

Бөрйән районында билдәле башҡорт батыры, тархан, дәүләт эшмәкәре Алдар батыр Иҫәкәев иҫтәлегенә стела асылды. Сара ысын рух байрамына әүерелде, Бөрйәндән генә түгел, бар Башҡортостандан күп ҡунаҡтарҙы йыйҙы.
Кем ул Алдар Иҫәкәев?
Алдар Иҫәкәев – 1700 йылдарҙа башҡорт тарихында юйылмаҫ эҙ ҡалдырған шәхес. Хәйер, башҡорт тарихында ғынамы икән?
Буласаҡ яугир 1670 йылда хәҙерге Бөрйән ерендә донъяға килә. Ул йәшәгән дәүерендә үҙен тоҡомло тархан ғына түгел, батыр һәм Бөрйән олоҫо старшинаһы итеп тә таныта. Тап Алдар батыр – Бөрйән ырыуы башлығы ла.
Алдар Иҫәкәевтең яҙмышы Рәсәй тарихы менән дә тығыҙ бәйле. Ҡырым һәм 1696 йылғы Аҙау походтарында ҡатнашып, ул үҙенең ҡурҡыу белмәҫ яугир генә түгел, белемле дипломат булыуын да иҫбатлай.
Икенсе Аҙау походында төрөк ҡәлғәһен ярҙан да, диңгеҙҙән дә бомбаға тотҡас, рус ғәскәрҙәре командованиеһы яуһыҙ бирелергә тәҡдим менән парламентарийҙар ебәрә. Төрөктәр риза булмай һәм үҙ шарттарын белдерә: яу алдынан ике яҡтан да ике батыр сығарырға, улар үҙ сиратында хәнйәрҙәр менән алышырға тейеш.
70 меңлек рус ғәскәренән Рәсәй данын яҡлау тап Алдар Иҫәкәев иңенә төшә. Черкес батыры менән ауыр һәм үлемесле көрәштә Алдар батыр еңеп сыға. Яу барышында башҡорт яугире тағы ла бер батырлыҡ ҡыла: бер нисә милләттәше менән дошман яғына үтеп инеп, әсиргә “тел” ала, уныһы үҙ сиратында Ҡырым ханының позицияларын, резервтарын, артабанғы пландарын белгән булып сыға. Бер нисә көндән ҡәлғә яулана, төрөктәр инде еңеүҙәренә ышанмай, рус ғәскәрҙәренә бирелә.
Алдар Иҫәкәев – Петр I ҡулынан ярлыҡ-грамота алған шәхес. Улай ғына түгел, батша уны ҡылыс һәм алтын бысаҡтар менән дә бүләкләй.
Шул уҡ ваҡытта башҡорт халҡын ихтилалға күтәргән дә – Алдар батыр. Башҡорт ерҙәренең баҫып алыныуына, башҡорттарҙың хоҡуғы ҡыҫырыҡланыуына түҙә алмай, ул ғәскәр туплай. Тап халҡына тоғролоғо өсөн ул ғүмере менән түләй: 1740 йылдың яҙында Алдар батыр Минзәләлә ҡулға алына. Ҡаты язалауҙарҙан һуң уға үлем хөкөмө сығарыла.
Батыр рухы тыуған еренә ҡайтты
Рәсми өлөш башланмаҫ элек үк стела урынлашҡан тау башы кеше менән тулы ине. Таҡтаташты асыу идеяһын тәү башлап күтәреп сыҡҡан бер төркөм руханиҙар Алдар батыр рухына аят бағышланы.
“Ҡөрьәндә, һеҙ уларҙы үлгән тип әйтмәгеҙ, улар шәһит киткән, тиелгән. Алдар батыр үҙе йәшәгән дәүерҙә халыҡты берләштергән көс булып торған. Аллаға шөкөр, уның рухы тыуған еренә ҡайтты. Алдар батыр – ул халҡыбыҙға бирелгән бәрәкәт, тоғролоҡ”, – тине стеланы, кәшәнәне эшләүҙе бойомға ашырыуға төп көс һалған йәмәғәт эшмәкәре, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Салауат Килдин.
Алдар Иҫәкәевкә стела асыу тантанаһында Бөрйән районы хакимиәте башлығы Ғәзиз Манапов та ҡатнашты. “Был сара – район ғына түгел, республика кимәлендәге байрам. Алдар батырҙың ғүмер юлы ике йүнәлешкә бүленә: беренсеһендә ул тормошон батшаға, илгә, дәүләткә хеҙмәт итеүгә, икенсеһендә үҙ халҡына бағышлай. Тап халҡы өсөн ғүмерен фиҙа ҡыла.
Алдар батырҙың һыны үҫеп килгән быуын күңелендә илһөйәрлек тәрбиәләһен ине. Мин бәләкәй саҡта уны Бөрйән ырыуы батыры тип кенә уйлай торғайным, хәҙерге балалар иһә тархандың тотош башҡорт халҡының арҙаҡлы шәхесе, милли батырыбыҙ булғанын белеп үҫер”, – тине Ғәзиз Миңләхмәт улы һәм кәшәнә булдырыу эшен бойомға ашырған бер төркөм ир-егеткә район хакимиәтенең Рәхмәт хаттарын тапшырҙы. Бына улар: Хәләф Ишморатов, Салауат Килдин, Ринат Рамаҙанов, Салауат Хәмиҙуллин, Рөстәм Рәхмәтуллин, Вадим Моратшин, Камил Әбләзов.
Лайыҡлы баһа
Бөрйән ерендә тыуып үҫкән күренекле дәүләт эшмәкәре, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты Хәләф Ишморатов та – Алдар батырҙың рухын мәңгеләштереү уйы менән янып-көйөп йөрөүселәрҙән. “Бөгөн Әтектә генә түгел, ғөмүмән, башҡорт ерендә ҙур ваҡиға. Үҙебеҙҙең руханиҙарыбыҙҙың ошо түбәлә зекер уҡығандарында күҙебеҙгә йәш килде. Алдар батыр – башҡорт иленең ғорурлығы. Ҡана йылғаһы буйында тыуып үҫкән башҡорт егетенең күренекле ғәскәр башлығы булып йөрөүе – үҙе бер мөғжизә. Дипломатия тиһәк, ғәҙәттә, тәү башлап Кәрим Хәкимовты телгә алырға күнеккәнбеҙ. Ысынында иһә башҡорт дипломатияһы Алдар Иҫәкәевтән башлана”, – тине Хәләф Хәлфетдин улы. Ул бер нисә тәҡдим менән сығыш яһаны: Алдар батырҙың музейын заманса йыһазландырыу, ҙурайтыу, музейҙы, кәшәнәне туристар килерлек урынға әүерелдереү, ошо шәхес исемендәге милли көрәш турниры ойоштороу, уға арнап художестволы әҫәрҙәр яҙыу.
“Арғымаҡ” төркөмө солисы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы, Алдар батыр кәшәнәһен төҙөүселәрҙең береһе Ринат Рамаҙанов белдереүенсә, стелаға тигән аҡса бер кистә йыйылған, ҡорамалдарын эшләргә тейешле кешеләре лә тиҙ табылған. Ниәттең изге булғаны өсөн дә шулай уңышлы килеп сыҡҡанына шик юҡ.
Билдәле тарихсы Салауат Хәмиҙуллин Алдар Иҫәкәевте шәхес булараҡ телгә алды, уға бәйле тарихи дәлилдәр менән таныштырҙы. “Алдар батыр – тоҡомло тархан. Беренсе, икенсе Аҙау походтарында ҡатнаша, батырлыҡтар күрһәтә. Шул уҡ ваҡытта үҙенең шәхси уңыштарына һөйөнөп кенә йәшәмәй, ә халҡын ҡайғырта, башҡорттарҙың киләсәген уйлап, уларҙы ихтилалға күтәрә. Алдар батыр – Рәсәйҙең эске сәйәсәтенә йоғонто яһаған шәхес”, – тине ул.
Сара Бөрйән район мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең моңло сығыштары менән үрелеп барҙы, аҙаҡ көллө халыҡ Роберт Юлдашев һәм уның “Ҡурайсы” төркөмөнөң, “Арғымаҡ”тың, Хаят менән Альберт Исмаилдың концертын ҡарап кинәнде. Кәшәнә урынлашҡан тау битләүендә – мәсет, унда Ҡорбан ашы әҙерләнгәйне. Ауыл халҡын, килгән ҡунаҡтарҙы өҫтәл янына әйҙүкләнеләр.
Тотош Рәсәйҙең тарихында юйылмаҫ эҙ ҡалдырған оло шәхестең исеме лайыҡлы мәңгеләштерелеүгә хаҡлы. Бөрйәндәрҙең генә түгел, бар башҡорт халҡының Алдар батыр онотолмаһын өсөн янып йөрөүе уғата ҡыуаныслы.
- Айгөл ЙӘМИЛЕВА
Бөрйән районы