

Әбйәлил районында халҡыбыҙҙың мәҙәниәтенә, сәнғәтенә һәм тарихына бәйле бик матур байрамдар, конкурстар үткәрелә. Уларҙың күбеһен башҡа райондар ҙа үҙ итә, артабан изге традицияға әйләнеп тә китәләр. Мәҫәлән, "Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!", "Кейеҙ байрамы", "Ашъяулыҡ" һәм башҡалар.
Был юлы әбйәлилдәр йәнә бер башланғысҡа нигеҙ һалмаҡсы. Районда йәшәгән халыҡтарҙың йолаларын өйрәнеү һәм һаҡлау, үҫеп килгән быуында мәҙәниәткә ҡыҙыҡһыныу уятыу, шәхси музейҙарҙы һәм коллекционерҙарҙы асыҡлау, уларҙы үҫтереү һәм ярҙам итеү маҡсатында “Алтын һандыҡ” конкурсы ойошторола. Ғаризалар 1 ноябргә тиклем түбәндәге электрон адрес буйынса ҡабул ителә: tagir.yakupov.2013@mail.ru Белешмәләр өсөн телефон: 8-965-934-3557.
Еңеүселәр “Иң яҡшы боронғо шәхси музей”, “Боронғо биҙәүестәрҙең уникаль коллекцияһы”, “Иң боронғо ҡиммәтле экспонат” номинациялары буйынса билдәләнә.
Һеҙҙең "Алтын һандыҡ" та ниндәй ҡомартҡыларығыҙ бар? Ҡатнашығыҙ бәйгелә!
Фото: Мәҙинә Фазылова.