Башҡорт донъяһы
9 Сентябрь 2022, 05:40

Гөлдәр ханым боронғо баш кейеме – кәләбаш тегә

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һоҡланғыс оҫта менән таныштырҙы. 

Гөлдәр ханым боронғо баш кейеме – кәләбаш тегәГөлдәр ханым боронғо баш кейеме – кәләбаш тегә
Гөлдәр ханым боронғо баш кейеме – кәләбаш тегә

"Бөгөн, Милли кейем көнөндә, һеҙҙе үҙ эшендә иң яҡшыларҙың береһе булған һоҡланғыс оҫта менән таныштырғым килә. Салауат районының Комсомол ауылынан Гөлдәр Шәрәфетдин ҡыҙы Шәбиева бына инде күп йылдар башҡорт кейемдәре тегә һәм биҙәүестәр эшләй.

Үҙ эшендә оҫтабикә аутентик материалдарҙы ғына ҡуллана. Мәҫәлән, уның бер түшелдереге - Эрмитаж коллекцияһынан XVIII быуат биҙәүесе күсермәһе - 1718 йылда әйләнештән алынған тәңкәләр менән биҙәлгән. Тағы ла Гөлдәр Шәрәфетдин ҡыҙы – торҡа һымаҡ ҡатын-ҡыҙ баш кейеме кәләбаш етештерә белгән кешеләрҙең береһе.

Оҫтабикә кейемдәрҙең һәм биҙәүестәрҙең барыһын да өйөндә эшләй. Ә быйыл йәй Гөлдәр Шәбиева үҙенең ихатаһында, махсус төҙөлгән бинала, этнографик музей асты. Экспозиция бай - кейемдәрҙән тыш, унда йорт йыһаздары һәм кәрәк-яраҡтары ла бар. Салауат районында булһағыҙ, ошо музейға мотлаҡ инеп сығығыҙ.

Бөтәгеҙҙе лә Милли кейем байрамы менән!"

Фото: vk.com/radiyhabirov?w=wall413272232_873599

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас