

Быйыл Рәсәй Геройы генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов етәкселегендәге 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының “Тербун рубежы”ндағы Озерки – Борки, Тербун – Лобановка – Урицкое ауылдары янында утлы ғәрәсәткә инеүенә 80 йыл тулды. Етенсе тапҡыр уҙғарылған “Тербун рубежы. 1942 йылдың эҫе йәйе” хәрби-тарихи реконструкция фестивале был юлы Липецк өлкәһе Тербун районының Озерки ауылында уҙҙы.
Уртаҡ идея берләштерә
Башҡортостандың “1-се Башҡорт атлы полкы” – “Любизар” хәрби-тарихи клубы төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһы идараһы рәйесе Илдар Шәйәхмәтовтың башланғысы менән өсөнсө йыл рәттән ойошторолған делегация, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының һалдаттарын кәүҙәләндереү бурысын ҡуйып, тарихи Тербун яландарына килә.
Хәрби-тарихи реконструкцияларҙа ҡатнашыу өсөн теләк кенә етмәй шул, әүҙем әҙерлек, матди сығымдар ҙа кәрәк. Башҡортостанда үҙешмәкәр йәмәғәт көсө менән йәшәгән ойошмаларҙа матди база юҡ хәлендә. Атлы тамашалар ойоштороу, унда ҡатнашыусыларҙы табыу, малдарҙы әҙерләү айырыуса ҙур сығым, иғтибар һәм хәстәрлек талап итә. 1941 – 1945 йылдарҙағы хәрби-тарихи ваҡиғаларҙы хәтерләткән реконструкция фестивалдәренә барыу өсөн һәр ҡатнашыусының үҙ ҡорал-макеттары, 1941 – 1945 йылдарҙағы кеүек хәрби ҡиәфәте-кейеме поход йыһазы булырға тейеш.
28 июндә Липецк өлкәһенә юлланғанда Башҡортостан Хөкүмәтенең һәм Мәҙәниәт министрлығының хәстәрлеге менән республиканың Халыҡтар дуҫлығы йорто ышанып биргән “Мерседес-Бенц” автобусына ултырҙыҡ. Делегацияға сәфәр өсөн автобус бүленгән, аттарҙы алып барыу өсөн махсус автоконевоз әҙерләнгән.
Оло йәштәге ветеран-йәмәғәтсе лә, аталы-уллы ғаилә ағзалары ла, йәш быуынға хәрби-патриотик тәрбиә биреүгә ҙур иғтибар биргән төрлө йүнәлештәге уҡытыусы-педагогтар ҙа, яу яландарында һәләк булған яугир-кавалеристың ейәндәре лә, эҙәрмәнлек хәрәкәтендә ҡатнашыусы булараҡ, легендар яҡташтары – генерал-майор М. Шайморатовтың данлы юлын өйрәнгән Ҡырмыҫҡалы районы вәкилдәре лә бар делегациябыҙҙа.
Һәр беребеҙҙе уртаҡ идея берләштерә: тыныс тормошто, азатлыҡты яулап башын һалған олатайҙар даны мәңге онотолорға тейеш түгел, илһөйәрлек тойғолары уятып, быуындан-быуынға, күсәгилешлелек һаҡлауы фарыз.
Эйәрләнек беҙ аттарҙы...
“Любизар” хәрби-тарихи клубы етәксеһе Илдар Шәйәхмәтов Липецк өлкәһенең Тербун районы хакимиәте башлығы Сергей Барабанщиковтан саҡырыу хаты алғас та, сәфәргә әҙерлек башлана.
1942 йылда Брянск фронты үткән хәҙерге Липецк өлкәһе ерҙәрендә беҙҙең атлы яугирҙәрҙе онотмайҙар. Данлы кавалерия дивизияһы ҡатнашҡан Тербун рубежындағы һуғышта ошо ерҙәрҙең фашистарҙан азат ителеүенә 80 йыл тулыуҙы төбәк етәкселеге хәрби-тарихи реконструкторҙар, эҙәрмәндәр отрядтарын саҡырып, киң йәмәғәтселек ярҙамында ҙур сара рәүешендә ойошторған. Башҡортостан вәкилдәренең фәҡәт башҡорт тоҡомло аттарҙа күренерен быйыл да ихлас көткәндәр.
Тербун районының Озерки ауылындағы хәтер сараларына Липецк өлкәһенән, Курск, Тамбов, Воронеж, Орел ҡалаларынан, Беларусь Республикаһынан хәрби-тарихи реконструкция клубтары, хәрби-патриотик һәм эҙәрмәнлек хәрәкәтендә ҡатнашҡан 40-тан ашыу йәмәғәт ойошмаһы килгән. Улар араһында башҡорт тоҡомло аттарҙа Ҡыҙыл Армия кавалеристары сифатындағы егеттәребеҙҙең дә өсөнсө йыл рәттән булыуы – ҙур мәртәбә.
Уларҙың төрлө хәрби-поход эпизодтарын тергеҙгән күренештәрен ҡарарға халыҡ йылдан-йыл күберәк йыйыла. Быйыл да биш меңдән ашыу ирекмән-турист, ҡунаҡтар килеп, тамаша ҡылды, башҡорт тоҡомло аттарҙың ныҡлығын, сыҙамлылығын күреп һоҡланды.
Беҙҙең республиканан ошондай хәрби-тарихи сараларҙа атай-олатайҙарыбыҙҙың тарихи иҫтәлеге хөрмәтенә үҙҙәрен бағышлаған хәрби-тарихи реконструкторҙарыбыҙ 1-се Башҡорт атлы полкы “Любизар” клубына берләшкән.
Тарихҡа күҙ һалайыҡ, фәһем алайыҡ
“Тербун рубежы. 1942 йылдың эҫе йәйе” хәрби-тарихи реконструкция фестивале Рәсәй кимәлендә үткәрелгән башҡа фестивалдәрҙән ныҡ айырыла. Был саралар 1942 йылда тарихи Брянск фронтында барған ваҡиғаларға арналған.
Бында 1942 йылдың йәйенән көҙгәсә 200 көндән ашыу оҙайлы оборона һуғыштары бара. Озерки ауылы янында беҙҙең яҡтан да, дошман яғынан да бик күп танк, самолеттар ҡатнаша. Ошо урында фашист илбаҫарҙары туктатылып, уларҙың алға барыу пландары емерелә. Был ерҙәрҙәге ҡаты алыштарҙа 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы айырыуса ҙур батырлыҡтар ҡыла, бер аҙым да артҡа сигенмәй, ныҡ тора.
Тарихи ысынбарлыҡты бер аҙға булһа ла терелтеп, шул ваҡиғаларҙы хәтерләтеп, хәрби-тарихи реконструкторҙар үҙҙәренең көсө менән табып-ремонтлап һаҡланған танк һәм бронетранспортерҙар, шул дәүерҙәге автомобилдәрҙе килтереп, төрлө эпизодтарҙы күрһәтә. Улар араһында хәтер яңыртыуға үҙ өлөштәрен индереү маҡсатында, алыҫ араларҙы яҡын итеп, баҫҡан ерҙәрендә ер һелкетеп, һыбай елгән Башҡортостан егеттәрен күреп, бер тамашасы ла битараф ҡала алманы. Берәү булһа ла, берәгәй, тигәндәй, дүрт башҡорт кавалерисының 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының Ҡыҙыл байрағын елберләтеп, етеҙ елеүҙәре, пехота һәм танктар йөрөгән яланда сағыу күренеш булып, күңелгә тетрәндергес тәьҫораттар өҫтәй.
Ошо урында рәхмәт һүҙҙәрен әйтергә кәрәктер: республика Ауыл хужалығы министрлығы ярҙамында “Аҡбуҙат” ипподромы директоры Дамир Иҫәев – башҡорт тоҡомло дүрт атты, “Терра-Башҡортостан” ярышы чемпиондарын, “Тербун рубежы. 1942 йылдың эҫе йәйе” фестивалендә лайыҡлы ҡатнашыу өсөн ебәрергә рөхсәт бирҙе.
Ат ташыуға яраҡлаштырылған “Мерседес”ты тәжрибәле водитель Павел Алексеев йөрөттө. Ветеринар-табип Заһир Ураҙов һәм ат ҡараусы Ришат Мостафин да, һәр ваҡыт уяу, иғтибарлы мөнәсәбәт күрһәтеп, аттарҙы хәстәрләп торҙо.
Быйылғы хәрби-тарихи экспедицияла генерал-майор Шайморатовтың яҡташтары – Ҡырмыҫҡалы районының Иҫке Бәпес ауылы мәктәбе филиалы мөдире, Радик Талипов исемендәге эҙәрмәндәр клубы етәксеһе Рамазан Раян улы Шәймәрҙәнов, Александровка ауылынан Эдуард Евгеньевич Еремеев, Ҡамышлы мәктәбенең тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү предметтары уҡытыусыһы ла ҡатнашты (ул да, эҙәрмәндәр отряды ойоштороп, быйыл яҙ Ленинград өлкәһендә эҙләнеү эштәре башҡарған). Улар “Тербун рубежы” мемориалындағы Миңлеғәле Шайморатов бюсы эргәһенә һалыр өсөн Ҡырмыҫҡалы районының Шайморат ауылынан бер ус тупраҡ, шулай уҡ көҙ ошонда башҡорт атлылары иҫтәлегенә аллея ултыртыу өсөн 15 төп ҡарағай үҫентеһе алып килә.
Беҙҙең арала “полк улы” исемен алған 10 йәшлек Байрас та бар. Ул атаһы – Учалы районының Уральск ҡасабаһында тыуып үҫкән Әхәт Мөхәмәтов менән юлға сыҡты. Инженер-иҡтисадсы Әхәт Әүәл улы – хәҙерге ваҡытта Дим биҫтәһендәге Рауил Бикбаев исемендәге 102-се башҡорт гимназияһында эшләй. Улын ата-бабалар өлгөһөндә, илһөйәрлек йүнәлешендә ысын башҡорт итеп тәрбиәләү маҡсатын ҡуйған ул. Байрас юлда барғанда Рауил Бикбаевтың “Халҡыма” тигән шиғырын, шулай уҡ урыҫ телендә лә шиғырҙар һөйләп ишеттерҙе.
Үҙ теләге менән оҙон юлға тәүге тапҡыр сыҡҡан водителебеҙ Ришат Рәшит улы Ҡыуатов үҙен бик оҫта, иғтибарлы, пассажирҙар өсөн ҙур яуаплылыҡ тойған, арыу-талыуҙы йөҙөнә сығармаған егәрле иптәш булараҡ танытты. Ейәнсура районының Байыш ауылынан килгән Ришат Байыш Аҡманов исемен йөрөткән урта мәктәп автобусы водителе, мәктәптең хужалыҡ эштәре һәм йәмәғәт башланғысында музей мөдире булып эшләй.
Стәрлебаш районының Табылды ауылынан Радмир Мөхтәр улы Вахитов былтыр ҙа килгән, быйыл да ҙур теләк менән юлға сыҡҡан. Ул сәнғәт мәктәбендә балаларҙы ҡурай уйнарға, йырларға өйрәтә, элек тарихтан уҡытҡан.
Беҙҙең менән Тербунға килгән яҙыусы Борис Малородов – арабыҙҙа иң өлкәне. Ул – 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының тарихын ентекләп өйрәнгән ижадсы, дивизия тураһында яңы мәғлүмәттәр туплап, ике китап сығарған әүҙем йәмәғәт эшмәкәре. “1941–1945 йылдарҙа Ҡыҙыл Армияла 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы кеүек халыҡсан яугирлек менән дошманға ҡаршы барған дивизияларҙы табыуы бик ауыр. Башҡорттарҙың тәбиғәте менән яугир халыҡ икәнлеге Бөйөк Ватан һуғышында тағы ла иҫбат ителде. Башҡорт халҡы башҡаларҙан ҡыйыу, намыҫлы, сыҙамлы булыуы менән айырылып тора, сөнки ул Уралда, тәбиғәттең ҡырыҫ шарттарында тыуып сыныҡҡан, тарихи сыуалыштарҙа үҙен дә, ерҙәрен дә һаҡлап ҡалырлыҡ көслө милләт булып формалашҡан”. Борис Яковлевичтың ниәте лә изге, ул генерал-майор Миңлеғәле Минһаж улы Шайморатов хаҡында китап яҙырға мәғлүмәт йыйыуын дауам итер өсөн юлға сыҡҡан.
Тербун ерендә тормош ҡайнай
29 июндә ҡояш байыған мәлдә килеп еттек Тербунға. Беҙҙең автобус район сиген үтеүгә, байып барған ҡояш нурҙары, күктәге аҡһыл болоттарға таралып, күк көмбәҙе яртылаш алһыу төҫкә кергәйне. Кемгә нисектер, үҙебеҙҙә бындай күренешкә шаһит булырға тура килмәгәнгәме, офоҡтағы ҡуңыр эңер нурҙары шомло 1942 йылды хәтерләтте. “Был ерҙәрҙе һаҡлап, күпме ҡан ҡойолған, онотмағыҙ, онотмағыҙ!” тигән төҫлө тойолдо...
Эйе, 1942 йылдың эҫе йәйендә ошо ерҙәрҙә атай-олатайҙарыбыҙҙың ғәзиз ҡаны аҡҡан, тоҙло тирҙәре тамған. Бына ошо тарихи урындарға беҙҙе уй-хыялдарыбыҙ, изге ниәттәребеҙ, ризыҡтарыбыҙ саҡырып килтерҙе.
Ошо делегация составында беҙҙең менән бергә юлланған ҡустым Нәсхәт менән икебеҙҙең ҡартатайыбыҙ Вәлиәхмәт Нурислам улы Әсәҙуллин да ошо урындарҙағы яуҙа майор Таһир Кусимовтың 275-се кавалерия полкы составында һуғышҡан. Туған-нәҫелебеҙ исеменән хәтер ептәрен яңыртыу ниәте былтыр Нәсхәт Әсәҙуллинға, ошо хәрби-тарихи клуб менән бергә килеп, фестивалдә ҡатнашырға насип иткәйне. Уның күреп-тетрәнеп ҡайтып һөйләгәне миңә лә, ныҡлап әҙерләнеп, ошо сәфәргә сығырға нигеҙ булды. Ҡустым бөгөн ҡартатайыбыҙҙың нигеҙен һаҡлап, Ауырғазы районының Үтәймулла ауылында донъя көтә. Уның татыу, тырыш ғаиләһендә береһенән-береһе теремек өс ул үҫеп килә.
Вәлиәхмәт ҡартатайыбыҙ был ҡан ҡойошло яуҙарҙа имен ҡала, һуғыш юлдары уны Сталинград янындағы алыштарға алып китә. Тербун һуғышын имен-аман үтеп сыҡһа ла, сержант Вәлиәхмәт Әсәҙуллин өсөн 1942 йылдың 5 декабре ғүмеренең һуңғы көнө була. Ул һәләк булған урын – Ростов өлкәһенең Деев утары.
Тербун халҡы беҙгә ихтирамлы, иғтибарлы мөнәсәбәттә, башҡорт халҡын танып, ҙур хөрмәт күрһәттеләр. Башҡортостан вәкилдәре икәнебеҙҙе белгәс тә, беҙгә: “О, башҡорттар, һеҙҙең ата-бабаларығыҙ – иҫ киткес ҡаһармандар! Беҙҙең ерҙең бер ҡарышын да дошманға бирмәйенсә, уларҙы ҡырып, башҡорт атлылары сигенергә мәжбүр иткән!” – тип һоҡланыуҙарын белдерҙе.
Икенсе Тербун ауылында туҡталып, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙәре ерләнгән туғандар ҡәберлегендә бер минут тын ҡалып, баш эйҙек. Хәҙер юлыбыҙ “Тербун рубежы. 1942 йылдың эҫе йәйе” хәрби-тарихи реконструкция фестивале уҙасаҡ Озерки ауылына табан боролдо.
Фестиваль уҙасаҡ урындарҙы һәйбәт әҙерләгәндәр: үләне сабылған, ҡайһы бер кәрәкле ҡоролмалар ҡоролған. Фестивалдә ҡатнашыусылар өсөн палаткалар ҡаласығы ҡора торған ерендәге иң бейек урында, беҙҙең аттарыбыҙ өсөн махсус сабылмай ҡалдырылған урындың эргәһендә туҡталдыҡ.
Озерки ауылынан алыҫ булмаған “Тербун рубежы” мемориалына килдек. Бында беҙ иртәгә буласаҡ тантаналы сараға әҙерлек хаҡында уйлайбыҙ. Генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов бюсына Ришат Ҡыуатов менән Байрас Мөхәмәтов почетлы ҡарауылға баҫты. Бер минутҡа тын ҡалып, Геройыбыҙға баш эйҙек.
Килеүселәр ҡараһын өсөн махсус эшләнгән окоптар, блиндаж да һуғыш күренештәрен күҙ алдына баҫтыра. Көслө ел беҙҙең байраҡтарҙы елберләтә. Мемориалда төрлө орудиелар – артиллерия, миномет, ПТР-ҙар теҙелеп киткән. Һуғыш осоро ҡоралдары күңелде иләҫләтә, әллә ниндәй аңлашылмаған хис-тойғоға сумып, был орудиелар янында тын ҡалабыҙ. 80 йыл элек кенә был көбәктәр үлемесле ут сәскән, был ерҙәрҙә ҡан ҡойғос яу барған...
“Тербун рубежы” һуғышы бынан бер саҡрым ярым самаһы алыҫлыҡта үтә. Һаҙлыҡта самолет табылғас, ошо ерҙәрҙә фермер хужалығы етәксеһе булған Владимир Дмитриевич Глазунов, летчикты ерләүҙе ойоштороп, өйрөлтмәген постаментҡа ултыртыу тураһында хәстәрлек башлағас, “Тербун рубежы” мемориалы тыуа. Был мемориалдағы һәр һәйкәл, һәр бюст, түшәлгән плитәләр – һәммәһе лә фермерҙар, шәхси эшҡыуарҙар хәстәрлеге менән барлыҡҡа килгән, ағастар ултыртылған. Табылған һуғыш тимер-томоро күбәйеп киткәс, әйҙәгеҙ, музей ҙа төҙөйөк, тип хәстәрләп, һәр кем, ҡулынан килгәнсә ярҙам итеп, музей асыла.
Тербун ерендә төрлө милләт кешеләренән торған полктар, дивизиялар, төрлө частар һуғышҡанлығын, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының тәүге аҙнала уҡ бер полкка яҡын һалдаты һәләк булыуын, тик бер аҙым да артҡа сигенмәүҙәрен бындағы халыҡ яҡшы белә. Башҡорт атлылары 12 саҡрымға һуҙылған ҙур плацдармда оборона тота. Улар һуғышҡа ингәс, дошман ғәскәрҙәренең артабан алға барыуына сик ҡуйыла.
Илдар Ғиндулла улы Воронеждан “Патриот” хәрби клубы етәксеһе Андрей Скалевойҙың ике төп ҡарағай үҫентеһе килтереүҙе һорауы, был турала белеп ҡалған Ҡырмыҫҡалынан Шайморатовтың яҡташтары ун биш төп ҡарағай үҫентеһе биреп ебәреүе хаҡында Игорь Николаевич Лабынцевҡа белдерҙе. Ҡарағай үҫентеләрен көҙгә тиклем һаҡлап, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы исемендәге аллея ултыртырға ине, тигән теләген дә әйтте етәксебеҙ.
Хакимиәт башлығы урынбаҫары был теләкте хупланы, уларҙы күсереп ултыртылған ерҙә тамыр нығытып, үҫтереп ебәреү өсөн үҙенә күрә хәстәрлек тә кәрәклеген билдәләне. “Беҙҙең урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре хәстәрлек күреп, һаҡлар, әйтермен, борсолмағыҙ”, – тине ул.
Бына 2-се Тербун ауылы. Беҙ 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙәре хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәл янына килдек. “Оборона министрлығы ошо бронза һалдат һәйкәлен бушлай бирҙе, шәхси эшҡыуар үҙ иҫәбенә алып килде. Берәүҙәр бетон килтерҙе, ғөмүмән, кем нисек ярҙам итә ала, шулай ярҙам итте. Уларға рәхмәттән башҡа һүҙ юҡ. Бына ошонда теҙелеп киткән ҡәберҙәрҙең һәр береһендә бишәр, туғыҙар, унан да күберәк кешеләрҙең һөйәге бергә йыйып ерләнгән. Күбеһенең исеме билдәһеҙ. Йыл һайын йөҙләп ярылмаған мина, граната, снарядтар табылып зарарһыҙландырыла, төрлө һуғыш әйберҙәре музейҙарға өҫтәп ҡуйыла, һалдат һөйәктәре табыла тора...” Игорь Николаевичтың һәр һөйләгән һүҙе күңелдәрҙе тетрәндерә, ҡурҡыныс булып китә, тамаҡҡа төйөр ултыра...
Беҙ менгән аттар – толпар-арғымаҡтар
Төштән һуң һәм иртәгәһенә тирә-йүндәге 42 клубтан 300-ҙән ашыу реконструктор урынлашты эргәбеҙгә. Рәсәйҙең 11 төбәгенән һәм Беларусь Республикаһынан вәкилдәр килгәйне.
Барып етеп урынлашыуға, беҙҙең арттан юлға сыҡҡан аттар тейәлгән “Мерседес” машинаһы ла тәғәйенләнгән урынға, Озерки ауылы ситендәге фермер хужалығына, килеп туҡтаған. Бында, фермер Глазуновтың хужалығында, аттарға алыҫ юлдан ял итеп, туҡланыу өсөн барлыҡ шарттар тыуҙырылған.
Ял итеп, юшап торған теремек бәйге аттары, хәрби кейемдәге ят кешеләрҙе күреп, һиҫкәнеп ҡаршы алды. Урман ситендә, тынлыҡта тороп ойоған юртаҡтар, билдәренә ялтыр шашкалар тағып, Ҡыҙыл байраҡ елберләтеп килеп туҡтаған егеттәрҙән һағайып, бышҡырышып, бер-береһенә кешнәшеп хәрәкәткә килде. Әйтерһең дә, яу еле ҡағылғандай, килеүселәрҙе шулай сәйерһенеп тәбрикләнеләр.
Күп тә үтмәне, һәр егет үҙенә тәғәйенләнгән атты туҙандан һөртөп таҙаланы. Ат ҡараусы Ришат Мостафин ярҙамында малҡайҙарға кавалерия эйәрҙәре һалынды, ауыҙлыҡлап, ҡара ҡайыш йүгәндәр кейҙерелде. Үңдектәре тартылып, менгегә әҙер юртаҡтар, алда уларҙы хәрәкәт көтәһен һиҙемләп, сабырһыҙланып, тартҡылашып та ҡараны, ләкин яугирлек ҡомары ташып торған егеттәрҙең ҡаты ҡулдарын тойоп буйһондо. Кисәге бәйге аттары хәҙер инде бәйһеҙ юртаҡтар түгел, ә арҡаларына ҡыҙыл йондоҙло эйәрҙәр һалынған хәрби арғымаҡтарға оҡшап ҡалды. Гүйә, улар – 80 йыл элек ошо ерҙәрҙә дошманды туҡтатырға килгән Ҡыҙыл Армияның кавалерия аттары.
Дүрт арғымаҡҡа менеп алған егеттәр ҙә – ябай һыбайлылар түгел, ә йүгәндәрҙе ҡаты тотҡан 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының ысын яугирҙәре. Аттар ҙа, ошо хәлгә буйһонғандай, бирелгән командаларҙы тыныс үтәп, сафта урындарын алды.
Алдан әйҙәп барған командир Шәйәхмәтовҡа тапшырылған “Амур” ҙа, Нәсхәт Әсәҙуллин менгән “Алабай” ҙа, Әхәт Мөхәмәтовҡа тапшырылған “Альянс” та хәлде аңланы буғай. Был өс ат быйыл беренсе тапҡыр Тербун һауаһын һулай. Ә бына Рауил Оморғолов менгән “Айтуған” ҡушаматлы ҡола айғыр таныш еҫтәрҙе тойопмо, әллә Рауилдең тауышын танынымы, былтырғы дуҫын тапҡандай, үҙен тыныс ҡына тотто. “Айтуған” былтыр ҙа килтерелгәйне, уға был урындар, һуҡмаҡтар хәҙер яҡшы таныш.
Әлфиә ӘСӘҘУЛЛИНА
(Аҙағы бар).