Башҡорт донъяһы
16 Август 2022, 14:15

Журналдың яңы һаны – Силәбе башҡорттары тураһында

Башҡортостанда йәшәгән балалар Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә лә милләттәштәребеҙҙең күпләп йәшәгәнен, улар араһынан арҙаҡлы шәхестәр сыҡҡанын белеп үҫергә тейеш

Журналдың яңы һаны – Силәбе башҡорттары тураһындаЖурналдың яңы һаны – Силәбе башҡорттары тураһында
Журналдың яңы һаны – Силәбе башҡорттары тураһында

Һеҙгә матур яңылыҡ еткерергә ашығабыҙ: республиканың милли матбуғаты тарихында беренсе тапҡыр "Аҡбуҙат" республика балалар журналы ағымдағы йылдың август һанын тулыһынса Силәбе өлкәһе балаларының ижадына, төбәк тарихына бәйләгән.

Журналдың  баш мөхәррире Лариса Абдуллина фекеренсә, Башҡортостанда йәшәгән балалар Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә лә милләттәштәребеҙҙең күпләп йәшәгәнен, улар араһынан арҙаҡлы шәхестәр сыҡҡанын белеп үҫергә тейеш.

 – Бындай тематик журнал сығарыу тәжрибәһе быға тиклем дә бар ине: бер һанды Пермь  крайында йәшәгән Ғәйнә башҡорттарына арнаныҡ, ул да сағыу һәм ҡыҙыҡлы килеп сыҡты. Силәбе өлкәһе иһә, Башҡортостандан ҡала, башҡорттар күпләп йәшәгән төбәк. Халҡыбыҙҙың тарихын һәм мәҙәниәтен үҫтереүгә, туған телебеҙҙе һаҡлауға күп көс һалған ғалим Дамир Вәлиев, шағирҙар Кәтибә Кинйәбулатова, Ҡадир Даян, көрәшсе Харис Йосопов һәм башҡалар – барыһы ла был бәрәкәтле төбәктән сыҡҡан һәм был исемлек бик ҙур. Махсус һан өсөн материал туплауҙа беҙгә Башҡортостандың Силәбе өлкәһендәге вәкиле Әлфир Байымов, Аҡмулла исемендәге әҙәби берекмә етәксеһе Ҡамса Мортазин, Силәбе өлкәһендәге башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге белгестәре ярҙам күрһәтте,  –  ти Лариса Хашим ҡыҙы.  

Был һанда Силәбе өлкәһендә йәшәгән балаларҙың, яҙыусылар Кәтибә Кинйәбулатова, Урал Ҡолошовтың әҫәрҙәре менән танышып була. Шулай уҡ, рәссам, эштәрендә башҡорт халҡының милли үҙенсәлектәрен сағылдырған Михаил Воронов-Кушаковскийҙың һүрәте, данлыҡлы шәхестәр Дамир Вәлиев һәм Харис Йосопов тураһында ла мәғлүмәттәр бирелгән. Ҡағыҙҙан ҡырҡып, балалар яһай торған уйынсыҡ та Силәбе өлкәһенең төп дәүләт символына – гербына төшөрөлгән дөйәгә арналған.

Башҡортостандың Силәбе өлкәһендәге вәкиле Әлфир Байымов та тәүге сиратта төбәктә 160 меңдән ашыу башҡорт йәшәгәнлеген билдәләне.

 – Урал федераль округында бөгөн башҡорт телендә сыҡҡан баҫмалар юҡ, Арғаяш районында  "Восход" район газетаһының "Арғужа" ҡушымтаһы айына бер тапҡыр баҫыла. “Аҡбуҙат” журналының федераль каталогҡа инеүе иһә баҫманы республиканан ситтә йәшәгән милләттәштәребеҙгә яҙылыу һәм уны алдырыу мөмкинлеге бирә. Бөгөн Силәбе өлкәһе балалары өсөн 100 дананан ашыу журналға яҙылыу ойошторолдо, акцияға ярашлы, башҡорт теле өйрәтелгән 19 балалар баҡсаһы “Аҡбуҙат” журналын алдырыу мөмкинлеген алды. “Аҡбуҙат” журналының Силәбе өлкәһендә Башҡортостан вәкиллеге менән эшләнгән проекты Урал федераль округының башҡа төбәктәрендә лә ҡулланыласаҡ. Был сара ошо төбәктәргә генә хас мәҙәни йолаларҙы, милли үҙаңды, милләт-ара татыулыҡты үҫтереүгә, һәләтле балаларҙың мөмкинлектәрен асырға,  республика яңылыҡтары менән танышып барырға булышлыҡ итәсәк, - ти Әлфир Зөлфәт улы.

Фотолар "Аҡбуҙат" журналынан.

 

Журналдың яңы һаны – Силәбе башҡорттары тураһында
Журналдың яңы һаны – Силәбе башҡорттары тураһында
Журналдың яңы һаны – Силәбе башҡорттары тураһында
Журналдың яңы һаны – Силәбе башҡорттары тураһында
Журналдың яңы һаны – Силәбе башҡорттары тураһында
Журналдың яңы һаны – Силәбе башҡорттары тураһында
Журналдың яңы һаны – Силәбе башҡорттары тураһында
Журналдың яңы һаны – Силәбе башҡорттары тураһында
Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас