Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
9 Сентябрь 2022, 07:00

Милли кейем көнө менән!

Бөгөн төштән һуң һәр кем бушлай милли кейемдәрҙә фотоға төшә ала. Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды һәм "Ағиҙел" предприятиеһы шундай мөмкинлек бирә.

Милли кейем көнө менән!
Милли кейем көнө менән!

Башҡортостанда апрель айының икенсе һәм сентябрҙең өсөнсө йомаһында Милли кейем көнө үткәрелә. Ошо байрам айҡанлы, бөгөн Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды һәм "Ағиҙел" башҡорт сәнғәт әйберҙәре кәсептәре дәүләт унитар предприятиеһы барлыҡ теләүселәр өсөн Башҡорт милли кейемдәрендә фотосессия үткәрә.

Һәр кемгә башҡорт милли кейеме һәм биш минут ваҡыт биреләсәк. Фотоһүрәттәр "Бәйләнештә" социаль селтәрендә предприятие төркөмөнә һалынасаҡ, аҙаҡ һеҙҙең электрон почтаға ебәреләсәк.

Сара 9 сентябрҙә 15:00 сәғәттән 17:00 сәғәткә тиклем Өфө ҡалаһы, Октябрь проспекты, 60 адресы буйынса "Ағиҙел" сувенир магазинында үткәрелә. Тик ҡатнашырға теләүселәрҙе һылтанма буйынса үтеп, алдан яҙылырға һорағандар: https://forms.gle/uUQztvCNxqEuk2kx9

Фото: almode.ru

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас: