

Хәбәр итеүебеҙсә, Өфө ҡалаһындағы иң күркәм шифаханаларҙың береһе “Йәшел сауҡалыҡ”та Туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыларының төбәк-ара форумы ойошторолдо. Мәртәбәле сарала ҡатнашҡан Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова был хаҡта үҙенең фекерен белдерҙе.
– Туған тел аша беҙ мәҙәниәтте һаҡлап һәм үҫтереп кенә ҡалмайбыҙ, ә үҫеп килгән йәш быуында милли берҙәйлек тә булдырабыҙ, – тип һөйләне Эльвира Ринат ҡыҙы. – Милли берҙәйлек аша беҙҙең бөйөк илебеҙҙең һәр гражданында дөйөм гражданлыҡ позицияһын булдырабыҙ. Рәсәй – ҙур ил, унда күп милләттәр дуҫлыҡта йәшәй, бик күп төрлө телдәр, мәҙәниәттәр һәм традициялар бар.
Эльвира Айытҡолова әйтеүенсә, Өфөләге тематик форум ваҡытында Башҡортостандың һәм Рәсәй төбәктәренең туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары тәжрибә уртаҡлашҡан, уҡытыу методикаһы тураһында фекер алышҡан.
Фото: Эльвира Айытҡолованың шәхси сәхифәһенән.