

19 сентябрҙә Бөрйән районы ҡатын-ҡыҙҙары советының күсмә ултырышын үткәреү урыны итеп Яңы Усман ауылы тиккә генә һайланмаған һәм ул юҡҡа ғына "Милләт киләсәге - әсәләрҙә" тип аталмаған. Ауылда биш һәм унан да күберәк бала тәрбиәләгән 34 әсә иҫәпләнә. Шуларҙың 11-е - мәғариф өлкәһендә эшләүселәр. Араларында ашнаҡсылар, почта хеҙмәткәрҙәре, йыйыштырыусылар бар. Күптәре хаҡлы рәүештә "Әсәлек даны" миҙалы менән бүләкләнгән.
"Ошондай ҡатын-ҡыҙҙар күберәк булһа, ауылдар ҡоромаҫ, милләтебеҙ юҡҡа сыҡмаҫ" - был көндә яңғыраған ялҡынлы һүҙҙәр бер ҙә буштан түгел. Күп балалы ғаиләләрҙең барыһы ла тырышып, лайыҡлы донъя көтә, балаларын үҙҙәре өлгөһөндә намыҫлы кеше итеп тәрбиәләргә, уҡытырға тырыша, ауылда, мәктәптә, балалар баҡсаһында үткәрелгән төрлө сараларҙа ла ҡатнашып өлгөрә. Хөкүмәтебеҙ тарафынан да күп балалы әсәләр иғтибар үҙәгенән төшкәне юҡ, улар өсөн төрлө матди ярҙам саралары булдырылып тора. Был да - тормошта ҙур яҡлау һәм таяныс.
Сарала Бөрйән районы ҡатын-ҡыҙҙары советы рәйесе Рәмилә Фәхретдин ҡыҙы Салауатова хөрмәтле әсәләрҙе иң йылы һүҙҙәр менән тәбрикләп, ныҡлы һаулыҡ, түҙемлек теләне, уларҙың тормошта мөһимлеген, кәрәклеген билдәләп, бүләктәр тапшырҙы, ысын мәғәнәһендә милләт әсәләре булыуҙары өсөн рәхмәт белдерҙе. Ә инде 65 йәшлек Гәүһәр Ҡолһаринаға Рәмилә Фәхретдин ҡыҙының "Эскегә ҡаршы көрәшеүсе эшҡыуар һәм әсә" тигән исем биреп, шәхси бүләген биреүе ҙур мәғәнәгә эйә ине, сөнки Гәүһәр Әхмәтғәзи ҡыҙы күп йылдар эскелеккә ҡаршы көрәшә, магазинына иҫерткес эсемлектәр алдыртмай, мәктәпте, балалар баҡсаһын сифатлы аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеүсе лә - ул. Сараны ойоштороуға ауыл биләмәһе башлығы, ауылдың ихлас күңелле ҡатын-ҡыҙҙары, башҡа бағыусылар ҙур тырышлыҡ һалған. Шулай уҡ район хакимиәтенең мәғариф бүлеге һәм ауылдан район советына депутат, Юл ремонт-төҙөлөш идаралығында хеҙмәт итеүсе Рөстәм Динисламов та үҙ өлөштәрен индергән. Ә ауыл мәҙәниәт йорто коллективы әүҙем ҡатын-ҡыҙҙар ярҙамында сараны матур йырҙар, дәртле бейеүҙәр менән йәнләндереп тә ебәргәс, осрашыу тантаналы ҙур сараға әүерелгән.
"Ҙур, матур, яҡты клубыбыҙҙа "Милләт киләсәге - әсәләрҙә" тигән осрашыу гөрләп үтте. Был көндә өләсәйҙәр, инәйҙәр, йәш әсәйҙәр ихлас йыйылды. Һәр береһе өйҙәренән тәмле аш-һыу әҙерләп килтергәйне. Бер генә ҡатын-ҡыҙ ҙа иғтибарҙан ситтә ҡалманы, өйҙән сыға алмағандарына ла бүләк, йылы һүҙҙәр барып етте. Осрашыу тәмле сәй эсеү, күңелле яҡын аралашыу менән тамамланды. Алдан кисергән тулҡынланыу, ҡурҡыу тойғолары баҫылып, күңелдә тик илһам, рәхмәт хистәре генә ҡалды. Сараны ойошторған Рәмилә Фәхретдин ҡыҙына, кураторыбыҙ Фирүзә Рәйес ҡыҙына һәм ауыл хакимиәте башлығы Азат Ғәле улына рәхмәтебеҙ сикһеҙ. Бүләктәр алырға ярҙам иткән бағыусыларыбыҙға ҡат-ҡат рәхмәт уҡыйбыҙ. Бигерәк тә депутат, Юл ремонт-төҙөлөш идаралығында эшләгән Рөстәм Динисламовҡа, ситтә йәшәгән яҡташтарыбыҙға, ғөмүмән, ауылдаштырыбыҙға. Сара йәмле һәм йәнле үтһен өсөн һәр береһе мөмкин булғанса үҙ өлөшөн индерҙе, эше менән дә, һүҙе менән дә", - тип ҡыуаныслы хәбәр менән уртаҡлашты ауыл ҡатын-ҡыҙҙары ойошмаһы ағзаһы, төп ойоштороусыларҙың береһе Раушания Мәжитова.
Ғөмүмән, Яңы Усман ауылының ҡатын-ҡыҙҙары берләшмәһе һәр саҡ әүҙем эш алып бара. Әлеге сараны ойоштороуға ла улар күп көс һалған. Берләшмә ағзалары Зөлфирә Йосопова, Рима Хәкимова, Мәрйәм Ҡолһарина, Әлфиә Норотҡолова, Раушания Мәжитоваға ауылдаштары ҙур рәхмәт белдерә, артабан да ошолай ҡыуандырып, уңышлы эшләүҙәрен, ныҡлы һаулыҡ теләй.
Көҙгө сыуаҡ көндә алған сағыу тәьҫораттар, оло рәхмәт тойғоһо, һис шикһеҙ, Яңы Усман халҡын һалҡын ҡыштарҙа ла йылытып, яңы үрҙәргә дәртләндереп, әйҙәп торор, яҡты иҫтәлек булып күңелдәренә оҙаҡҡа уйылып ҡалыр, яңынан-яңы йәнле осрашыуҙарға нигеҙ булыр.
Фотолар: Яңы Усман ауыл мәҙәниәт йорто төркөмө.