекала бейене.
Ошо сараны ойоштороп үткәреүгә ныҡ ярҙам иткән Стәрлебаш районы хәкимиәте башлығы Рөстәм Камил улы Рәхмәтуллинға, уның урынбаҫары Флүр Әмир улы Шаһисолтановҡа, район мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Әлфиә Тойғоноваға, Аллағыуат мәктәбе директоры Ләйсән Асҡароваға һәм яҡташыбыҙ Илдар Моратовҡа оло рәхмәттәремде еткерәм!" - тигән ул.
Фото: Данир Ғәйнуллин сәхифәһенән.