

Һуңғы осорҙа Башҡортостан етәкселеге халҡыбыҙҙың малсылыҡты һәм ҡортсолоҡто үҫтереү кеүек боронғо шөғөлдәренә иғтибарҙы бермә-бер арттырҙы. “Беҙ илебеҙҙәге аграр етештереүселәр араһында лидерлыҡ позицияһын нығытасаҡбыҙ, бының өсөн ресурстарыбыҙ ҙа, белгестәребеҙ ҙә етерлек, – тине ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәренә арналған тантаналы сарала республика Башлығы Радий Хәбиров. – Иң мөһиме – яңы эш урындары булдырасаҡбыҙ. Ауыл халҡының табышын арттыра барып, көнкүрешенә еңеллек индерәсәкбеҙ, хеҙмәт шарттарын яҡшыртасаҡбыҙ”.
Уйланырға мәжбүр итә
Улай ғына ла түгел, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов әйтеүенсә, умартасылыҡты үҫтереү буйынса республика программаһы ҡабул ителергә тейеш, ҡортсолоҡ тармағын үҫтереү өсөн 614 миллион һум бүленәсәк. Ошо белдереүҙе ишеткәс, йүнселдәр араһында ҡортсолоҡ менән шөғөлләнә башлау икеләтә артты. Белеүебеҙсә, беҙҙең халыҡ күршеһендә ялҡын барлыҡҡа килә башлаһа ғына, йоҡоһонан уяна һәм, әүҙемләшә төшөп, дәррәү эшкә тотона. Әйткәндәй, ҡыҙыҡлы бер күренешкә тап булдым.
– Башҡортостан ҡортсолары тәбиғәт биргән мөмкинлектән тулыһынса файҙалана алмай, беҙ иһә дүрт урында башҡорт тоҡомло ҡорттар үрсетәсәкбеҙ, уны 30–50 мең күскә еткереп, тәбиғәт биргән байлыҡты тулыһынса файҙаланырға уйлайбыҙ, – тине бер нисә йыл элек сит илдән килеүселәр. Ошо хәлдән һуң ғына яҡташтарыбыҙ, ғәмһеҙлегенән арынып, бер нисә мәртәбә йыйылыш үткәреп, ҡортсолоҡ йүнәлешендә эш башланы.
Үҙ ғүмерендә солоҡсолоҡтоң нимә икәнен дә белмәгән-күрмәгәндәрҙең дәғүәһе алдынғы ҡарашлыларҙы уйланырға мәжбүр итте. Ысынлап та, һуңғы йылдарҙа ҡортсолоҡ менән шөғөлләнә башлаусылар күбәйгәндән-күбәйә. Был мөһим тармаҡҡа ҡарата шәхсән минең дә ҡыҙыҡһыныуым артты. 77 йәшемдә ҡыҙыма, ҡатыныма һәм үҙемә дүрт банктан бер миллион һумға яҡын аҡса юллау – шуға асыҡ миҫал. Өҫтәүенә, 29 сутый ер һәм “Башҡортостандың умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге” йәмғиәтенән 90 мең һумға башҡорт тоҡомло 15 күс һатып алдыҡ.
Маҡсатыбыҙ изге – солоҡсолоҡто тергеҙеү һәм үҫтереү, йәштәрҙе ошо мөһим шөғөлгә ылыҡтырыу. Шулай итеп, эшемде башланым. Инициатива булһа, халыҡ араһында яҡлау таба ул. Илшат Толомғужин, Айтуған Ҡолдәүләтов кеүек йәштәрҙән тиҙ арала солоҡ уйыу серенә өйрәнеп алдым. Оҫталар йыуан ҡарағайҙарҙан 17 солоҡ юнып бирҙе. Был эште башҡарыуға маһир булғастар, үҙҙәре лә солоҡ умарталары әҙерләп, солоҡсолоҡто үҫтереүгә ҙур өлөш индермәкселәр. Уларҙы Башҡортостан ҡортсолары яҡшы белә. Әйткәндәй, заказ биргәндәргә умарталар эшләп һатыу менән бер рәттән, Иглин районына барып, эшҡыуар Фәнис Хәлиловҡа ярҙамлашалар, хатта унда ла солоҡ уйып ҡайталар. Уларҙың был сетерекле эште башҡарыуы, солоҡ уйырлыҡ ҡарағайҙарҙа, имәндәрҙә, ҡорттар йәшәрлек шарттар барлыҡҡа килтереп йөрөүе – ҡыуаныслы хәл. Тимәк, атай-олатайҙар мираҫы – солоҡсолоҡ шөғөлө йәшәйәсәк! Юғиһә, үткән быуаттың туҡһанынсы йылдарынан һуң колхоз-совхоздар бөтөрөлөп, йәштәр эш эҙләп Себер тарафтарына йөрөй башлағас, ҡайһы бер ауылдарҙа ҡортсолоҡ юҡҡа сығыу хәленә еткәйне. Һәүәҫкәр ҡортсо Мөҙәлим Хәсбетдинов һөйләүенсә, совет осоронда колхоз-совхоздар ҡортсолоҡтоң үҫешенә ҙур өлөш индергән.
Маҡсат ҡуя беләйек
Мин Бөрйән совхозында нормаға һалыусы-бухгалтер булып эшләнем. Ун бер умарталыҡта 1 мең 100 баш ҡортобоҙ булды. Хөкүмәткә тонналап бал тапшыра инек. “Алға” колхозында ғына – 100 умартанан ашыу! Солоҡсолоҡто тергеҙеү һәм үҫтереү маҡсатында 1958 йылда ойошторолған “Шүлгәнташ” ҡурсаулығында иһә – ике йөҙ умарта! Быларҙан тыш, Мәҡсүт, Ғәҙелгәрәй, Үрге Нөгөш, Ғәлиәкбәр ауылдарындағы һәүәҫкәр ҡортсоларҙың ихаталарында ла ҡорттар гөжләп торҙо, һәр ғаиләлә егерменән ашыу умарта иҫәпләнде.
– Солоҡтарҙы иҫәпкә алып, ремонтлап, таҙартыу эштәре башҡарған ваҡытта разведка (биләм) ҡорттары, эргәлә геүләп осоп йөрөй торғайны, – тип һөйләй утыҙ йылдан ашыу “Шүлгәнташ” ҡурсаулығында ҡортсо булып эшләгән ауыл хәбәрсеһе Исмәғил Яманаев. – Шундай осраҡтар ҙа иҫтә: солоҡто таҙартып төшөүгә күс килеп тә ҡуна. Исмәғил абзый гәзит-журналдарға ла даими яҙышты. Ҡортсолоҡто үҫтереүгә арналған “Күмәкләп тотонайыҡ!” тигән мәҡәләһен күптәр хәтерләйҙер.
Бөтә ғүмерен республика тәбиғәтенең флораһын һәм фаунаһын һаҡлауға арнаған зыялы яҡташыбыҙ беребеҙҙе лә кәңәштәренән өҙмәй. Бөрйән солоҡ ҡорттарын үрсетеүгә районыбыҙҙың һәүәҫкәр ҡортсолары ла өлөш индерһә ине! Солоҡто таҙартып, балауыҙ һылап, күс ҡундырып солоҡта ҡышлатыу яғындамын. Иҫән-һау ҡышлағандар, июнь айында йәш күстәр айырып сығарып, эргә-тирәһендә әҙерләнгән солоҡтарға инә барһа, солоҡ ҡорттары бермә-бер ишәйер ине. Улым, һиңә әйтәм, киленем, һин тыңла, тигәндәй, күптәргә тәьҫир итеү маҡсатында, түбәндәгеләрҙе еткерәм. Быйыл 25 октябрҙә кәңәшсе ағайығыҙға 94 йәш тулды. Ғәлиәкбәр ауылының иң оло кешеһе ул. Оҙаҡ йәшәүенең сере, бәлки, солоҡ балы ашап, саф һауа һулап йәшәүҙәлер...
Күреүебеҙсә, алдынғы ҡарашлылар нисек тә олатайҙар мираҫ итеп ҡалдырғанды тергеҙергә, үҫтерергә тырыша. Фәнни күҙлектән ҡарағанда, ҡортсолоҡ – кешелек донъяһының айырылғыһыҙ юлдашы. Ерҙәге йән эйәләренең бер-береһе менән бәйләнешен һәр яҡлап ентекле өйрәнгән бөйөк ғалим Альберт Эйнштейн былай тигән: “Һуңғы бал ҡорто һәләк булғандан һуң дүрт йылдан кешелек донъяһы юҡҡа сығасаҡ”.
Бал ҡорттары бөтөү менән үҫемлектәрҙе һәм ағастарҙы юҡҡа сығара торған зарарлы бөжәктәр ҡот осҡос кимәлдә үрсейәсәген иҫкәртә ул. Өс йыл дауамында, умартамда ҡоротҡостарға ҡаршы ҡорттар менән бергәләп алһыҙ-ялһыҙ көрәшкән ҡортсо булараҡ, ғалимдың фаразлауы менән тулыһынса килешәм. Әгәр күсте аҫлы-өҫлө ике кейәле даданға урынлаштырһаң, аҫҡы кейәнең яуызлыҡҡа ҡаршы көрәш майҙанына әйләнеүенә, һаҡсы ҡорттарҙың ғәжәп көслө, дыуамал булыуына инанаһың. Көслө ғаиләләге һаҡсылар, ситтән ҡорттар индермәү менән бер рәттән, һағыҙаҡ, иңкеш, көйә, ҡара һәм аҡ үрмәксенең, төрлө ҡырмыҫҡаларҙың эскә инеп, тыныслыҡты боҙоп йөрөүенә юл ҡуймай. Ваҡыты еткәс, әре ҡорттарҙы ла ҡыуып сығаралар. Хатта дыраш кейә тирәһендә уралһа, дыуамалланып ҡанатына йәбешәләр, тегеһе күтәрелеп осоп китһә лә, зәғифләнгәс, барыбер юҡҡа сыға инде ул. Шулай булғас, һәр төбәк үҙенең климат шарттарына яраҡлашҡан һәм тереклек итеү өсөн тәбиғи функцияһын үтәгән ҡорттарҙы ғына тәрбиәләргә һәм үрсетергә бурыслы. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы бер инициаторҙар ғына бөгөн башҡорттар үрсеткән солоҡ ҡорттарын һаҡлап алып ҡалырға тырыша. Инициатива – һәйбәт күренеш, әгәр ҙә ул халыҡ яҡлауын тапһа, тип әйткән зыялыларҙың һүҙен онота башланыҡ шикелле. Әле телгә алынған инициатор-лидерҙар, солоҡ уйырға өйрәнеп алып, солоҡсолоҡ шөғөлөн үҙҙәренең тәжрибәһе нигеҙендә уңышлы ғына башлап ебәрһә, һөҙөмтә ҡыуанырлыҡ булмаясаҡ. Сөнки улар бренд-солоҡ балын етештереүҙе алғы планға ҡуйып, киләсәктә башҡорт тоҡомло ҡорттар барлыҡҡа килтереүҙе һис тә маҡсат итмәгән.
Йәштәрҙе әйҙәү зарур
Апрель урталарында Ростов өлкәһенән, Карпат, Кавказ, Үзбәкстан тарафтарынан килтерелгән дүрт рамлы күстәрҙе һатып алып, үҙҙәре белгән ысул менән солоҡ уйымдарына урынлаштыралар. Ҡорттар яҙ башынан оса башлай һәм, йәй буйы дәррәү генә эшләп, хужаһына арыу ғына бал йыя. Әммә улар ҡышлауға ҡалдырылһа, беҙҙең ҡырыҫ тәбиғәт шарттарында үлә. Ғәмәлдә, аҡсаға ҡаныҡҡан хужа уны ҡышлауға ҡалдырмай. Ул ни өсөн ун-ун биш килограмм балды күрәләтә әрәм итһен инде?! Меҫкендәр юҡҡа сығыуға дусар ителә. Яҙғыһын иһә был әҙәм яңынан ситтән бал ҡорттары һатып алып урынлаштыра. Һөҙөмтәлә, әкренләп башҡорт тоҡомло бөрйән солоҡ ҡорто ситтән алып киленгән Карпат, Кавказ, Ростов, Үзбәкстан ҡорттары менән ҡатнашып бутала. Шул сәбәпле, ҡатнаш ҡорт ғаиләһе үҙенең һыуыҡҡа бирешмәүсәнлек һәләтен юғалта. Үҙ сиратында, саф тоҡомло ҡорттар кәмегәндән-кәмей. Асылда, башҡорт тоҡомло бөрйән ҡорттарын һаҡлау, үҫтереү йәһәтенән нимә эшләргә тейешбеҙ? Минеңсә, иң тәүҙә ҡурсаулыҡ биләмәһендәге 600 солоҡтоң һәммәһен дә ҡортло итергә кәрәк! Бының өсөн уларҙа эшсе көсө лә, тәжрибә уртаҡлашырлыҡ ҡортсолар ҙа етерлек. Юғиһә, улар һуңғы йылдарҙа солоҡ ҡорттарының һанын йөҙгә лә еткерә алғаны юҡ. “Шүлгәнташ” ҡурсаулығының алмаштырғыһыҙ директоры М.Н. Косарев “Тәбиғәт” журналына биргән интервьюһында ошолай тине:
– Ҡурсаулыҡта, шулай уҡ шәхси секторҙа, солоҡ ҡорттарының 20 проценты ғына арыу ҡышланы. Яҙ иһә барлығы 11 бал ҡорто ғаиләһе ҡалғайны. Бының сәбәптәре төрлө. Беренсенән, былтыр йәй ныҡ эҫе булды, бал ҡорттары ҡышҡылыҡҡа аҙыҡ әҙерләүҙе иртә туҡтатты, үҫешеп өлгөрмәне, ҡышлауға көс йыя алманы. Икенсенән, бал ҡорттары оса алмаған ваҡыт ай ярымға һуҙылғас, наҡыҫ аҙыҡ запасы менән ҡышҡа инделәр. Өсөнсөнән, айыуҙарҙың һөжүме көсәйҙе.
Был йөкмәткеле интервьюны уҡығандан һуң, алдынғы ҡарашлы ҡортсолар 2019 йылда ҡурсаулыҡта ҡышҡылыҡҡа ни бары 55 ҡорт күсе ҡалдырылыуын, уларҙың да сирле йә буталған булыуын аңлағандыр. Һау-сәләмәт күстәрҙе үҙҙәренә ҡышҡа етәрлек аҙыҡ әҙерләй алмауы мөмкин түгел. Ғүмере буйы ҡортсо булып эшләгән, үҙенең шәхси ихатаһында 60-70 умарта тотҡан Миңнәхмәт Байғазиндың “бал булмаған йыл булмай ул” тип әйткән һүҙҙәре быға дәлил. Мәҡәләне ентекләп, анализлап уҡыһаң, хәҙер башҡорт тоҡомло ҡорттарҙың аяныслы хәлдә икәнлеген аңларһың, уҡыусым.
Һанай башлаһаң, башҡорт тоҡомло ҡорттарҙың мөшкөл хәлгә төшөү сәбәптәре байтаҡ. Төп сәбәбе – үткән быуаттың туҡһанынсы йылдарынан һуң ҡортсолоҡҡа ҡарата иғтибарҙың кәмей төшөүе. Ә бит ҡортсолоҡтоң кешелек һәм тәбиғәт өсөн мөһимлеген дөрөҫ баһалап, ил етәкселеге һуғыштан алда уҡ Бөрйән районында 49 609 гектар майҙанда ҡурсаулыҡты ойоштора. Был изге эштең маҡсаты – әлеге биләмәнең фауна һәм флораһын өйрәнеп, уны саф көйөнсә һаҡлап, киләсәк быуынға мираҫ итеп тапшырыу. Шул уҡ ваҡытта йәштәрҙе ата-бабаларыбыҙҙан мираҫ булып ҡалған файҙалы шөғөлгә – солоҡсолоҡҡа әйҙәү ҙә күҙ уңында тотола. 1958 йылда 22 531 гектар биләмәлә ҡурсаулыҡтың Ағиҙел буйы филиалы ойошторола. Уның ниәте – Нөгөш менән Ағиҙел йылғалары араһында урынлашҡан Мәҡсүт, Ғәҙелгәрәй, Үрге Нөгөш, Ғәлиәкбәр ауылдары тирәһендәге ата-бабаларҙан ҡалған солоҡтарҙы һаҡлап алып ҡалыу һәм был эште артабан үҫтереү.
Үҙебеҙгә ышанайыҡ
Был филиалдың биләмәһе, мин һыуын эсеп үҫкән Нөгөш йылғаһының аръяғынан ғына башланғас, унда эшләгән егерь-күҙәтеүселәрҙең дә, өҙлөкһөҙ алмашынып торған директорҙарҙың да һәләт-эшмәкәрлеген билдәләп барҙым. Эшлекле, ойоштороу һәләтенә эйә булған Е.М. Петров һигеҙ йыл һуҙымында ҡурсаулыҡ үҫешенә тос өлөш индерҙе, алдына ҡуйған маҡсатына ярашлы эшләне, тип ғорурланып әйтергә мөмкин. Солоҡ күстәре һанын ике йөҙгә еткереп, рекорд ҡуйҙы ул. Яҡын арала солоҡ ҡорттарын – 300, умарталар һанын шул кимәлгә еткереүҙе планлаштырғайны яҡташым. Йүнсел етәкселәрҙе бер урында оҙаҡ эшләтмәйҙәр шул. Күп тә үтмәй, Петровты Оло Тәләк ҡортсолоҡ тәжрибә станцияһына директор итеп үрләттеләр. Бында ла ул егерме йыл эсендә урта урыҫ тоҡомло ҡорттарҙың ишәйеүенә ҙур көс һалды, бурысына яуаплы ҡараны.
“Пенсияға сығып эштән киткәндә, алмашсыма 20 мең ҡорт күсе тапшырғайным, үҙгәртеп ҡороуҙар барышында уны 1 200-гә генә ҡалдырғандар бит”, – тип әсенеп һөйләгәйне һуңғы осрашҡанда. Ул бер ваҡытта ла үҙе өсөн генә йәшәмәне. Ошондай энтузиастар барлыҡҡа килһә, тиҙ арала солоҡсолоҡ шөғөлөн юлға һалыр инек.
Хәбәрсе Исмәғил Яманаев әйтмешләй, берҙәм һәм күмәкләп тотонһаҡ, башҡорт тоҡомло солоҡ ҡорттарын тергеҙеүҙе һәм һаҡлап алып ҡалыуҙы яҡын арала ойоштороп ебәреп була. Капиталистик илдәрҙең системаһында тауарҙарға хаҡ ҡуйыу айырмаһы күп осраҡта көрсөккә табан этәрә. Ҡорттарҙы бутауға табан этәреү ошо формала барлыҡҡа килде.
“Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми- тикшеренеү үҙәге” йәмғиәте, алты рамлыны – алты меңгә, дүрт рамлыны дүрт мең ярымға һатыу буйынса һөйләшеү алып барып, иҫәптәренә аҡса күсергәндәргә майҙың ундарынан һуң ғына тауарҙы килеп алырға ҡуша. Ә Карпат, Кавказ, Ростов, Үзбәкстандың сос эшҡыуарҙары әрһеҙләшеп апрель урталарында уҡ килтереп һата, хаҡы – 3300–3600 һум тирәһе. Пенсия аҡсаһынан һаҡлыҡҡа алып ҡалған һәүәҫкәрҙәр ҙә, кредит алып, үҙмәшғүллек менән шөғөлләнеүселәр ҙә осһоҙораҡ хаҡҡа һәм тауарҙы мөмкин тиклем күберәк алырға тырыша, иртәрәк осҡан ҡорттар күберәк бал йыя тип уйлай. Һөҙөмтәлә, хәҙер урман-яландарыбыҙҙа кәмендә 60-70 процентҡа яҡын көньяҡ климатына яраҡлашҡан ҡорттар оса.
Килеп тыуған һәләкәтле хәлдән сығыу юлы бер – берҙәм эшмәкәрлек алып барып ҡына был бәләнән ҡотолоп буласаҡ. Беренсенән, “Башҡортостандың умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге” йәмғиәте, килем алыу маҡсатында алып барған эшмәкәрлеген үҙгәртһен ине. Күс хаҡын, тегеләрҙең хаҡы менән тигеҙләргә, хатта кәмерәк ҡуйырға тейеш. “Күберәк етештер, башҡаларҙыҡына ҡарағанда осһоҙораҡ һат!” тигән лозунгыны оноторға ярамай. Капиталистар бөлгөнлөккә төшмәҫ өсөн шулай итә. Быларҙан тыш, айырым лидерҙар, инициативалы кешеләр ҙә башҡорт тоҡомло ҡорттарҙың үҫешенә һәм күбәйеүенә минең кеүек ҙур өлөш индерә ала. Күреүегеҙсә, кредитҡа алған аҡсаға улар ҡуйған хаҡҡа 15 умарта һатып алып эш башланым. Әле 4500 һумдан дүрт рамлы 75 ҡорт күсе һатып алыуға килешеү төҙөнөм. Фекерҙәш дуҫтарым менән берлектә, 337500 һумды яҙға тиклем табып түләй алырыма ышанам. Үҙебеҙгә ышанайыҡ, берҙәм булайыҡ, ҡортсолар!
- Зөфәр ТОЛОМҒУЖИН
Бөрйән районы

