

3-7 октябрҙә Силәбе өлкәһендә Башҡортостан Республикаһынан фольклор экспедиция эшләне. Делегаттар Арғаяш, Сосновка һәм Ҡоншаҡ райондарының 11 ауылында булды. Сара үҙенсәлекле халыҡ кәсептәрен, халыҡсан башҡарыу, йолалар, байрамдар, уйындар, ярыштар өлгөләрен һәм этнография технологияларын асыҡлау һәм теркәү маҡсатында ойошторолдо.
Экспедицияла ҡатнашыусылар бик күп фольклор материалдары йыйыуға өлгәшкән: урындағы башҡорттарҙың легендаларын һәм мифтарын, мәҡәлдәрен һәм әйтемдәрен, мөнәжәттәрен һәм бәйеттәрен яҙып алған.
Ҡоншаҡ районы ауылдарында боронғо туй йолалары, шул иҫәптән сеңләү буйынса мәғлүмәт тупланған. Арғаяш районында ғәрәп алфавиты менән артефакттар табылған, Сосновка районында бик боронғо ҡатын-ҡыҙ костюмдары һәм биҙәүестәре, милли аш-һыу рецептары һаҡланған.
Артабан Башҡортостан Республикаһының Силәбе өлкәһендәге вәкиле Әлфир Байымов менән берлектә кәңәшмә ойошторолдо, уның барышында экспедиция делегаттары менән Көньяҡ Урал башҡорттарының халыҡ фольклорын һаҡлау һәм уртаҡ проекттарҙы тормошҡа ашырыу мөмкинлектәре йәһәтенән төбәк-ара хеҙмәттәшлекте нығытыу мәсьәләләрен күтәрҙе.
“Силәбе өлкәһе - башҡорттар борон-борондан төйәк иткән, унда күпләп йәшәгән төбәк. Райондарға, ауылдарға сыҡҡанда, урындағы халыҡ менән аралашҡанда, уларҙың ҡайһы бер мәҙәни үҙенсәлектәрен, айырмалыҡтарын күрәм. Экспедицияла ҡатнашыусыларға фольклорҙы һаҡлау буйынса күрһәткән хеҙмәттәре өсөн рәхмәт белдерәм. Ярҙам күрһәткәндәре өсөн район башлыҡтарына ла ҙур рәхмәт, - тине Әлфир Байымов.
Шуны билдәләп үтеү фарыз: айырыуса ҡиммәтле һәм юғалыу ҡурҡынысы янаған материалдар Башҡортостан Республикаһының матди булмаған мәҙәни мираҫы объектының электрон каталогына индереләсәк. Башҡортостан Республикаһының Силәбе өлкәһендәге һәм Свердловск өлкәләрендә, шулай уҡ Пермь крайында эшләүен даими вәкиллеге ярҙамында экспедиция Силәбе өлкәһендә, Свердловск дауам итәсәк.
Фото: Башҡортостан Республикаһының Силәбе өлкәһендәге даими вәкиллеге.