

Ҡурған өлкәһендә 14 мең самаһы башҡорт йәшәй, башлыса улар Сафакүл һәм Әлмән райондарында төпләнгән. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы бындағы милләттәштәр менән даими бәйләнеш булдырған, өлкәнең йәмәғәт ойошмалары менән әүҙем хеҙмәттәшлек итә. Мәҙәниәт һәм мәғариф, ғилми-тикшеренеү өлкәһендә күп яҡлы үҙ-ара эшмәкәрлек яйға һалынған. Күптән түгел ҡоролтай ағзалары унда сираттағы эш сәфәрендә булды.
– Милләттәштәребеҙҙең туған телебеҙҙе өйрәнеүгә теләге көслө. Беҙгә урындағы йәмәғәтселек вәкилдәре ошо ынтылышты хуплау кәрәклеге тураһында мөрәжәғәт итте. Шуныһы ҡыуаныслы: Ҡурған өлкәһенең власть вәкилдәре балалары туған телен өйрәнергә теләк белдергән ата-әсәләргә ярҙам ҡулы һуҙа. Быйыл ҡурғандар Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы иғлан иткән Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылы сараларында ла әүҙем ҡатнаша, – ти Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы аппараты етәксеһе Рөстәм Баянов.
Сәфәрҙең тәүге көнөндә делегация Ҡурған өлкәһенең Сафакүл районы хакимиәте башлығы Ансар Әхмәтйәнов, Ҡурған өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Ильяс Бәҙретдинов һәм хакимиәт башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Булат Мөжәһитов менән осрашҡан. Фекер алышыуҙа шулай уҡ райондың мәғариф өлкәһе вәкилдәре лә ҡатнашҡан.
Эшлекле сәфәр барышында Сафакүл районында башҡорт мәҙәниәтен һаҡлау һәм үҫтереү саралары тураһында фекер алышыу булған, район биләмәһендә фәнни-ғәмәли конференцияға әҙерлек һәм уны үткәреү мәсьәләләре тикшерелгән. Башҡортостан Республикаһы һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Ҡурған ерендәге башҡорт йәмәғәтселегенә тағы ниндәй ярҙам күрһәтә алыуына айырым туҡталғандар. Анығыраҡ әйткәндә, был башҡорт теле уҡытыусыларын һәм мәҙәниәт өлкәһе хеҙмәткәрҙәрен әҙерләүгә, өлкән класс уҡыусыларына һөнәри йүнәлеш биреүгә, башҡорт мәҙәниәте менән тығыҙ бәйләнештә булыу һәм йәмәғәт ойошмаларының грант эшмәкәрлегендә ҡатнашыу өсөн йүнәлешле лагерҙарҙа балалар ялын ойоштороуға ҡағыла.
Осрашыуҙар барышында түбәндәге мәсьәләләр ҙә асыҡланған: ҡыҙғанысҡа ҡаршы, урындағы йәмәғәтселәр яғынан башҡорт мәҙәниәтен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса саралар, шул иҫәптән төрлө гранттар юллау эшмәкәрлегендә ҡатнашыу, милләт-ара мәсьәләләр буйынса комитеттар аша субсидия юллау йүнәлешендә әүҙемлек юҡ.
2023 йылдың ғинуарында Ҡурған өлкәһендә Башҡортостан, Үзбәкстан һәм Силәбе өлкәләренең ғилми даирәләре, киң йәмәғәтселек ҡатнашлығында фәнни-ғәмәли конференция уҙғарыу күҙаллана. Шулай уҡ Ҡурған һәм Силәбе ерендә тыуып үҫкән арҙаҡлы шәхестәр, Башҡортостан мәғарифы үҫешенә ҙур өлөш индергән милләттәштәребеҙ Ғәлимйән Таған һәм Шәриф Манатовтың иҫтәлеген мәңгеләштереү мәсьәләһе лә тикшерелде.
Делегациябыҙҙың Ҡурған өлкәһендәге сәфәрендә Башҡортостан Республикаһының Силәбе өлкәһендәге даими вәкиле Әлфир Байымов һәм беҙҙең республиканың Мәғариф һәм фән министрлығының Милли мәғариф идаралығының дәүләт программаларын тормошҡа ашырыу һәм төбәк-ара хеҙмәттәшлек бүлегенең баш белгес-эксперты Гөлсөм Дилмөхәмәтова ҡатнашты.
Уҙған осорҙағы хеҙмәттәшлектең һөҙөмтәләренә килгәндә, сит төбәктәрҙә йәшәгән милләттәштәребеҙгә рухи-мәҙәни һәм матди ярҙам күрһәтеү йәһәтенән махсус проектты бойомға ашырыу барышында Башҡортостан Республикаһы Ҡурған өлкәһенең белем биреү ойошмаларын, башҡорт телен уҡытыуҙы һәм өйрәнеүҙе ойоштороу өсөн, башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса уҡытыу-методик әсбаптар менән тәьмин иткән.
Ҡурған өлкәһендәге башҡорт йәмәғәтселегенә туған телде өйрәнеү өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса уҡытыу-методик тупланмалар, өлкә башҡорттары ҡоролтайына бүләккә тирмә, Башҡортостан Республикаһының дәүләт символикаһы һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы символикаһы атрибуттары, милли музыка ҡоралдары (ҡурай, ҡумыҙ) тапшырылған, ә Сафакүл районының “Ләйсән” ансамбленә 15 милли кейем тупланмаһы бүләк ителгән.
Сит төбәктә туған телде, мәҙәниәтте һәм милли үҙаңды һаҡлау, рухи мираҫты киләсәк быуындарға тапшырыу икеләтә ҡатмарлыраҡ. Ошондай осрашыуҙар, рухи хеҙмәттәшлек һәм үҙ-ара ярҙам иһә дәрт-дарман, көс-ҡеүәт өҫтәй.
- И. СӘЙЕТГӘРӘЕВА