Башҡорт донъяһы
24 Октябрь 2022, 12:00

Артур Иҙелбаев солоҡ балынан мул уңыш алған

"Артабан да ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған был боронғо шөғөлдө һаҡлаясаҡбыҙ һәм үҫтерәсәкбеҙ. Был кәсеп донъяла бары беҙҙә – Башҡортостанда һаҡланғынын онотмайбыҙ..."

Артур Иҙелбаев солоҡ балынан мул уңыш алғанАртур Иҙелбаев солоҡ балынан мул уңыш алған
Артур Иҙелбаев солоҡ балынан мул уңыш алған

Билдәле йәмәғәт эшмәкәре, республикала туризмды үҫтереүгә тос өлөш индергән Артур Иҙелбаев һуңғы йылдарҙа солоҡсолоҡ менән дә әүҙем шөғөлләнә. Уның солоҡтары бер нисә районда ҡуйылған, шул иҫәптән Белорет районының Ҡаһарман ауылы эргәһендә лә бар.

– Ҡаһарман ауылынан алты саҡрымда, Бишитәк тауы яғындағы урманда, 17 солоҡ умартаһы ҡуйҙым. Уларҙың төп өлөшө үҙемдеке. Был солоҡтарҙы үҙем һәм командам хеҙмәтләндерә.

Июнь - ямғырлы, ә йүкә сәскәһе ҡыҫҡа ваҡытта ҡойолоп бөтөүенә ҡарамаҫтан уңыш быйыл мул булды. Күп солоҡтарҙа һәм солоҡ умарталарында кәрәҙ иҙәнгә тиклем етеп төшөп тора. Был бик яҡшы.

Бер солоҡ умартаһынан уртаса бер ҙур биҙрә уңыш алдыҡ, шул уҡ ваҡытта ярты балды ҡорттарға ла ҡалдырҙыҡ.

Ошондай байлыҡ өсөн Хоҙайға, тәбиғәткә, дуҫтарыма һәм остаздарыма, командама рәхмәт.

Артабан да ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған был боронғо шөғөлдө һаҡлаясаҡбыҙ һәм үҫтерәсәкбеҙ. Был кәсеп донъяла бары беҙҙә – Башҡортостанда һаҡланғынын онотмайбыҙ, – тип уртаҡлаша сәхифәһендә Артур Иҙелбаев.

Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: Артур Иҙелбаев (vk.com).

 

Артур Иҙелбаев солоҡ балынан мул уңыш алған
Артур Иҙелбаев солоҡ балынан мул уңыш алған
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас