

Бөрйән районының "Таң" гәзите хәбәр итеүенсә, “Башҡорт энциклопедияһы” нәшриәтендә Бөрйән районының энциклопедияһы донъя күргән.
Тәүге өлөшө райондың географик урыны, тарихының мөһим этаптары, хужалыҡтар, мәғариф, мәҙәниәт үҫеше тураһындағы һәм башҡа мәғлүмәттәрҙе үҙ эсенә алған.
Инеш мәҡәләлә шулай уҡ 1939 йылдан алып халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре урынлаштырылған.
Икенсе өлөшөндә административ-территориаль берәмектәр, районда ниндәй ырыуҙар вәкилдәре йәшәүе, башҡорт олоҫтары, бөткән ауылдар тураһында һ.б. мәғлүмәттәр урын алған.
Биографик мәҡәләләрҙә райондың фән, әҙәбиәт, сәнғәт өлкәләрендә уңыштарға өлгәшкән билдәле кешеләре - дәүләт, хужалыҡ һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре, дәүләт наградалары һәм маҡтаулы исемдәргә эйә булған райондаштар, дәүләт һәм район премиялары лауреаттары хаҡында уҡырға мөмкин.
Китапта 1600-ҙән артыҡ биографик һәм аңлатмалы мәҡәләләр алфавит тәртибендә урынлаштырылған. Төрлө фотографиялар, таблицлара һәм карталар иллюстрация материалдары итеп бирелгән.
Энциклопедия Бөрйән районы муниципаль район хакимиәтенең заказы буйынса әҙерләнгән.
Әхмәт Сөләймәнов музейы етәксеһе Роза Шәриф ҡыҙы Ғүмәрова етәкселегендәге төркөм Бөрйән районы тарихын киләсәк быуындарға еткереү йәһәтенән ғәйәт ҙур эш башҡарған.
Фото һәм текст сығанағы: Таңһылыу Баһауетдинова.