

Башҡорт журналистикаһы Башҡортостан Республикаһының төп тарихи ваҡиғалары менән ныҡлы бәйләнештә үҫешә, бергә оҙон һәм ябай булмаған, нәтижәле юл үтә. Был юҡҡа ғына түгел, сөнки уның башланғысында беҙҙең билдәле йәмәғәт, дәүләт эшмәкәрҙәре торған. Бөгөн, 9 октябрь, шуларҙың береһе – билдәле дәүләт, йәмәғәт эшмәкәре, журналист Шәһит Әхмәт улы Хоҙайбирҙиндың тыуған көнө.
Шәһит Әхмәт улы Башҡортостан тарихының һынылыш осоронда 1917 – 1924 йылдарҙа алдынғы гәзит һәм журналдар менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә һәм башҡорт журналистикаһының үҫешенә тос өлөш индерә. Ул журналист ҡына булып ҡалмаған, ә республикала яңы баҫмалар булдырыуға ҙур өлөш индергән. Уның булышлығында 1920-1922 йылдарҙа Башҡортостанда тәүге район гәзиттәренең береһе – Бөрйән–Тәңгәүер кантонында “Ҡыҙыл Урал” (“Красный Урал”) гәзите сыға. 2021 йылдың авгусынан Шәһит Хоҙайбирҙин “Известия Башкирского областного комитета помощи голодающим” гәзите етәксеһе була. Шәһит Әхмәт улы Башҡорт ССР-ы мосолмандарының үҙәк диниә назаратының “Дианат” мосолман һүрәтле журналын сығарыуҙы хуплай һәм уның беренсе һаны 1926 йылда донъя күрә.
Республиканың журналистары йыл да Шәһит Хоҙайбирҙиндың тыуған көнөндә Өфөлә йыйылып, Матбуғат йорто алдындағы һәйкәленә сәскә һала, һуңынан уның ҡәберенә бара. Быйыл ла Башҡортостан Журналистар союзы идараһы һәм советы, баҫма һәм электрон киң мәғлүмәт саралары, республика баҫмалары мөхәррирҙәре, журналистика ветерандары был изге традицияға тоғро ҡалып, Шәһит Хоҙайбирҙинды иҫкә алырға йыйылды.
Сарала ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан Журналистар союзы рәйесе, “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире Вәдүт Исхаҡов тәбрикләне.
– Беҙгә, журналистарға, Шәһит Хоҙайбирҙин исеме яҡын һәм ҡәҙерле. Ул бары 28 йыл ғына йәшәгән, әммә ошо аҙ ғына ваҡыт та уның исемен беҙҙең республиканың тарихына алтын хәрефтәр менән яҙыуға еткән.
Бөгөн, ваҡыт һәм хәлдәр яңы геройҙарҙы тыуҙырған заманда, беҙ республиканың дәүләтселеген булдырыу башланғысында торған, тыуған Башкортостаныбыҙҙың сәскә атыуы хаҡына барлыҡ көсөн, ғүмерен биргән шәхестәрҙе яңынан иҫкә алабыҙ.
Бынан 40 йыл самаһы элек, 1981 йылдың 4 декабрендә бында Шәһит Хоҙайбирҙинға һәйкәл асыу тантанаһы үтә. Һәм һәр ваҡыт бында үҙебеҙҙең тантаналы сараларыбыҙҙы уҙғарабыҙ – Матбуғат көнөн һәм Матбуғат байрамын, журналистарға наградалар тапшырабыҙ, ә Союзға инеүселәргә – танытмалар.
Беҙҙең журналистар йыл һайын Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия конкурсында ҡатнаша. Журналистика өлкәһендәге иң яҡшы эштәр өсөн бирелгән был республика премияһы иң абруйлы һәм арҙаҡлы премияларҙың береһенә әйләнде. Әле 128 кеше был премияның лауреаты булып тора, тиҙҙән исемлек тағы ла өс исем менән тулыланасаҡ, – тине Вәдүт Ғәйфулла улы.
Шулай уҡ ул “Иң яҡшы журналист әҫәре-2022” Бөтә Рәсәй конкурсында еңеүселәргә – дипломдар, Журналистар союзының яңы ағзаларына танытмалар тапшырҙы.
Тантанала “Республика Башкортостан” нәшриәт йорто” дәүләт унитар предприятиеһының медиа директоры Айнар Байбулатов, Башҡортостан Журналистар союзы советы ағзаһы Марсель Сәлимов, Башҡортостан Журналистар союзы идараһы ағзаһы Фәнил Ҡоҙаҡаев, “Аҡбуҙат” журналы мөхәррире Лариса Абдуллина сығыш яһаны.
Артабан журналистар В.И. Ленин исемендәге паркка юлланды. Унда улар Шәһит Хоҙайбирҙиндың ҡәберенә сәскә һалды. Был сарала Башҡортостандың Милли музейы етәкселеге һәм хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты.
Автор фотолары.