Башҡорт донъяһы
16 Август 2022, 12:53

Бер күрешеү – үҙе бер ғүмер

Аллағыуат старшинаның нәҫеле “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамына йыйылды.

Автор фотолары.Автор фотолары.
Фото:Автор фотолары.

Арҙаҡлы Аллағыуат старшинаның нәҫеле ошо көндәрҙә  Стәрлебаш районының Түбәнге Аллағыуат ауылына “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамына йыйылды. Үрге һәм Түбәнге Аллағыуат, Мостафа ауылдары халҡын берләштергән байрам ат сабышы, көрәш һәм милли уйындар менән байытылған  оло һабантуйға әүерелде.

Ашҡаҙар буйында эшлекле тырыш халыҡ йәшәй. Әүәлге колхоз ерҙәре урындағы фермерҙар тарафынан тотош эшкәртелә. Аллағыуат ауыл биләмәһендә сәселмәй ҡалған бер ер киҫәге лә юҡ. Халыҡ егәрле: мал, ҡош-ҡорт аҫрай, тырышып донъя көтә.

Һуңғы йылдарҙа ауыл советы үҙәге Түбәнге Аллағыуатта бик матур эштәр башҡарылды. Ауыл клубы төҙөкләндерелде, яңы аппаратура ҡайтарылды.  Федераль программа буйынса әле туғыҙ йыллыҡ мәктәптә ремонт эштәре тамамлана, 1 сентябрь – Белем көнөнә уҡыусылар яңыртылған бинаға киләсәк. Мәсет эшләй. Йәш ғаиләләр арта, яңы йорттар ҡалҡып сыға. 

Ауыл һабантуйҙары күптән тарихта ҡалһа ла, Аллағыуатта бындай байрам үтеүе – тәбиғи күренеш. Сөнки бының өсөн төп ике нәмә бар: ауыл халҡы үҙе әүҙем, район етәкселеге лә халыҡ башланғысын хуплап, ярҙам итеп тора.

– 2006 йылдан бирле һабантуй ойоштороп йыйылғаныбыҙ юҡ ине. Ауылдаштар дәррәү тотонғас, байрам юғары кимәлдә үтте. Һағынышып осраштыҡ. Сараны ойоштороп үткәреүҙә оло ярҙам күрһәткән Стәрлебаш район хакимиәте башлығы Рөстәм Камил улы Рәхмәтуллинға, уның урынбаҫары  Флүр  Әмир улы Шаһисолтановҡа, район мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Әлфиә Тойғоноваға, Аллағыуат мәктәбе директоры Ләйсән Асҡароваға, ауыл хакимиәте башлығы Әлфинә Ҡолһаринаға һәм яҡташыбыҙ, милли көрәш буйынса Рәсәй чемпионы Илдар Моратовҡа оло рәхмәттәремде еткерәм! VII саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты Рәмзил Ишһарин, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ҡолһарина, филология фәндәре докторы Ирена Ҡол­һарина, “Тамыр” телеканалы директоры Гөлназ Ҡолһарина, Башҡортостандың халыҡ артисы Фәтих Ҡолһарин сығышы менән Түбәнге Аллағыуаттан. Уларҙың ярҙамы ла ныҡ һиҙелде. Рәмзил Ишһарин бәйге еңеүселәрен бүләкләне. Илдар Моратов үткәргән көрәш турнирына эргә-тирәнән бихисап көрәшсе йыйылды. Егеттәр 11 ауырлыҡ категорияһында көс һынашып, 33-ө еңеүселәр иҫәбендә бүләк менән билдәләнде, шул иҫәптән 2 абсолют еңеүсенең иңенә һарыҡ һалдылар. Йыйын булғас, дәртле йыр-бейеүҙәр, уйын-көлкө, төрлө милли уйындар ҙа күп булды. Уңған килендәрҙең көйәнтә менән һыу ташыуҙа ярышыуы матур бер күренеш ине. Уҡ атыуҙа ауылдашыбыҙ Рәмзил Ишһарин беренсе урын яуланы. Миңзифа Исҡужина һәм Артур Туҡтағолов етәкселегендәге “Далан” төркө­мөнөң сығышы байрамыбыҙға йәм өҫтәне. Ә инде эңер төшкәс, һыйырҙар һауылып, мал ҡураларға ябылғас, йәштәр таң атҡансы дискотекала бейене, – тип билдәләне сараны ойоштороусыларҙың береһе, Башҡортостан­дың Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге етәксеһе Данир Ғәйнуллин.

Аллағыуат – бай тарихлы боронғо ауыл­дарҙың береһе. Ауыл атамаһы Аллағыуат старшина исеме менән бәйле. Тарихи сыға­наҡтарҙа ул мырҙа булараҡ телгә алына. Иҙеүкәйҙең (Едигей) нәҫелдәре генә мырҙа тип һаналған һәм улар Ноғай урҙаһының элитаһына ингән. Аллағыуат старшина 1737 йылғы ихтилалда әүҙем ҡатнаша. Бихисап старшина баш күтәргән өсөн ҡулға алына, язалана, каторгаға оҙатыла.  Бер төркөм старшина менән Аллағыуат та власть менән килешеүгә өлгәшә һәм иҫән ҡала, вазифаһын ғына юғалта. Был уның  абруйлы һәм белемле вотчина биләүсе булыуы хаҡында һөйләй.

Ауыл 1730 йылдарҙа Юрматы улысы ерҙәрендә барлыҡҡа килгән. Оло Аллағыуат атамаһы менән билдәле тәүге ауыл әлеге Салауат ҡалаһы ерендә урынлашҡан булған.

Аллағыуат халҡы 1773 – 1775 йылғы Крәҫтиәндәр һуғышында ла ҡатнаша. Әммә ауылдың икенсе урынға күсенеүе арҡаһында быны ревизия материалдары күрһәтмәй. Башҡа мөһим тарихи ваҡиғалар ҙа булып үтә бында. 1773 йылдың ноябрь-декабрь ай­ҙарында Ырымбурға барғанда һәм ҡайтҡанда ауыл аша отряды менән Салауат Юлаев үтә. 1774 йылда полководец  Һеләүһен Кинйә улы Арыҫлановтың отряды, ошо уҡ арала Бүгәсәүҙең полковнигы Каскын Самаров отряды ла ауылда булып китә. 1775 йылдың июлендә каратель генерал П. Голицын ауыл янында пугачевсылар менән көслө һуғыш алып бара. Карателдәр бер нисә ауылды, шул иҫәптән Аллағыуаттың бер өлөшөн көлгә әйләндерә, баш күтәреүселәргә көрәште туҡтатырға тура килә.

Аллағыуаттар 112-се башҡорт  кавалерия полкы составында 1812 йылғы Ватан һу­ғышында һәм рус ғәскәрҙәренең 1813-1814 йылдарҙағы сит ил походтарында ҡатнаша, Парижды алған өсөн көмөш миҙалдар һәм башҡа наградалар менән бүләкләнә.

Аллағыуаттың нәҫелдәре, архив мәғлүмәт­тәренә ярашлы, XVIII быуат урталарында хәҙерге Стәрлебаш районы ерҙәренә Ашҡаҙар буйына күсеп килә һәм Түбәнге, Үрге Аллағыуат булараҡ ике ауыл булып ултыра.

Аллағыуат старшинаның нәҫелдәре әлеге көндә шулай уҡ яҡындағы Ҡабыҡҡыуыш, Ырымбур өлкәһенең Новосергиевка районы Мерәҫ ауылында ла йәшәй.

Ауылдарға нигеҙ һалған Аллағыуат старшина Үрге Аллағыуат зыяратында ерләнгән.

 

Айгөл ШӘРӘФЕТДИНОВА

Читайте нас