Башҡорт донъяһы
12 Сентябрь 2022, 18:00

“Урал батыр”, Салауат Юлаев, башҡорт һыбайлыһы...

"Барығыҙҙы ла 11 октябрҙә - Республика көнөндә һәйкәлде асыу тантанаһына саҡырам".

“Урал батыр”, Салауат Юлаев, башҡорт һыбайлыһы...“Урал батыр”, Салауат Юлаев, башҡорт һыбайлыһы...
“Урал батыр”, Салауат Юлаев, башҡорт һыбайлыһы...

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың сәхифәһенән:

"Бөгөн беҙ бөйөк скульпторыбыҙ Салауат Щербаков менән һул барельефтың әҙерлеген ҡарарға барҙыҡ. Ул видеола күренә, тиҙҙән монтажлай башлаясаҡтар. Салауат Александрович әйтеүенсә, бында башҡорт халҡы тарихынан сюжеттар һүрәтләнгән. “Урал батыр” эпосы, Салауат Юлаев, башҡорт һыбайлыһы... Бик матур килеп сығасаҡ. Эштәр графикка ярашлы бара, тиҙҙән постаментта генерал Шайморатовтың скульптураһы барлыҡҡа киләсәк. Барығыҙҙы ла 11 октябрҙә - Республика көнөндә һәйкәлде асыу тантанаһына саҡырам".

Фото: Р. Хәбировтың видеояҙмаһынан скриншот.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас