Башҡорт донъяһы
28 Октябрь 2022, 14:00

"Ҡәнзәфәр бейҙең аманатына тоғро ҡалайыҡ"

Бөгөн Мең ырыуы башҡорттары оло ҡор йыйҙы.

"Ҡәнзәфәр бейҙең аманатына тоғро ҡалайыҡ""Ҡәнзәфәр бейҙең аманатына тоғро ҡалайыҡ"
"Ҡәнзәфәр бейҙең аманатына тоғро ҡалайыҡ"

Бөгөн Өфөлә Мең ырыуы башҡорттары башлығы, башҡорттарҙы Рус дәүләте составына үҙ ирке менән индереү инициаторы Ҡәнзәфәр бейҙең тыуыуына 490 йыл тулыуға арналған ғилми-ғәмәли конференция үтте.

Һижри календарь буйынса 961 йылда (1554 йылда) Мең ырыуы башҡорттары делегацияһы Ҡәнзәфәр бей етәкселегендә башҡорт ырыуҙары араһында тәүгеләрҙән булып Рәсәй империяһы наместнигы менән Рәсәй дәүләте составына үҙ ирке менән инеү тураһында килешеү төҙөгән.

Башҡортостандың үҙ ирке менән Мәскәү дәүләте составына инеүе быуаттың икенсе яртыһында башҡорттар һәм Рәсәй генә түгел, тотош Евразия киңлеге өсөн оло әһәмиәткә эйә тарихи һәм сәйәси ваҡиғаға әүерелгән.

– Ҡәнзәфәр бей үҙен алдан күрә белеүсе дәүләт һәм сәйәсәт эшмәкәре итеп танытҡан, шул ауыр осорҙағы ваҡиғалар үҫешенең төп йүнәлешен дөрөҫ билдәләгән һәм Башҡортостан, Рәсәй тарихында бихисап эҙемтәләргә килтергән аҡыллы сәйәси ҡарар тапҡан. Был ваҡытта делегация етәксеһе Ҡәнзәфәр бейгә ни бары 21-22 йәш тирәһе булған, - тип билдәләне "Мең ырыуы" йәмәғәт ойошмаһы советы рәйесе, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы Әхнәф Тимербулатов.

Конференция эшендә Башҡортостан Башлығының Ижтимағи-сәйәси үҫеш буйынса идаралығындағы милли сәйәсәтте тормошҡа ашырыу бүлеге мөдире Илшат Ханов, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе, тарих фәндәре кандидаты Юлдаш Йосопов, Башҡортостандың Архив эштәре буйынса идаралығы начальнигы, тарих фәндәре кандидаты Илһам Фәтҡуллин һәм башҡа рәсми вәкилдәр ҡатнашты.

Сараны асып, Илшат Ханов түбәндәге фекерен белдерҙе:

– Ҡәнзәфәр бей - илебеҙ үҫешенә тос өлөш индергән шәхестәребеҙҙең береһе. Бөгөнгө конференция – илһөйәрлектең сағыу сағылышы, һәм бындай эш системалы, көн һайын алып барылырға тейеш, тип уйлайым. Йәмәғәтселек ярҙамынан, әүҙем позицияларҙан тыш бер ниндәй маҡсатлы программалар, дәүләттең тырышлығы ла уңышҡа килтермәйәсәк. Йәмәғәтселек ярҙамы менән генә беҙ ҡуйған маҡсаттарға бергәләп өлгәшә аласаҡбыҙ. Әлеге конференция бик ваҡытлы тип иҫәпләйем. Ошо сараны ойоштороусыларға, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына, Мең ырыуы йәмғиәтенә рәхмәт белдерәм. Конференция тәжрибә, уй-фекерҙәр менән уртаҡлашыу майҙансығына әүереләсәк, – тине Илшат Ханов.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Юлдаш Йосопов иһә:

– Ҡәнзәфәр бейҙең оло юбилейы, әлбиттә, беҙҙең өсөн байрам ғына түгел. Ошо ваҡиға, бөйөк шәхес барыбыҙҙы ла тарихыбыҙға әйләнеп бағып, тәжрибә тупларға, уйландырырға тейеш. Ғөмүмән, Ҡәнзәфәр бейҙең эшмәкәрлеге нигеҙе булған башҡорт ырыуҙары системаһы халҡыбыҙ өсөн бөгөн айырыуса ҙур әһәмиәткә эйә.

Белеүебеҙсә, беҙҙең ырыуҙар араһында һәр саҡ тиңлек булған. Быны, мәҫәлән, Рус дәүләтенә ҡушылған мәлгә ҡарап та әйтергә мөмкин: берләшеү хаҡында һәр береһе менән айырым килешеү төҙөлгән. Аҫабалыҡ хоҡуғына эйә башҡорттарҙың ырыуы берҙәм хоҡуҡи субъект булып иҫәпләнгән. Айырым кеше лә, айырым династия ла түгел, ә ырыу. Шуға ла башҡорттарҙа шәжәрә ҙур әһәмиәткә эйә, шуға ла беҙҙә тарихҡа һаҡсыл мөнәсәбәт. Тарихыбыҙ, шәжәрәләребеҙ менән йәшәүгә, ергә хоҡуғыбыҙҙы нигеҙләйбеҙ. Шул уҡ ваҡытта һәр ырыу бер-береһе менән тиң, һәр ҡайһыһының үҙенсәлектәре, асылы бар. Ҡәнзәфәр бей заманынан аманат булып ҡалған ошондай юлды дауам итергә, төрлө булһаҡ та, бер маҡсатҡа, берҙәмлеккә ынтылырға тейешбеҙ. Быны беҙ элек-электән әйтеп, башҡаларға үҙ миҫалыбыҙҙа өлгө итеп күрһәтеп киләбеҙ. “Рәсәй нисек төҙөлөргә тейеш?” тигән һорауға һәр ваҡытта ла үҙ яуабыбыҙ, ныҡлы һүҙебеҙ бар: “Беҙҙең көсөбөҙ – берҙәмлектә, төрлө халыҡтарҙың уртаҡ маҡсатта алға барыуында, именлеккә ынтылыуында”. Бөгөнгө ҡоробоҙ ҙа – ошо маҡсаттың бер өлөшө. Уның һөҙөмтәһе һис шикһеҙ булыр тигән ышаныстабыҙ, – тине.

Артабан сарала "Ҡәнзәфәр бей - башҡорттарҙы Рус дәүләте составына индереү инициаторы" тигән доклад менән Башҡортостан Фәндәр академияһы академигы, Мең ырыуының Аҡһаҡалдар ҡоро рәйесе, философия фәндәре докторы Фәнил Фәйзуллин, "Ҡәнзәфәр бей - Рәсәйҙә федерализмға нигеҙ һалыусы" тигән темаға доклад менән Рәсәй Фәндәр академияһының Башҡортостандағы вәкиллеге етәксеһе, юридик фәндәр докторы Рафаил Зинуров сығыш яһаны. Мең ырыуы шәжәрәһе менән Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының көнсығыш ҡулъяҙмалары бүлеге ғилми хеҙмәткәре, тарих фәндәре кандидаты Рәшит Аҡкөбәков таныштырҙы. "Бишбүләк районы халҡы - Ҡәнзәфәр бейҙең вариҫтары" темаһын "Мең ырыуы" төбәк йәмәғәт ойошмаһы советы рәйесе урынбаҫары Альфред Шәймәрҙәнов асты, "Ҡәнзәфәр бейҙең нәҫеленән булған билдәле шәхестәр" тигән доклад менән Ҡәнзәфәр бейҙең вариҫы, Башҡортостандың Бүздәк районы буйынса мировой судьяһы Ғүмәр Әндәрйәнов сығыш яһаны.

Мәғлүм булыуынса, былтыр сентябрҙә Шишмә районында тәүге башҡорт парламентарийына һәйкәл ҡуйылғайны. Тантана Мең ырыуы юлбашсыһына, дәүләт эшмәкәре Ҡәнзәфәр бейгә арналған сараларҙың дауамы булды. Сараны ойоштороусылар булып "Мең ырыуы" төбәк йәмәғәт ойошмаһы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы һәм Шишмә районы хакимиәте сығыш яһаны. Унда билдәле ғалим-тарихсылар, уҡытыусылар, китапхана хеҙмәткәрҙәре, Бишбүләк, Благовар, Бүздәк, Дәүләкән, Иглин, Әлшәй, Миәкә, Ҡырмыҫҡалы, Шишмә райондары вәкилдәре, Ҡәнзәфәр бейҙең вариҫтары ҡатнашты.

Һәйкәлдең авторы, скульптор, хоҡуҡ белгесе, юридик фәндәр докторы Рафаил Зинуров белдереүенсә, Ҡәнзәфәр бей кеүек башҡорт халҡының данлы улдары иҫтәлеге мотлаҡ мәңгеләштерелергә тейеш. Әйткәндәй, Рафаил Зинуровтың күренекле башҡорт эшмәкәрҙәренә арналған эштәре республиканың ете районында урынлашҡан. Был скульптура иһә Шишмә районына һәм уның халҡына бүләк булды. Скульптор уны Фазлетдин Ислаховтың картинаһы буйынса эшләгән.

– Башҡорттар ҡатмарлы сәйәси шарттарҙа үҙ ирке менән Рәсәй составына инеү тураһында берҙән-бер дөрөҫ ҡарар ҡабул иткән. Бөгөн Башҡортостанды Рәсәй федерализмына нигеҙ һалыусы тип атай алабыҙ. Донъяла федератив дәүләттәр күп, әммә уларҙың береһендә лә бындай миҫал юҡ. Башҡортостандың ҡушылыуы үҙ ихтыярын белдереү һөҙөмтәһендә мөмкин булған. Килешеүгә ҡул ҡуйғанда башҡорт ырыуҙарының теләге иҫәпкә алынған. Ырыу башлыҡтары, иң абруйлы кешеләр ҡәбиләләр исеменән сығыш яһаған. Уларҙы беҙ башҡорт халҡының лидерҙары тип иҫәпләйбеҙ. Мең ырыуы Ҡәнзәфәр бей етәкселегендә дүрт илсе ебәргән. Башҡорттарҙың аҫабалыҡ хоҡуғын һаҡлап ҡалыу – ваҡыт ҡаҙанышы, - тине Рафаил Зинуров.

Тап Ҡәнзәфәр бейҙең башҡорт халҡы исеменән рустарҙың "Аҡ батша"һына тәүге вәкилдәренең береһе булып килеүе һәм Мең ырыуы башҡорттарын берләштереүсе булыуын көньяҡ-көнбайыш башҡорттарының шәжәрәләре иҫбатлай. Быуындан быуынға тапшырылып, был мәғлүмәт ырыу, ҡәбилә йылъяҙмаһына әйләнеп, беҙгә тарихи дөрөҫлөктө еткерә. Шәжәрәлә әйтелеүенсә, 1554 йылдың ҡышында күренекле меңлеләр ебәргән Ҡәнзәфәр бей етәкселегендәге илселәр саңғыла Ҡазанға килгән һәм батша наместнигы тарафынан бик мәрхәмәтле ҡабул ителгән.

Конференция аҙағында ҡатнашыусылар резолюция ҡабул итте, унда Башҡортостандың бөтөнлөгөн һаҡлауҙа һәм уның артабанғы үҫешендә төп роль уйнаған тарихи сәйәси эшмәкәрҙең хәтерен мәңгеләштереүгә булышлыҡ итеүсе саралар тураһында аныҡ тәҡдимдәр бирелде.

Фото: Айрат Нурмөхәмәтов.

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас