Башҡорт донъяһы
12 Август 2022, 05:00

Шығайҙа дәртле һәм егәрле халыҡ йәшәй

Советтар Союзы Геройы Шаһи Ямалетдинов, композитор Абдулла Хәлфетдинов, ҡурайсы Мөхәмәт Түлебаев ошо ауылда тыуған.

Шығайҙа дәртле һәм егәрле халыҡ йәшәйШығайҙа дәртле һәм егәрле халыҡ йәшәй
Шығайҙа дәртле һәм егәрле халыҡ йәшәй

Тамъян ырыуы тарханы Шәғәле Шаҡман вариҫтары ата-бабаларының үткәненә тоғро ҡалып, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һаҡлап, заман менән бергә атлай, һоҡланырлыҡ тормош рәүеше алып бара. Әйтергә кәрәк, нәҡ ошо данлы тоҡом нәҫеле булыу ҙа шығайҙарҙы берҙәмлеккә әйҙәп, туплап тора, улар үҙ-ара кәңәшләшеп, ойошоп, бер ғаилә булып йәшәргә этәрә.

Был төйәктән ауылдың һәм райондың данын арттырған һәләтле, билдәле кешеләр ҙә күп сыҡҡан. Улар араһынан Советтар Союзы Геройы Шаһи Ямалетдиновҡа Бөйөк Ватан һуғышынан иҫән-һау ҡайтырға насип була. Яугир һуғыштан һуң ауылды аяҡҡа баҫтырыуға тос өлөш индерә, ауыл Советы рәйесе булып эшләй. Бөгөн ауыл мәктәбе уның исемен йөрөтә.

Шығайҙан сыҡҡан арҙаҡлы ҡурайсы, күренекле композитор Абдулла Хәлфет­динов 90 йырға көй һалған. Ауылдаштары уға бағышлап төрлө саралар ойоштороп тора. Мәҫәлән, 2013 йылдан Абдулла Хәлфетдинов исемендәге асыҡ район конкурсы һәр ике йыл һайын уҙғарылып килә.

Шулай уҡ Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры, билдәле ҡурайсы Мөхәмәт Түлебаев та – ошо ауылдан. Әмир Абдразаҡов исемендәге “Башҡортостан” киностудияһы Мөхәмәт Усман улының тормош юлы, ижады тураһында “Остаз” тигән документаль фильм төшөргән.

Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, журналист Зиннәт Әминев, Башҡортостандың атҡаҙанған төҙөүсеһе Ирғәли Ғибәҙуллин, Башҡортостандың атҡаҙанған урмансыһы Фәнил Ғәлиуллин, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Фирүзә Сөләймәнова, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Лилиә Ғиззәтуллина, филология фәндәре кандидаты Розалиә Байегетова, физика фәндәре кандидаты Гөлфиә Аҫылғужина һәм башҡа бихисап егәрле шығайҙар тыуған иле үҫешенә үҙҙәренең тос өлөшөн индерә. “Почет билдәһе” ордены кавалеры Герна Ҡорбанғәли ҡыҙы Өмөтбаева ла ошо ауыл килене.  

Бөгөн дә ауыл үҫә һәм матурая, йәштәр береһенән-береһе матур йорттар һала. Әле унда 300 тирәһе йорт бар, 720 кеше йәшәй. Күп функциялы ауыл клубы уңышлы эшмәкәрлек алып бара. Халыҡ малсылыҡ, баҡсасылыҡ, урман эше менән шөғөлләнә, вахтаға йөрөп эшләйҙәр.

Ғөмүмән, Шығайҙа дәртле һәм егәрле халыҡ йәшәй. Шуғалыр ҙа инде ул ошо төбәктә мәҙәни үҙәк булып тора – район, республика кимәлендәге саралар йыш үткәрелә.

Фото: https://vk.com/id529442439?z=photo529442439_457250443%2Fwall529442439_3306

Шығайҙа дәртле һәм егәрле халыҡ йәшәй
Шығайҙа дәртле һәм егәрле халыҡ йәшәй
Шығайҙа дәртле һәм егәрле халыҡ йәшәй
Шығайҙа дәртле һәм егәрле халыҡ йәшәй
Шығайҙа дәртле һәм егәрле халыҡ йәшәй
Шығайҙа дәртле һәм егәрле халыҡ йәшәй
Шығайҙа дәртле һәм егәрле халыҡ йәшәй
Шығайҙа дәртле һәм егәрле халыҡ йәшәй
Шығайҙа дәртле һәм егәрле халыҡ йәшәй
Шығайҙа дәртле һәм егәрле халыҡ йәшәй
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас