Башҡорт донъяһы
16 Сентябрь 2022, 12:50

Был проекттың даирәһе киң

"Педагог та, мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы тәрбиәсеһе лә сценарийҙарҙы яҙа, дөрөҫ төҙөй белергә тейеш".

Был проекттың даирәһе киңБыл проекттың даирәһе киң
Был проекттың даирәһе киң

Бөгөн Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылы сиктәрендә Ағиҙел ҡалаһында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы “Ижади майҙан” тип исемләнгән күсмә комплекслы сара уҙғара, тип хәбәр иткәйнек.

Сара сиктәрендә Ағиҙел ҡалаһының башҡорт гимназияһында “Кинематография” майҙансығы ойошторолған. Унда урындағы телевидение хеҙмәткәрҙәре, мәктәп студияларында тәрбиәләнеүселәр, өлкән класс уҡыусылары, йәштәр өсөн оператор оҫталығы нигеҙҙәре, киносценарий яҙыу һәм кинофильм өсөн темалар һайлау буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрелде.

Майҙансыҡтың модераторы булараҡ Башҡортостан Республикаһы Кинематографистар союзы рәйесе Зөһрә Бураҡаева сығыш яһаны. Зөһрә Диҡҡәт ҡыҙы шулай уҡ, «Ер һүҙе 2.0» төбәк-ара һанлы белем биреү проекты һәм “Ер һүҙе: киләсәккә аҙым” республика конкурсы хаҡында ла һүҙ алып барҙы.

– Педагог та, мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы тәрбиәсеһе лә сценарийҙарҙы яҙа, дөрөҫ төҙөй белергә тейеш. Тамашасыларҙың ижади тауарҙы ҡабул итеүе бер үк драматургия закондары буйынса бара. Шуға күрә улар төрлө өлкәләрҙә ҡулланыла. Бөгөнгө оҫталыҡ дәресе ошо закондарҙы белеүҙе ғәҙәти хәл итеп күҙаллаған белгестәргә йүнәлтелгән. Оҫталыҡ дәресе, икенсе яҡтан, үҙ эшмәкәрлегеңде, уның йүнәлеш-маҡсаттарын тикшереүгә, ижади кеше булараҡ үҙеңә башҡа күҙлектән ҡарау мөмкинлеген бирә. Ул бер ҡасан да файҙаһыҙ булмай, – тине Зөһрә Бураҡаева.

“Әҙәбиәт” майҙансығында модератор булып Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзы ағзаһы, журналист, “Һәнәк” журналының баш мөхәррире вазифаһын башҡарыусы Миләүшә Ҡаһарманова сығыш яһаны. Улар урындағы яҙыусылар, әҙәби түңәрәк етәкселәре, мәктәп уҡыусылары менән хәҙерге башҡорт әҙәбиәте проблемаларын һәм бурыстарын билдәләне, фекер алышты.


Өфө сәнғәт училищеһы уҡытыусыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Йәлил Сөләймәнов “Һынлы һәм ҡулланма сәнғәт” майҙансығында мәктәп уҡыусылары һәм уҡытыусылары өсөн башҡорт рәссамдарының ижады, шулай уҡ “Урал батыр” эпосы буйынса һүрәттәр төшөрөү буйынса оҫталыҡ дәресе ойошторҙо.

 –  “Ижади майҙан” идеяһы күңелемә хуш килде. Был - үҙ йүнәлештәрендә (сәнғәттә, фәндә) танылыуға өлгәшкән профессионалдар менән  балалар, йәштәр араһында тығыҙ бәйләнеш ойоштороу өсөн ҡыҙыҡлы һәм һөҙөмтәле сара. Йәнле һәм сағыу аралашыу бер нимәне лә алмаштыра алмай. Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең һынлы сәнғәтенә ҙур өлөш индергән билдәле рәссамдар хаҡында балаларға, үҫмерҙәргә лекция уҡыйым, картиналарҙы күрһәтәм һәм комментарийҙар бирәм. Оҫталыҡ дәрестәре балаларҙың иғтибарын йәлеп иткәнен күрәм, улар минең менән бергә ҙур ҡыуаныс кисерә. “Ижади майҙан” проектының ҡеүәте ҙур. Тәү сиратта мәҙәниәт, сәнғәт, фән вәкилдәре менән аралашыу бик файҙалы булған йәш ҡатнашыусыларға, улар ваҡыт үтеү менән сәнғәттең бер йүнәлешен һайлар, моғайын, мәҙәниәт эшмәкәрҙәре булыр. Был осрашыуҙар оҙаҡ онотолмаясаҡ,  – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Йәлил Әхмәт улы.

Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.

Ағиҙел ҡалаһында үткән сара тураһында гәзиттең киләһе һандарында тулыраҡ уҡырһығыҙ.

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас