Башҡорт донъяһы
30 Август 2022, 17:30

Әнүәр Әсфәндиәровтың иҫтәлегенә арнап

"Ауыл тарихы - Башҡортостан тарихында" тип аталған тыуған яҡты өйрәнеү проектының исем туйы үтте.

Әнүәр Әсфәндиәровтың иҫтәлегенә арнапӘнүәр Әсфәндиәровтың иҫтәлегенә арнап
Әнүәр Әсфәндиәровтың иҫтәлегенә арнап

Бөгөн "Торатау" конгресс-холында "Ауыл тарихы - Башҡортостан тарихында" тыуған яҡты өйрәнеү проектының презентацияһы үтте. Мәғлүм булыуынса, билдәле ғалим-тарихсы, профессор Әнүәр Әсфәндиәровтың иҫтәлегенә арналған проект 2021 йылдың авгусынан Башҡортостан Башлығы грантына тормошҡа ашырыла.

Республика властары тарихи хәтерҙе һәм халыҡ мәҙәниәтен һаҡлауға ҙур иғтибар бүлә. Конференцияла ҡатнашыусыларға тәбрикләү һүҙе менән Башҡортостан Хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры Азат Бадранов мөрәжәғәт итте.

- Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың командаһы республикабыҙҙың хәтер мәҙәниәтенә, мемориаль эшкә, тарихты өйрәнеүгә һәм һаҡлауға ҙур иғтибар бүлә. 2019 йылдан был йүнәлештә оҙайлы программа эшләй башланы. Мәҫәлән, быйыл Шүлгәнташ музей комплексы асылды, ә алдағы йылдарҙа төбәктә Күсмә цивилизациялар музейы барлыҡҡа киләсәк. "Ауыл тарихы – Башҡортостан тарихында" проекты һәм тыуған яҡты өйрәнеүселәргә күрһәтелгән ярҙам - был эштең дауамы. Тыуған яҡты өйрәнеүселәр - тарихи хәтерҙе һаҡлау эшенә бар көсөн һалған кешеләр. Был бигерәк тә Көнбайыш тарафынан үткәрелгән сәйәсәт –тарихыбыҙҙы ҡабаттан яҙырға һәм боҙоп күрһәтергә тырышыуы фонында бик мөһим.

Ауылдарҙың тарихын өйрәнеү контексында тыуған яҡты өйрәнеүҙе үҫтереү халыҡтарыбыҙҙың рухи мираҫын һәм ғаилә тарихын һаҡлау йәһәтенән айырыуса мөһим. Хәҙер урбанизация тенденцияһы бара, был ауыл халҡының кәмеүенә һәм ауылдарҙың юҡҡа сығыуына килтерә. Әммә, минеңсә, был ауылдарҙың тарихы юғалырға тейеш түгел, сөнки тап шунда беҙҙең тамырҙарыбыҙ: ырыу тарихы, ғаиләләр, халыҡтар тарихы һаҡлана,  –  тип билдәләне Азат Шамил улы.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова тыуған яҡты өйрәнеүселәрҙең халыҡтың тарихи хәтерен һаҡлау йәһәтенән дәүләт алдына ҡуйылған бурыстар ни тиклем мөһим икәнен билдәләне.

- Журналист булған осорҙа тыуған яҡты өйрәнеүселәр менән күп аралашырға тура килде, берлектәге проекттар әҙерләнек, хәҙер иһә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы эшмәкәрлеге сиктәрендә хеҙмәттәшлекте дауам итәбеҙ. Шуға күрә тыуған яҡты өйрәнеүсенән дә нығыраҡ тыуған төйәген яратҡан кеше юҡ, тип әйтә алам. Ә бит тап ошондай бәләкәй өлөштәрҙән беҙҙең ҙур Ватаныбыҙ туплана, - тип билдәләне Эльвира Ринат ҡыҙы.

Проект сиктәрендә ауылдар тарихы буйынса "Башҡортостандың тораҡ пункттары" мәғлүмәт ресурсы булдырылған, шул уҡ исемдәге энциклопедия нәшер ителгән. Баҫмала ауылдарҙың тарихы системаға һалынған, аныҡланған, Башҡортостандың юғалған тораҡ пункттары тураһында мәғлүмәттәр мәңгеләштерелгән. Конференцияла ҡатнашыусылар билдәләүенсә, ауылдарҙың барлыҡҡа килеүе һәм тарихы - иғтибар талап иткән көнүҙәк темаларҙың береһе, сөнки халыҡты территориаль һәм этник яҡтан идентификациялау тап уға бәйле.

Башҡортостан ауылдарының тарихын өйрәнеүгә күренекле ғалим, тарих фәндәре кандидаты Әнүәр Әсфәндиәров бар ғүмерен бағышланған һәм был проект тап уның иҫтәлегенә арнала.

1939 йылғы халыҡ иҫәбен алыу буйынса БАССР-ҙа 8887 ауыл иҫәпкә алынған (ауылдар, ҡасабалар, ауылдар, барактар, утарҙар), 22 эшселәр ҡасабаһы һәм алты ҡала. Әлеге ваҡытта Башҡортостанда 4532 ауыл, ҡала тибындағы ике ҡасаба, 21 ҡала бар. Әгәр ҡала биләмәләре миграция йоғонтоһона бик аҙ бирелһә, ауылдар социаль-иҡтисади үҙгәрештәргә үтә һиҙгер. Проекттың бурыстары иҫәбенә төрлө тарихи осорҙағы тораҡ пункттарға ҡағылышлы мәғлүмәт йыйыуҙы һәм уларҙы системалаштырыуҙы ойоштороу, ҡулланыусылар өсөн берҙәм ресурс булдырыу индерелгәйне. Был эш шулай уҡ юҡҡа сыҡҡан ауылдарҙың тормошо, уларҙың инфраструктураһы, билдәле яҡташтарыбыҙ тураһында мәғлүмәттәрҙе тергеҙеүгә, тикшеренеүселәрҙе туплауға, яңыларын йәлеп итеүгә йүнәлтелгән.

"Башҡортостандың тораҡ пункттары" энциклопедияһын әҙерләгәндә республика райондары һәм башҡорттар күпләп йәшәгән Рәсәй субъекттары менән эш итеү координация төркөмдәре ойошторолған, унда 300-ҙән ашыу кеше йәлеп ителгән. Марат Зөлҡәрнәев, Клара Әһлиуллина, Анастасия Корочкина проектты тормошҡа ашырыу һәм республиканың муниципаль райондарында тикшеренеү эштәрен алып барырға, сығанаҡтар менән эшләргә өйрәтеү буйынса методик семинарҙар, шулай уҡ Силәбе, Свердловск, Ырымбур өлкәләрендә тыуған яҡты өйрәнеүселәр менән осрашыуҙар үткәрҙе.

Баҫманы әҙерләгәндә "Башҡорт энциклопедияһы" дәүләт автономиялы ғилми учреждениеһы әҙерләгән төбәк энциклопедияларын әҙерләү методикаһы файҙаланылған, уның хеҙмәткәрҙәре мәҡәләләрҙе яҙыуҙа, мөхәррирләүҙә әүҙем ҡатнашҡан. Проектты тормошҡа ашырыуҙа Башҡортостан тыуған яҡты өйрәнеүселәр йәмғиәтенең урындағы бүлексәләре, муниципаль райондар һәм ҡала округтары, ауыл биләмәләре хакимиәттәре, ғалимдар, архив, китапхана, музей белгестәре ярҙам күрһәткән.

Сара барышында республиканың тарихи мираҫын һаҡлауға, үҫтереүгә тос өлөш индергән тарихсыларға, тыуған яҡты өйрәнеүселәргә, йәмәғәт эшмәкәрҙәренә Башҡортостандың дәүләт наградалары, Почет грамоталары тапшырылды.

Фотолар: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы.

Әнүәр Әсфәндиәровтың иҫтәлегенә арнап
Әнүәр Әсфәндиәровтың иҫтәлегенә арнап
Әнүәр Әсфәндиәровтың иҫтәлегенә арнап
Әнүәр Әсфәндиәровтың иҫтәлегенә арнап
Әнүәр Әсфәндиәровтың иҫтәлегенә арнап
Әнүәр Әсфәндиәровтың иҫтәлегенә арнап
Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас