Башҡорт донъяһы
17 Август 2022, 13:15

Ғәйнә башҡорттары – Шүлгәнташта

Улар әйтеүенсә, элекке менән айырма – Ер менән Күк араһы...

Ғәйнә башҡорттары  –  ШүлгәнташтаҒәйнә башҡорттары  –  Шүлгәнташта
Ғәйнә башҡорттары – Шүлгәнташта

Пермь крайы башҡорттары ҡоролтайы делегацияһы "Шүлгәнташ" тарихи-мәҙәни музей комплексында булды.

- Пермь крайының башҡорт райондарынан 15 кеше Башҡортостандың хозурлығы менән танышырға килде. Әлбиттә, Шүлгәнташ музейына барыу иң ҡыҙыҡлы сәйәхәт булды. Бер көндө беҙ музей һәм мәмерйә буйлап экскурсияға бағышланыҡ. Бында барыһы ла тик яҡшы яҡҡа үҙгәргән. Элекке осор менән сағыштырғанда – Ер һәм Күк араһы. Беҙ мәмерйә быуаты донъяһына сумып ҡына ҡалманыҡ, ә боронғо быуаттарҙың мәҙәни мираҫы тураһында ла күп нәмә белдек, - тип белдерҙе Пермь крайы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Рәсил Мөхәмәтйәнов.

Тағы ла бер көндө делегация Өфө буйлап сйәхәткә бағышлаған: Салауат Юлаев һәйкәленә, Дуҫлыҡ монументына, Ҡунаҡһарайға, "Ете ҡыҙ" фонтанына һәм башҡа иҫтәлекле урындарға барған.

Фото: Рәсил Мөхәмәтйәнов.

 

Ғәйнә башҡорттары  –  Шүлгәнташта
Ғәйнә башҡорттары  –  Шүлгәнташта
Ғәйнә башҡорттары  –  Шүлгәнташта
Ғәйнә башҡорттары  –  Шүлгәнташта
Ғәйнә башҡорттары – Шүлгәнташта
Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас