

Республика Хөкүмәте сайтында хәбәр ителеүенсә, бөгөн Өфөлә билдәле ғалим Әнүәр Әсфәндиәров иҫтәлегенә арналған конференция үтте. Сарала Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Азат Бадранов ҡатнашты.
Конференция барышында “Ауыл тарихы - Башҡортостан тарихында” тыуған яҡты өйрәнеү проекты ла презентацияланды. Ул ошо айҙа Башҡортостан Башлығы грантына тормошҡа ашырыла башланы.
Проектта “Башҡортостан тораҡ пункттары” мәғлүмәт ресурсы тупланған һәм энциклопедия сығарылған. Башҡортостан ауылдарын өйрәнеү буйынса иҫән сағында тарихсы Әнүәр Әсфәндиәров шаҡтай эш атҡарҙы.
Конференцияла ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров исеменән сәләмләп, Азат Шамил улы сығышында республикала тарихты өйрәнеү, һаҡлау һәм киләһе быуынға тапшырыу буйынса ҙур эштәр алып барылғанын билдәләне.
– Беҙ 2019 йылда рәсми рәүештә “Башҡортостан Республикаһы тыуған яҡты өйрәнеүселәр йәмғиәте”н булдырҙыҡ. Тыуған яҡты өйрәнеүселәргә төрлө яҡлап ярҙам күрһәтелә, ошо ваҡыт арауығында 12 китап сығарылды, конференциялар үтте, - тип һөйләп үтте Премьер-министрҙың беренсе урынбаҫары. Ул шулай уҡ әлеге ғилми хеҙмәтте Әнүәр Закир улының эшен дауам итеү тип атаны.
Фото: республика Хөкүмәте сайты.