Башҡорт донъяһы
16 Сентябрь 2022, 07:00

Кама һәм Ағиҙел ҡушылған урында — ҙур сара

Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылына ярашлы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы «Ижади майҙан» тип аталған сираттағы күсмә сараны уҙғарa. 

Кама һәм Ағиҙел ҡушылған урында — ҙур сараКама һәм Ағиҙел ҡушылған урында — ҙур сара
Кама һәм Ағиҙел ҡушылған урында — ҙур сара

Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылына ярашлы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы «Ижади майҙан» тип аталған сираттағы күсмә сараны Ағиҙел ҡалаһында уҙғарa. Унда Баҡалы, Дүртөйлө, Илеш, Ҡалтасы, Краснокама, Тәтешле, Саҡмағош, Яңауыл райондарынан һәм Нефтекама ҡалаһынан делегациялар ҡатнаша.

«Башҡорт мәҙәниәтенең күп төрлөлөгө илле башҡорт ырыуының үҙенсәлектәренә нигеҙләнгән. «Ижади майҙан» проекты район-ауылдарҙың рухи мөмкинлектәрен асыуға йүнәлтелгән. Беҙҙең команда «өйрәтергә» генә бармай, ә райондар менән кире бәйләнеште лә лә яйға һалыуҙы күҙаллайбыҙ. Райондың мәҙәниәт, мәғариф эшмәкәрҙәре, балалар кино, һынлы сәнғәт, театр, хореография һәм башҡа өлкәләрҙең заманса йүнәлештәре менән таныша, артабан ошо йүнәлештәр буйынса үҫешеүгә дәрт-дарман алып, республика, федераль кимәлгә сығыу мөмкинлегенә эйә була. Тап ошондай ике яҡлы эшмәкәрлек мәҙәниәтебеҙгә «мүкләнмәү» сараһын бирә — башҡорт йәмәғәтселеге алдына ҡуйылған стратегик бурыс тап ошонан ғибәрәт», — тип белдерҙе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Юлдаш Йосопов. Ул Башҡорт мәҙәните һәм рухи мараҫ йылының төп йүнәлештәре менән таныштырҙы.

Сара сиктәрендә Ағиҙел спорт-ял үҙәге фойеһында ошо яҡта тыуып үҫкән арҙаҡлы мәҙәниәт, сәнғәт өлкәһендәге арҙаҡлы шәхестәргә арналған күргәҙмә ойошторолғайны. Пленар ултырыштан һуң төрлө йүнәлештәр буйынса ун майҙансыҡ үҙ эшен башланы.  

Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас