

“Урал батыр” милли-мәҙәни үҙәге Бәләбәй ҡалаһына ғына түгел, ә тотош районға таралған милләттәштәребеҙ өсөн Мәккә ролен үтәй. Кешеләр һәр ваҡыт мәҙәниәт усағында ойошторолған сараларҙы тамаша ҡылырға ашыға, бүтән төрлө кисәләр ҙә һәр кемде был урынға йыя. Шул уҡ ваҡытта үҙәк хеҙмәткәрҙәре үҙҙәре лә бүтән ерҙә саралар үткәрә.
Мәҫәлән, “Урал батыр”ҙың ижади коллективы Бәләбәй ҡалаһының 3-сө биләмә-ара китапханаһында “Башҡорттарҙың йолалары һәм ғөрөф-ғәҙәттәре” тип аталған танып белеү-музыкаль программаһын уҙғарҙы. Унда оҙон һәм ҡыҫҡа көйҙәр, дәртле лә, моңло ла ҡурай һәм ҡумыҙ моңдары яңғыраны. Сарала ҡатнашыусылар башҡорт халыҡ уйындарын рәхәтләнеп уйнаны, йырлап-бейеп күңел асты.
– Ысынлап та, ниндәй генә сараға тотонмайыҡ, уны күтәреп алыусылар етерлек, бер үк ваҡытта ошо байрамдар олоһона ла, кесеһенә лә берҙәй оҡшай, – тип һөйләй Венера Камалиева. – Мөҡәддәс бурысыбыҙ – Бәләбәй ҡалаһында, Бәләбәй районында тамыр йәйгән милләттәштәребеҙҙе бергә туплау, рухи аҙыҡ өләшеү. Был осраҡта инде китапҡа ҡарата һөйөү уятыу, китап уҡыусыларҙы арттырыу.
Ильяс Янмырҙин һүҙҙәренә ҡарағанда, “Урал батыр” милли-мәҙәни үҙәге уҙғарған сараларҙа Бәләбәйгә яҡын урынлашҡан Әлшәй, Йәрмәкәй, Туймазы, Дәүләкән, Бишбүләк райондарынан да кешеләр күп ҡатнаша.
Гөлнәзирә ЕЙӘНБИРҘИНА
Бәләбәй ҡалаһы.