Башҡорт донъяһы
16 Сентябрь 2022, 08:30

“Ижади майҙан” кешеләрҙе берләштерҙе

Был проект сиктәрендә Ағиҙел ҡалаһында башҡорт йәмәғәт ойошмалары етәкселәре һәм әүҙемселәре менән осрашыу уҙғарылды.

“Ижади майҙан” кешеләрҙе берләштерҙе“Ижади майҙан” кешеләрҙе берләштерҙе
“Ижади майҙан” кешеләрҙе берләштерҙе

Башҡорт йәмәғәт ойошмалары етәкселәре, башҡорт ырыуҙары рәйестәре һәм ағзалары, тарихсылар, тыуған яҡты өйрәнеүселәр өсөн майҙансыҡта Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Юлдаш Йосопов, Ағиҙел ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы урынбаҫары Илүс Ялашев, Ағиҙел ҡалаһы ҡала округы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Гөлфиә Денисламова ҡатнашты. Ул ойошманың эшмәкәрлеге менән таныштырып үтте.                                

“Был иҫтәлекле сараның  Ағиҙел ҡалаһында үтеүе яуаплылыҡ ҡына түгел, мәртәбә һәм ғорурлыҡ та. Беҙ халҡыбыҙҙың социаль, иҡтисади, мәҙәни, тарихи һәм тел мәсьәләләрен хәл итеү буйынса  шаҡтай һөҙөмтәле эш алып барабыҙ.

2007  йылда урындағы башҡорт гимназияһының бинаһы  үҙгәртеп ҡоролдо. Ошо йылда гимназия бинаһында яңы уҡыу кабинеттары   менән бер рәттән  ҡала башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының айырым кабинеты булдырылды. Бында комитеттың ултырыштары үтә, гимназия уҡыусыларының кесе ҡоролтайы эшмәкәрлек алып бара.

Ҡалабыҙҙа бер генә милли байрам, бер генә күргәҙмә лә  ҡоролтай, “Ағинәйҙәр клубы” ҡатнашлығынан башҡа үтмәй: байрам парадтарында ла ҡатнашабыҙ,  концерттарҙа сығыш яһайбыҙ,  башҡорт теленән халыҡ-ара диктант та яҙабыҙ, халҡыбыҙҙың ҡул эштәре буйынса оҫталыҡ дәрестәре һәм  кис ултырыу сараларын үткәрәбеҙ һәм башҡалар. Иң мөһиме – милләттәштәребеҙҙе берләштереп торған ойошмабыҙ”, - тине ул.

Майҙансыҡта башҡорт халҡының үҫеш стратегияһы, ырыуҙар хәрәкәте, 1812 йылғы Ватан һуғышының 210 йыллығын байрам итеү, Ағиҙел ҡалаһы ҡала округы башҡорттары ҡоролтайының, атайҙар һәм ҡатын-ҡыҙҙар советтарының эшмәкәрлеге, ағинәйҙәр ҡоро, социаль селтәрҙәрҙәге эш хаҡында һүҙ алып барылды.

Йәштәр өсөн айырым майҙансыҡ ойошторолдо, унда йәштәрҙең йәмәғәт ойошмалары әүҙемселәре, урындағы блогерҙар, эшләгән йәштәр, өлкән класс уҡыусылары ҡатнашты.

 Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары Гөлнур Ҡолһарина, Елена Арямнова һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы вәкилдәре лә хәҙерге йәштәрҙең ил киләсәгендәге стратегик роле, заманса мәҙәниәт хаҡында һөйләне, “Хәҙерге йәштәр: буласаҡ дәүләт кадрҙары”, “Йәш лидерҙар: маҡсаттар, бурыстар”, “Йәштәр һәм эшҡыуарлыҡ”, “Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ҡарамағындағы йәштәр ҡанатының эшмәкәрлеге тураһында” кеүек темаларға йәнле фекер алышыу булды.

Майҙансыҡ эшендә билдәле блогерҙарҙың эшләүе лә ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы, социаль селтәрҙә контентты танытыу үҙенсәлектәре хаҡында ҡыҙыҡлы һөйләшеү булды.

Майҙансыҡтар эшенән һуң ижади коллективтар ҡатнашлығында ҙур концерт программаһы ойошторолдо, уның барышында төрлө тармаҡта эшләгән әүҙемселәр, район вәкилдәре маҡтау ҡағыҙҙары, рәхмәт хаттары менән билдәләнде.

Сара тураһында тулыраҡ гәзиттең киләһе һандарында уҡырһығыҙ

Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас