Башҡорт донъяһы
18 Октябрь 2022, 09:37

Ябай, аңлайышлы әҫәрҙәр кәрәк

Уны һаҡлау юлдары бар.

Рәйсә Хәким ҡыҙы Илешева – филология фәндәре кандидаты, БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы башҡорт һәм төрки филологияһы факультеты деканы. Күгәрсен районының Түбәнге Сирбай ауылында тыуып үҫкән, 1980 йылда Мәҡсүт урта мәктәбен, 1985 йылда Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлаған. Башҡорт прозаһы буйынса ғилми китаптар, мәҡәләләр авторы. Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтында (һуңынан З. Биишева исемендәге педагогия академияһы, БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы) төрлө йылдарҙа башҡорт әҙәбиәте кафедраһы мөдире, Ғилми тикшеренеүҙәр үҙәге директоры, директорҙың уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса урынбаҫары булып эшләне. Юғары белемле кадрҙар әҙерләүҙәге оҙаҡ йылдар уңышлы хеҙмәте өсөн Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы, Рәсәй Федерацияһының “Студенттарҙың ғилми эшмәкәрлеген ойошторғаны өсөн” билдәһе менән бүләкләнгән. Почетлы юғары белем биреү хеҙмәткәре. Ошо көндәрҙә Рәйсә Хәким ҡыҙы күркәм юбилейын билдәләне. Халҡыбыҙҙың күренекле шәхесе менән туған тел, әҙәбиәт, тәрбиә мәсьәләләре хаҡында әңгәмә ҡорҙоҡ.

 

– Рәйсә Хәким ҡыҙы, оҙаҡ йылдар юғары уҡыу йортонда етәксе вазифаларҙа эшләнегеҙ. Һеҙҙе студент саҡта уҡ өмөтлө ҡәләм тирбәтеүселәр рәтендә күрә инек. 80-се йылдарҙа, әҙәбиәткә көслө тулҡын булып йәштәр килгән осорҙа, “Шоңҡар” түңәрәгенең старостаһы булдығыҙ. “Шоңҡар” гимны авторы Рәйсә Ҡунаҡбаеваны яҡшы хәтерләйем ...

– 1982–1985 йылдарҙа “Шоңҡар”ҙың старостаһы инем, ҙур сынығыу мәктәбе булды ул. Университеттағы остаздарыма рәхмәт. “Шоңҡар”ҙа бергә шөғөлләнгән ҡәләмдәштәрем хаҡында йылы иҫтәлектәр һаҡлайым, уңыштарын ҡыуанып күҙәтәм. Рәйес Түләк, Марсель Искәндәр, Ғәбиҙулла, Рәмил Дәүләтҡолдар иртә китте, шуныһы йәл... Шиғыр китабы сығарыу бәхете теймәһә лә, ижади хеҙмәттән айырылғаным булманы. Күп кенә шиғырҙар, ғилми күҙәтеүҙәр ҡағыҙға төшмәй ҡалды, шуныһы үкенесле.

 

– Бөгөн әҙәбиәткә ҡағылышлы ниндәй фекерҙәр көнүҙәк тип уйлайһығыҙ?

– Хәҙерге әҙәбиәт үҫешенә ҡағылышлылары, моғайын. Ни генә тимәйек, өр-яңы күренештәр бар. Улар үҙ баһаһын алмаған, йәмәғәтселек фекеренә ҡушылып үрелеп китмәгән әле. Тағы Р.Н. Байымовтың “әҙәбиәттең сиктәрен киңәйтеү, әҙәби ҡомартҡыларға яңы ҡараш” тураһындағы фекеренә лә яңынан әйләнеп ҡайтыр инем. Китап, уны уҡыусыларҙың кәмеүе лә – көнүҙәк мәсьәлә...

 

– Нисек уйлайһығыҙ: китап уҡыусының һаны демографияға, туған тел яҙмышына ла бәйлеме?

– Туған телен белмәгәнгә күрә, башҡортса китап уҡыусы кәмей, тигән фекер уның бөтә сәбәптәрен асып бөтмәйҙер ул. Башҡортса яҡшы белгәндәр араһында ла туған телендә китап уҡымағандарҙың күп булыуы борсоуға һала. Мин ғүмерҙә лә китап тотоп ҡарамағандарҙы әйтмәйем, ә рухи аҙыҡ эҙләүселәрҙе, туған телдәге әҙәбиәттә үҙенә кәрәген эҙләһә лә, таба алмаусыларҙы күҙ уңында тотам. Ул башҡа телдә уҡыуға күсә, тора-бара зауығы үҙгәрә, донъя картинаһын икенсе төрлө күҙаллай. Ошо рухи аҙыҡ эҙләгән китап уҡыусыны юғалтыу – иң ҡурҡынысы. Һәм һис кенә лә башҡорт әҙәбиәтенең художестволылығы етмәй, тигән һүҙ түгел был. Беҙҙең яҙыусыларҙың оҫталыҡ кимәле лә ярайһы ныҡ үҫешкән.

 

– Улай булғас, эш нимәлә һуң?

– Эш шул китап уҡыусыла ла инде! Уны өйрәнеү етмәй. Ул нимә көтә? Ниндәй китап уны ҡәнәғәтләндерер ине? Китап уҡыусыны барлауҙың берҙән-бер юлы булараҡ, беҙҙә “өлкән йәштәгеләр, кесе йәштәгеләр” тип бүлеү билдәле. Ә бит оло йәштәгеләрҙең әллә нисә ҡатламы бар. Бына беҙҙә һуңғы ун йылда байтаҡ тарихи роман яҙылды. Тарихи роман – элитар уҡыусы өсөн. Поэма, шиғыр ҙа шулай уҡ. Ошо жанрҙарҙа эшләгәндәр маҡтала, алға ҡуйыла, сөнки ул эталон әҙәбиәт. Алдан барыусылар кәрәк, әлбиттә, тик халыҡтың элитар уҡыусыһы күп һанлы булмай. Тимәк, беҙҙең китаптарҙың күпселеге алдан уҡ, маҡсатлы рәүештә тиерлек, аҙ һанлы уҡыусыға исемләнә.

Элитар уҡыусынан тыш, массовый уҡыусы ла бар бит әле. Бына уның һаны күп. Зауығы ла төрлө. Ошо уҡыусының рухи аҙығы булырлыҡ әҫәрҙәр яҙыу – бөгөнгө авторҙың бурысы. Телде һаҡлауҙың, уның функционаллеген арттырыу юлдарының береһе ошондалыр, моғайын. Уға ябай һәм аңлайышлы  әҫәрҙәр кәрәк, тигән фекер үтә ярлы булыр ине. Массовый уҡыусыға ла күп кәрәк, тәрән йөкмәткеле кәрәк. Күптәрҙе аналитика, документаль әҫәрҙәр, детектив, фантастика ҡыҙыҡһындыра. Шиғыр уҡыймы ул? Һайлап. Беҙҙең милли шиғриәттең  һыҙаты – социаль яңғыраш, ярһыу хислелек, сәсәндәрҙән ҡалған тура һәм көслө интонациялар, ә улар, дөрөҫөн әйткәндә, көндәлек, даими уҡый торған әҫәрҙәр түгел.

– Әйтәйек, программист, инженер, табип булып эшләгән милләттәштәр, физик, химиктар башҡортса китап уҡыһын, тигән маҡсат ҡуйырға кәрәкме?

– Тап шулай. Үтә ҡәтғи яңғырамаһын өсөн, “башҡорт интеллектуалдары башҡортса күберәк уҡыһын өсөн” тип әйтәйек. Эйе, яҙыусылар ошо ҡатлам өсөн дә ижад итергә тейеш. Йәштәрҙе ҡарағыҙ, уларҙың күбеһе техник йүнәлешле һөнәр һайлай. Халыҡты берләштереү юлында, милли беришлелек һаҡлауҙа (самоидентификация), милли кейемдәрҙе тергеҙеү рәтендә был да бик әһәмиәтле. Был – рух өсөн көрәш, ләкин әҫәр концепцияһы айырым утрауҙа, “башҡорт ерлегендә” генә түгел, ә глобаль көн тәртибендә ҡаралһа ғына, сөнки китап уҡыусы шулай фекерләй, ул бит донъя әҙәбиәтен уҡый, донъяла киң танылыу яулаған кинофильмдарҙы ҡарап бара. Әлбиттә, донъя әҙәбиәте менән бер ҡатарҙан бәйге тотоу еңелдән түгел, әммә шул саҡта ғына донъя әҙәбиәтенә милли һыҙаттарҙы алып сығырға була. С. Айтматов, Ф. Ис­кәндәр, М. Кәрим  кеүек.

 

– Массовый әҙәбиәтте ябай, хатта примитив йөкмәткеле әҙәбиәт тип ҡарап өйрәнгәнбеҙ шул...

– Уҡыусының бер төркөмө ябай йөкмәткене лә көтә ул. Тик ул – бөтөнләй икенсе ҡатлам уҡыусы. Улар көнкүреш, мөхәббәт, ғаилә, хыянат, ҡатын-ҡыҙ, ир-егет, сихыр, мистика йә етем бала саҡ хаҡында йәлләткес сюжеттар һорай. Бындай әҫәрҙәр “Бәйләнештә” селтәрендә тулы. Авторҙары киң билдәлелек яулағандары ла бар. Һәүәҫкәрҙәр тарафынан ижад ителгән был әйберҙәр “ысын әҙәбиәт түгел” тип өҫтәнерәк ҡарауға дусар булһа ла, насармы-яҡшымы, ана шундай йөкмәткене көҫәгән массовый уҡыусының һыуһынын баҫа. Геройҙарҙы йәлләп илап алырға яратҡан, ябай тетрәнеү кисерештәрен көткән уҡыусы ҡәнәғәтләнеү, катарсис кисерә... Ошо типтағы китап уҡыусыны ла башҡорт мөхитендә тоторға кәрәк. Ваҡыт үтеү менән бындай әҫәрҙәр тиҙ онотола, улар урынына икенселәре килә, был да – законлы күренеш.

 

– Хәҙерге әҙәбиәт өлгөләре араһында “асылмаған”, киләсәк уҡыусыһына төбәлгән әҫәрҙәр бармы?

– Замандың, йәмғиәттең нисегерәк үҙгәреүе китап таралыуына күпмелер төҙәтмә индерәсәк бит. Фекер үҫеше ҡайҙа ауышыр? Шулай ҙа, мәҫәлән, Флорид Бүләковтың драмалары киләсәктә уҡыусыға яңы яҡтарын асыуын дауам итәсәк, тип ышанам, сөнки авторҙың ҡайһы бер идеяларын ҡабул итергә бөгөнгө уҡыусы әҙер түгел. Әминевтең ижадын да әле тулыһынса асылып бөтмәгән ижадҡа индерер инем: унда геройҙар һәм ваҡиғалар глобаль көн тәртибендә бирелә. Уҡыласаҡ әле улар. ХХ быуатта популярлыҡ яулаған фәлсәфәүи идеяларҙан сығып аңлатыу көткән М. Ҡунафиндың ижады ла киләсәктә фекер үҫешенә йоғонто яһар, тип уйлайым. Ф. Аҡбулатованың Гарри Поттер, Марвел һ.б. рәтендә башҡортса Кинойыһанға нигеҙ булырлыҡ романы бар, кем белә, бәлки, режиссеры табылыр. Т. Ғарипованың романы ХХ быуат тарихын рациональ ғына түгел, ә иррациональ, интуитив аҡыл ерлегендә ҡабул итергә өйрәтте... Мин хәҙерге әҙәбиәткә ҡағылдым, классик мираҫты барлап торманым.

 

– Яҙыусы – уҡыусы – йәмғиәт бәйләнешен күҙәткән был һығымталарҙы студенттар менән аралашҡанда яһағанһығыҙҙыр, моғайын?

– Эйе, улар – студенттар менән әҫәр хаҡында аралашҡанда тыуған фекерҙәр. Дәрес ваҡытында хатта ҡайһы бер шаҡтай популяр әҫәрҙәрҙең тере “нервыһын” тотоп алыуы һәм анализ предметына әйләндереүе ауыр. “Фариза әтәс ҡысҡырыуына уянды ла кәүештәрен ҡатып...” тигән һымағыраҡ башланған әҫәрҙәрҙә ҡуйылған әхлаҡи-этик конфликт та, геройҙың бирелеше лә, ғәҙәттә, соцреализм әҙәбиәтенең идеологик океандарында күп сайҡалған, шытырлап кипкән.

 

– Китап уҡыусы булараҡ, студенттар үҙгәрҙеме?

– Вузда башҡорт әҙәбиәтен уҡытҡаныма – утыҙ йылдан ашыу. Элек мәктәп тамамлаусылар менән беренсе курста уҡ башҡорт әҙәбиәтенең классик өлгөләре хаҡында иркен аралашып була ине. Совет мәктәбендә уҡығандар бөгөн дә күп шиғырҙы яттан белә бит. Мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларына ҙур рәхмәт, улар бөгөнгө шарттарҙа ҡулдарынан килгәндең барыһын да эшләй, ләкин стандарттар, программалар үҙгәреүе, гаджеттар таралыуы һ.б. үҙенекен итә. Бөгөн иһә беҙгә был хәлгә яраҡлашырға тура килә: әҙәби әҫәр менән таныштырыуға ваҡыт күберәк сарыф ителә, ә тәрәнерәк анализға ваҡыт аҙыраҡ ҡала.

 

– Хәҙерге йәштәр әҙәбиәткә, фәнгә нисек килә?

– Стәрлетамаҡҡа килгәс, “Ашҡаҙар” түңәрәген етәкләнем, уның  аша бик күп йәш таланттар үҙ юлын тапты. Беҙҙең уҡыу йортондағы З. Биишева музейында экскурсиялар үткәреү, фондты тәртиптә тотоу – студенттарҙың көндәлек хәстәре. Шиғыр яҙыу, тәүге ижади тәжрибәнән тыш, бөгөн студенттар төрлө фәнни проект эштәрен дә яҙа. Элек стена гәзите сығара инек, хәҙер социаль селтәрҙәрҙә постар шунда уҡ халыҡҡа барып етә, ҡәләм шымартырға ярҙам итә. Былар – ижади һәләттәрҙе үҫтереүҙең заманса формалары. Буласаҡ уҡытыусыға ошо сифаттар аҙаҡ көн дә кәрәгәсәк.

 

– Студенттарға йыш әйтергә яратҡан берәй һүҙең бармы?

– Ситтән көтөргә түгел, тәүәккәлләп эшләргә кәрәк. Кешегә ышанығыҙ, үҙегеҙгә таянығыҙ. Белем шуның өсөн кәрәк... Шул турала әйтмәй ҡалмайым.

 

– Ғаиләгеҙ менән дә таныштырһағыҙ ине. Һеҙҙе ҡәҙерләп торған иптәшегеҙ, улығыҙ һәм ҡыҙығыҙ барлығын беләм...

– Эйе, шөкөр, ғаиләбеҙ бергә йыйылғанда, һөйләшеп һүҙ бөтмәй. Иптәшем – белеме буйынса ауыл хужалығы белгесе, ауылыбыҙ тарихы тураһында китап яҙҙы. Миңә һәр яҡлап ярҙамсы, кәңәшсе ул. Ҡыҙыбыҙ менән кейәүебеҙ ҙә – тарихсылар. Уларҙы баш­ҡортса теле- һәм радиотапшырыуҙарға йыш саҡырып торалар. Ейәнебеҙ үҫеп килә, теле башҡортса асылды. Улыбыҙ – студент. Тыуған ауылыбыҙ бөтөп барһа ла, унан айы­рылғаныбыҙ юҡ, балалар ҙа тамырҙары шунда икәнлеген белеп-тойоп үҫте. Беҙ – монаш бөрйәндәре. Ваҡытында ауылда ер алып, гөрләтеп донъя көттөк. Балаларҙы уҡырға интернатҡа бирге килмәгәс, кире ҡалаға күсендек, үҙебеҙ башланғыс кластан һуң интернатта ятып уҡыныҡ, йөрөп уҡыуҙың ауырлығын беләбеҙ. Ауылда айырым хужа­лыҡ ҡороп йәшәгән йылдарыбыҙ – үҙе бер тарих. Утын-бесән, әллә нисә баш һыйыр һауыу, икмәк һалыу, һарыҡ ҡырҡыу, шәл бәйләү... Был мәшәҡәттәрҙең барыһы ла баштан үтте. Ғаилә эсендә ҡабат-ҡабат һөйлән­гән күпме хәтирә, лаҡап, көләмәстәр ҡалды.

 

– Рәйсә Хәким ҡыҙы, ҡыҙыҡлы әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт! Һеҙгә ныҡлы сәләмәтлек, ғаилә бәхете һәм юғары бейеклектәр теләйбеҙ!


Рәшиҙә ШӘМСЕТДИНОВА

Читайте нас