Башҡорт донъяһы
24 Август 2022, 15:30

Башҡорттар Ҡыҙыл майҙанда уҡ ата

Байрам ун көн дауам итә, һәр ҡайһыһы яңы асыштар һәм сағыу тәьҫораттар менән ҡыуандырасаҡ.

Башҡорттар Ҡыҙыл майҙанда уҡ атаБашҡорттар Ҡыҙыл майҙанда уҡ ата
Башҡорттар Ҡыҙыл майҙанда уҡ ата

18-28 августа Мәскәүҙең "Зарядье" паркында V Рус география йәмғиәтенең фестивале уҙа. Рәсәй халыҡтарының мәҙәни байлығын сағылдырыу сараның төп маҡсаттарының береһе булып тора. Фестивалдә илебеҙҙең илленән ашыу төбәге ҡатнаша, шул иҫәптән Башҡортостан Республикаһы ла.

Кремль эргәһендә ҡоролған тирмәлә тарихи йыһаздар, башҡорт элементтарын үҙ эсенә алған халыҡ ижады оҫталарының ҡул эштәре, шулай уҡ башҡорттарҙың көнкүреш әйберҙәрен күрергә мөмкин. Шулай итеп, баш ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары Башҡортостандың тарихы һәм мәҙәниәте менән яҡындан таныша ала.

Программа сиктәрендә фестиваль ҡунаҡтары өсөн төрлө йүнәлештәр буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойошторолған. Юлай Ғәлиуллин, Рәйес Низаметдинов, Гөлгөнә Баймырҙина килеүселәрҙе уҡтан атыу үҙенсәлектәре менән таныштыра.

Башҡортостандың музыкаль хазинаһын Рәйес Низаметдинов, Зәлиә Ғиниәтуллина, Рузан Ғиниәтуллин тәҡдим итә. Бынан тыш, ихатала Гөлгөнә Рәхимова, Салауат Юлдыбаев һәм Фатима Хәйретдинова уйындар ҙа ойошторған. Улар ҡунаҡтарҙы башҡорт бейеүҙәрен башҡарырға өйрәткән. Тирмә һәм тышҡы ихаталар буйынса экскурсияны Ләйсән Мәзитова һәм Илгиз Таһиров үткәрә.

Теләгәндәр ҡулланма-биҙәү сәнғәте буйынса оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнаша ала. Уларҙы Әлфиә Әхтәриева (сигеү), Иҙел Хәкимов (түшелдеректәр эшләү), Әлиә Минәжева (ҡоро техника буйынса кейеҙ балаҫ баҫыу), Айнур Ғафаров (тире менән эшләү) алып бара.

Фестивалдең төп сәхнәһендә «Арғымаҡ» төркөмө сығыш яһаясаҡ. Коллективтың етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Ринат Рамаҙанов әйтеүенсә, улар бай йөкмәткеле концерт программаһы әҙерләгән.

26 августа Рус география йәмғиәте фестивале сиктәрендә Башҡортостан Республикаһы көнө уҙасаҡ. Фестиваль ҡунаҡтарын «Һабантуй» спорт-уйын программаһы көтә.

Фестивалдең төп сәхнәһендә «Мираҫ» фольклор йыр һәм бейеү ансамбле, Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солистары сығыш яһаясаҡ. Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Диана Ишниязова, Илнур Хәйруллин, халыҡ-ара конкурстар лауреаттары Тимур Рамаҙанов, Илдар Абдуллин, Алиса Жумагалиева, Әлфиә Ниғмәтуллина, мультиинструменталист Заһир Зәйнетдинов һәм «Хазина» этно-төркөмө сағыу сығыштары менән байрамды биҙәйәсәк.

Заманса башҡорт этник йүнәлешен популяр башҡарыусы Заһир Зәйнетдинов һәм ҡыҙҙарҙан ғына торған берҙән-бер этно-төркөм - «Хазина» күрһәтәсәк. «Бишбармаҡ» оркестрының сығышы сағыу һәм онотолмаҫлыҡ буласаҡ. Рус фолкы исеменән халыҡ-ара конкурстар лауреаттары - Полина Кобец етәкселегендәге «UZORITCA» сығыш яһаясаҡ. Бынан тыш, «Торатау» геопаркы тураһында комикс мотивтары буйынса йәнһүрәт күрһәтеләсәк. Ойоштороусылар шулай уҡ тамашасылар менән интерактив викторина уҙғарасаҡ, «Торатау» геопаркынан ҡиммәтле бүләктәр уйнатыласаҡ.

Бында шулай уҡ Мәскәү һәм Рәсәй туроператорҙары өсөн республиканың туристик ҡеүәте күрһәтелгән. Фестиваль барышында Айнур Асҡаровтың Мостай Кәримдең повесы буйынса төшөрөлгән «Өс таған» башҡорт фильмы һәм поляр штурман Валериан Альбанов тураһында «Көньяҡҡа, Франц Иосиф Еренә» документаль фильмы һәм уның исемен йөрөткән Полярниктар музейын булдырыу тарихы күрһәтеләсәк.

Был сағыу ваҡиға бер майҙанда баш ҡала халҡын һәм ҡунаҡтарын ғына түгел, шулай уҡ баш ҡалала йәшәгән яҡташтарыбыҙҙы ла берләштерә.

Мәғлүм булыуынса, Рус география йәмғиәте фестивале Рәсәйҙә 18 августа билдәләнгән Географ көнөнә һәм Рус география йәмғиәтенең 177 йыллығына арналған. Байрам ун көн дауам итә, һәр ҡайһыһы яңы асыштар һәм сағыу тәьҫораттар менән ҡыуандырасаҡ.

Фотолар: Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы.

Башҡорттар Ҡыҙыл майҙанда уҡ ата
Башҡорттар Ҡыҙыл майҙанда уҡ ата
Башҡорттар Ҡыҙыл майҙанда уҡ ата
Башҡорттар Ҡыҙыл майҙанда уҡ ата
Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас