

Ошо көндәрҙә Һамар өлкәһендә билдәле башҡорт ғалимы Ғәббәс Дәүләтшин иҫтәлегенә арналған сара үтте. Уны Башҡортостан Башлығы Хакимиәте, Һамар өлкәһе Хөкүмәте, Башҡортостан Хөкүмәте булышлығында “Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)” халыҡ-ара йәмәғәт берекмәләре союзы, Һамар өлкәһенең милли мәҙәниәткә булышлыҡ иткән “Башҡорттар ҡоролтайы (конгресы)” йәмәғәт ойошмаһы ойошторҙо.
Мәғлүм булыуынса, быйыл июндә Һамар өлкәһенең Оло Глушица ауылында тарихи ваҡиға булғайны: тыуған яҡты өйрәнеү музейы скверында күренекле ғалим, башҡорт телендәге тәүге дәреслектәрҙең, беренсе орфография һүҙлегенең һәм юғары уҡыу йорттары өсөн башҡорт теле дәреслегенең авторы Ғәббәс Йәғәфәр улы Дәүләтшингә һәйкәл асыу тантанаһы булды. Ваҡиға күренекле ғалимдың тыуыуына 130 йыл тулыуға арналды. Һәйкәлдең скульпторы – Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған рәссамы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Хәниф Хәбибрахманов.
Сарала ҡатнашыусылар һәйкәлгә сәскә һалды, билдәле ватандашыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алды. Артабан Оло Глушица ауылында “Ғәббәс Дәүләтшин — йәмәғәт эшмәкәре, ғалим-лингвист, башҡорт тел ғилеменә нигеҙ һалыусы” темаһына түңәрәк өҫтәл үтте. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе, Башҡортостан Стратегик тикшеренеүҙәр институтының Социомәҙәни анализ үҙәге етәксеһе, тарих фәндәре кандидаты Юлдаш Йосопов, Һамар өлкәһе Хөкүмәте вәкилдәре тәбрикләү һүҙе менән сығыш яһаны. Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директоры, философия фәндәре докторы, профессор, Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы рәйесе Зөһрә Рәхмәтуллина “Көнүҙәк социаль ихтыяж булараҡ туған телдәр һәм уларҙың диалекттары экологияһы” темаһына доклад тәҡдим итте.
– Ғәббәс Дәүләтшин – тел ғилеме фәненә тос өлөш индергән ғалим. Ул беренсе башҡорт әлифбаһының, орфографик һүҙлегенең, студенттар өсөн башҡорт теле дәреслектәренең авторы. Диалектология йүнәлешендә эш башлауҙың нигеҙендә лә ул торған. Һамар ерендә – уның тыуған төйәгендәге һәйкәленә сәскә һалыу символик әһәмиәткә эйә, сөнки 85 йылдан һуң исеме халҡыбыҙға кире әйләнеп ҡайтты. Туған тел өлкәһендәге ғилми эштәре, позициялары хәҙерге тел ғилемендә үҙ урынын биләй. Ғ. Дәүләтшин беҙҙең институтҡа беренсе нигеҙ ташы һалыусыларҙың береһе лә, сөнки ул 1922 йылда ойошторолған башҡорт йәмғиәтенең әүҙем эшмәкәре була, мәҡәләләрен, уйҙарын ташҡа баҫтыра. Беҙҙең институтта эшләп тә китә. Төрлө фәнни асыштарға, методологияларға, бигерәк тә бөгөнгө башҡорт теленең әҙәби формаларының барлыҡҡа килеүенә үҙенең тос өлөшөн индергән ғалимыбыҙ ул, – тине Зөһрә Йыһанур ҡыҙы.
Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, филология фәндәре кандидаты Зәки Әлибаев Һамар өлкәһе яҙыусыларының башҡорт әҙәбиәте үҫешенә индергән өлөшө хаҡында һөйләне. Филология фәндәре докторы, Башҡортостан Стратегик тикшеренеүҙәр институтының баш ғилми хеҙмәткәре Луиза Сәмситова үҙенең сығышында Ғ. Дәүләтшиндең башҡорт тел ғилеменә индергән хеҙмәтен билдәләне. Филология фәндәре кандидаты, педагог, Башҡорт дәүләт университетының Бөрө филиалы ҡарамағындағы Һәҙиә Дәүләтшина музейы мөдире Гөлнур Ҡасҡынова Ғәббәс Дәүләтшиндең музыкаль мираҫы менән таныштырҙы.
– 1937 йылда ҡәһәрле золом тәгәрмәсе аҫтында ҡалып, ғилми мираҫы тырым-тырағай килтерелгән, исеме онотолоуға дусар ителгән телсе-ғалимдың хеҙмәттәрен етмеш йылдан һуң туғаны Мәрғүбә Дәүләтшина-Сынбулатова (1941– 2020) архивтарҙан туплап, “Һайланма ғилми хеҙмәттәр” исеме менән өс томды үҙ иҫәбенә баҫтырып сығарҙы. “Башҡорт теленең имлә һүҙлеге” лә З. Вәлиди исемендәге республика Милли китапханаһы ярҙамында ҡайтанан нәшер ителде. Ә инде Юлай Ғәйнетдинов Ғ. Дәүләтшин башҡарған йырҙарҙы ла табып биргәс, 2020 йылдың 30 октябрендә БДУ-ның роман-герман филологияһы факультеты урынлашҡан бинала (Коммунистик урамы, 19) башҡорт ғалимы иҫтәлегенә ҡуйыласаҡ таҡтаташты асҡанда уның башҡарыуында “Урал” йыры яңғыраны. Ғәббәс Дәүләтшиндең һигеҙ тиҫтә йылдан һуң әйләнеп ҡайтҡан, һалмаҡ ҡына тауыш менән башҡарған йыр-моңо Һамар башҡорттарының музыкаль мираҫы тураһында мәғлүмәт биреп кенә ҡалмай, билдәле шәхесебеҙҙең төрлө яҡлап үҫешкән булыуы тураһында ла һөйләй, – тине Гөлнур Ҡасҡынова.
Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының этнология бүлеге ғилми хеҙмәткәре Марсель Маннапов ғалим Ғәббәс Дәүләтшиндең тыуған төйәгендә тарихи һәм туристик-рекреацион маршрут булдырыу идеяһын тәҡдим итте. Түңәрәк өҫтәлдә шулай уҡ телсе-ғалимдың ейәнсәре, кинорежиссер, сценарист, продюсер, Рәсәй Кинематографистар союзы ағзаһы, “Новосибирск документаль кино йорто” музейы етәксеһе Элла Дәүләтшина ҡатнашты. Ул “Башҡорттарҙың телен, мәҙәниәтен, тарихын һаҡлауҙа, үҫтереүҙә Һамар башҡорттарының әһәмиәте һәм роле” тигән доклад менән сығыш яһаны, шулай уҡ Ғ. Дәүләтшин исемен артабан мәңгеләштереү мәсьәләләрен күтәрҙе. Ғәббәс Йәғәфәр улының туғанының ҡыҙы Камилә Ғүмәрова башҡорт телсеһе тураһында ғаилә иҫтәлектәре менән уртаҡлашты.
Ғалимдың ауылдашы, Һамар башҡорто Зөлхизә Шәмсетдинова ла – халҡым, телем тип йәшәгән шәхестәрҙән.
– Ғәббәс Дәүләтшиндең исемен халыҡҡа кире ҡайтарыу, иҫтәлеген мәңгеләштереү йәһәтенән күп көс түктек һәм эште әле лә дауам итәбеҙ. Был йәһәттән ауылдаштар ҙа ҙур ярҙам күрһәтә. Һәйкәлде асыу өсөн улар бик ныҡ тырышты. Беҙ – Башҡортостандан ситтә, икенсе төбәктә йәшәгән башҡорттарбыҙ, һәм ватандаштарыбыҙ, милләттәштәребеҙ менән аралашыу, туған телде, мәҙәниәтте һаҡлау проблемаларын уртаға һалып һөйләшеү бик мөһим. Элегерәк Өфөгә барғанда беҙҙең һөйләшкәнде ишеткәс, “Һеҙ ҡайһы яҡ башҡорттары? Бигерәк матур һөйләшәһегеҙ”, – тип һорарҙар, Һамар яғынан икәнде белгәс, “Телсе Ғәббәс Дәүләтшиндең яҡташтары икән”, – тип һығымта яһарҙар ине. Беҙ ошо көнгәсә туған телебеҙҙе һаҡлап киләбеҙ, артабан да башҡорт телен уҡытыу, йәштәр араһында һөйләшебеҙҙе һаҡлау, мәҙәни ҡомартҡыларыбыҙҙы быуындан-быуынға тапшырыу йәһәтенән ошондай сараларға өмөтөбөҙ ҙур, – тине ул.
Артабан “Башҡорттар ҡоролтайы (конгресы)” Һамар өлкәһе милли мәҙәниәткә булышлыҡ итеү йәмәғәт ойошмаһының отчет-һайлау конференцияһы үтте, унда урындағы ҡоролтайҙың яңы рәйесе һайланды.
Билдәле булыуынса, оҙаҡ йылдар Һамар башҡорттарының йәмәғәт ойошмаһына Сафиулла Вилданов етәкселек итте. Хәҙер был вазифаға Гөлсинә Әкирова һайланды. Сафиулла Наил улына Һамар өлкәһе башҡорттарының рухи башланғыстарын яҡлағаны, башҡорт халҡының телен, мәҙәниәтен һәм традицияларын һаҡлауға булышлыҡ иткән төбәк-ара саралар ойошторғаны өсөн рәхмәт белдерҙеләр һәм Рәхмәт хаты тапшырҙылар.
Сафиулла Вилданов 1963 йылда Куйбышев өлкәһенең Ырғыҙ ҡасабаһында тыуған. Полиция подполковнигы булараҡ, күп йылдарын Тыуған илгә хеҙмәт итеүгә арнаған. СССР Ҡораллы Көстәрендә взвод командирынан алып батальон штабы начальнигына тиклем үрләгән, шулай уҡ һалым полицияһында хеҙмәт иткән. Рәсәй Эске эштәр министрлығының бихисап Рәхмәт хаттары, Почет грамоталары менән билдәләнгән. Шул иҫәптән 1991 йылда “СССР Ҡораллы Көстәрендә яҡшы хеҙмәт иткәне өсөн” миҙалы менән бүләкләнгән. Рухлы булмышлы шәхес уҡыған һәм эшләгән осоронда һәр саҡ әүҙем йәмәғәт эшмәкәрлеге менән шөғөлләнгән. Һамар башҡорттары ҡоролтайына 2006 йылдан етәкселек иткән. Йәмәғәт эшенең һөҙөмтәлелегенә һәм халыҡтар дуҫлығын нығытыуға индергән тос өлөшө өсөн Салауат Юлаев ордены һәм “Халыҡтар дуҫлығын нығытыуға өлөш индергәне өсөн” почет билдәһе менән бүләкләнгән. Яңы рәйес Гөлсинә Әкирова – Куйбышев өлкәһенең Малогвардейский ҡасабаһынан. Ул да элек-электән йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша, Һамар өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының ағзаһы булып тора. Ул мәҙәниәт һәм мәғариф өлкәһендәге байтаҡ проекттар етәксеһе, конференциялар, форумдар ойоштороусы һәм ҡатнашыусы булараҡ ҙур тәжрибәгә эйә. Һамар өлкәһе башҡорттары араһында ата-әсәләр хәрәкәте етәксеһе лә ул. Башҡорт телен, мәҙәниәтен һәм йолаларын һаҡлауға һәм үҫтереүгә ҙур өлөш индерә.
Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА