Башҡорт донъяһы
15 Август 2022, 14:00

Ижады – яҡты маяҡ

Ауырғазы районының Талбазы ауылы мәктәптәренең береһенә башҡорт әҙәбиәтенең сағыу вәкиле, шағир, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты Рәшит Назаровтың исеме бирелде. 

Ижады – яҡты маяҡИжады – яҡты маяҡ
Ижады – яҡты маяҡ

Ошо көндәрҙә күптән көтөлгән яңылыҡ билдәле булды: Ауырғазы районының Талбазы ауылы мәктәптәренең береһенә башҡорт әҙәбиәтенең сағыу вәкиле, шағир, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты Рәшит Назаровтың исеме бирелде. Ауырғазылар күренекле яҡташын  һәр саҡ хөрмәтләп иҫкә ала һәм уның исемен мәктәпкә биреү Рәшит Назаровтың исемен мәңгеләштереү йәһәтенән ҙур аҙым булып тора.

Эльвира АЙЫТҠОЛОВА, РФ Дәүләт Думаһы депутаты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе был уңайҙан түбәндәгеләрҙе билдәләне:

 – Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы был мәсьәләне күп йылдар дауамында күтәрә килде, Рәшит Назаров исемен уның тыуған төйәгендәге мәктәп йөрөтөүен юллауҙы маҡсат итеп ҡуйҙы. Ғөмүмән, милләттәштәребеҙ тыуған республикаһының мәҙәниәтен һәм тарихын үҫтереүгә, башҡорт халҡының рухи үҫешенә ҙур өлөш индергән шәхестәрҙең исемдәрен белергә тейеш.

Был ваҡиғаның Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылы тип иғлан ителгән йылда тормошҡа ашыуы ла беҙҙең өсөн айырыуса әһәмиәтле, сөнки башҡорт шиғриәте классигы Рәшит Назаров үҙенең ижады менән башҡорт әҙәбиәтенә генә түгел, донъя әҙәбиәте үҫешенә лә тос өлөш индергән. Уның шиғри юлдары – башҡорт теленең бар матурлығын күрһәтеүсе, халҡыбыҙҙың рухиәтен сағылдырыусы юғары сәнғәт өлгөһө. Беҙ артабан да ошо мәктәпкә ярҙам итәсәкбеҙ, шулай уҡ Рәшит Назаровтың исемен мәңгеләштереүгә бәйле сараларға әҙерләнеүҙә булышлыҡ күрһәтергә планлаштырабыҙ.

Һүҙ Талбазы башҡорт гимназияһы хаҡында бара. Ул 1999 йылдың сентябрендә асылған.  2008 йылда гимназияла тулыһынса реконструкция үткәрелгән, мәктәптең өсөнсө ҡаты төҙөлгән,  интернат һәм спорт залы яңыртылған. Ошо йылда гимназия директоры итеп Светлана Юлмөхәмәтова тәғәйенләнгән. Яңы уҡыу йылында 180 бала парта артына ултырасаҡ, уларҙы 18 педагог һәм өс тәрбиәсе уҡытасаҡ. Интернатта Ауырғазы районының 29 ауылынан 51 тәрбиәләнеүсе йәшәй.

Арыҫлан ШӘҺӘРЕТДИНОВ, Ауырғазы районы хакимиәте башлығы,  ваҡиға тураһында ентекләберәк һөйләне:

 – Райондың тап ошо уҡыу йорто хәҙер яҡташыбыҙ, ҡәләм оҫтаһы, Башҡортостандың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Рәшит Назаровтың исемен йөрөтәсәк. Быға тиклем район хакимиәтенә гимназияға шағир Рәшит Назаровтың исемен биреүҙе һорап байтаҡ мөрәжәғәттәр килде. Был исемлектә гимназияның уҡытыусылар коллективы ла, әүҙемселәр ҙә  бар. Башланғысты Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Башҡортостандың  Дәүләт Йыйылышы депутаты Рөстәм Ишмөхәмәтов хупланы. Артабан беҙ Хөкүмәт кимәлендә лә ыңғай яуап алдыҡ һәм был, һис шикһеҙ, бөйөк шағирҙың яҡташтарын ҡыуандыра. Минеңсә, был ҡарар –  дөрөҫ тә, ваҡытлы ла. Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылында районыбыҙ картаһында Рәшит Назаров исемен йөрөткән мәктәп барлыҡҡа килеүе айырыуса ҡыуаныслы. Беҙ бөйөк шағир хаҡындағы хәтерҙе һаҡлау буйынса ыңғай ҡарар өсөн ихлас күңелдән янып-көйгән Ауырғазы халҡына бик рәхмәтлебеҙ. Беҙҙең бурыс  – күренекле яҡташыбыҙҙың яҡты иҫтәлеген һаҡлау, уны киләсәк быуындарға тапшырыу. Белем биреү тармағын үҫтереп һәм балаларыбыҙҙың киләсәге өсөн төрлө яҡтан хәстәрлек күреп, беҙ күренекле яҡташыбыҙҙы исемен мәңгеләштереүгә үҙ өлөшөбөҙҙө индерәбеҙ. Хәҙер, уҡыусылар мәктәпкә килгәс, мотлаҡ уның шиғырҙарын уҡыр, шағирҙың ижады менән танышырға теләктәре артыр, тигән ышаныста ҡалам.

Хәсән НАЗАР, Башҡортостандың халыҡ шағиры, шағирҙың замандашы булараҡ, үҙ фекерен еткерҙе:

 – Рәшит Назаров менән беҙ бер дәүерҙә ижад итә башланыҡ. Ул армияла хеҙмәт итә ине, ә мин, хеҙмәтемде тултырып, Бөрйән районы гәзитендә эшләй башлағайным. Тап ошо ваҡытта беҙ хат алыштыҡ, улар әле лә миндә ҡәҙерләп һаҡлана. Рәшит Назар Өфөлә дауаханала ятҡанда ла эргәһенә барып йөрөнөм. Һәр саҡ дуҫтарса аралаштыҡ, рухташтар, фекерҙәштәр, ҡәләмдәштәр булдыҡ. Уның ижадын, тормош юлын тулыһынса шағир Риф Мифтахов өйрәнде, материалдарҙы туплап бер нимсә томлы китап сығарҙы. Ошо баҫманың береһендә Рәшит Назаровтың миңә яҙған хаты ла бар. Ғөмүмән, яҡташтарының бөйөк замандашыбыҙҙың иҫтәлеген мәңгеләштереп, мәктәпкә уның исемен биреүенә бик шатмын. Бигерәк тә уларҙың шағирҙың  рухи мираҫын хөрмәтләй белеүе, иҫтәлеген тергеҙеүе ҡыуандыра, миңә ҡалһа, был күңел юғарылығын, рухи бейеклекте дәлилләй.

Ысынлап та, Рәшит Назаровтың ижады  –  шиғри оҫталыҡ өлгөһө ул. Шағир 1944 йылдың 1 ноябрендә Башҡорт АССР-ының Ауырғазы районы Төрөмбәт ауылында тыуған. Урта мәктәпте тамамлағандан һуң колхозда эшләгән. 1963-1966 йылдарҙа Совет армияһы сафында хеҙмәт иткән.

Асыҡ сығанаҡтарҙан билдәле булыуынса, ул бәләкәйҙән үк шиғыр яҙа башлағаны билдәле. Шиғырҙары һәм хикәйәләре республика матбуғатында 1961 йылдан алып баҫыла башлаған. 1965 йылда уның «Таңды ҡаршылау» тигән тәүге шиғырҙар йыйынтығы, 1970 йылда икенсеһе «Ҡояш юлы буйлап» китабы донъя күргән. 1991 йылда Башҡортостан «Китап» нәшриәте Рәшит Назаровтың «Йөрәгемде һеҙгә илтәм» (төҙөүсеһе  –  Әсхәл Әхмәтҡужин) исемле китабын сығара. Уға киң билдәле шиғырҙар һәм яңы, әле бер ҡайҙа ла баҫылмаған әҫәрҙәр ингән. 1994 йылда Риф Мифтахов мөхәррирлегендә шағирҙың «Йәшен» исемле сираттағы китабы донъя күрә.

Ун һигеҙ йәшендә үк Рәшит Назаров башҡорт әҙәбиәтендә үҙенсәлекле күренеш тип танылған.  Уның тәүге шиғри китаптары милли шиғриәттә, яңы быуын шағирҙарында эстетик зауыҡ тәрбиәләүҙә мөһим ваҡиға булараҡ билдәләнгән. Рәшит Назаров ижадында традицион образдар үҫеше, уларҙың заманса «аранжировкаһының» айырыуса сағыу миҫалдары айырым урын биләй. Әҫәрҙәренә ялҡынлы темперамент, донъяға ҡараштың яңылығы, шиғриәттең юғары рухы һәм таланты хас. Уларҙа үткән һәм хәҙерге заман ғәжәйеп рәүештә үрелеп бара. Традицион образдар яңы ритмдар менән тулылана, шиғри фекерләүҙең пульсы һәм киңлеге үҙгәрә, тип билдәләй белгестәр.

Бында шағир Риф Мифтаховҡа, уның ижадын һәр яҡлап тәрән өйрәнеүсегә рәхмәт белдерергә кәрәк. Тап Риф Фәйзрахман улы ярҙамында Рәшит Назаровтың бөтә китаптары донъя күргән.

1996 йылда Рәшит Назаров Ғәлимйән Ибраһимов исемендәге әҙәби премия лауреаты булған. 2004 йылда шағирға «Китап» нәшриәтендә баҫылып сыҡҡан һайланма әҫәрҙәренең беренсе китабы өсөн С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы бирелгән. Рәшит Сәйетбаттал улы 2006 йылда вафат булға, тыуған ауылында ерләнгән.

Рәшит Назаровтың әҫәрҙәре республиканың урта һәм юғары уҡыу йорттары программаларына индерелгән. Йыл һайын шағирҙың тыуған көнөндә «Назаров уҡыуҙары»  –  шиғри, әҙәби, музыкаль саралар циклын уҙғарыу йолаға әүерелгән.

Фото: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы.

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас