Башҡорт донъяһы
2 Ноябрь 2022, 11:00

Башҡорт һылыуҡайҙары – Һамарҙың иң шәп килендәре

Ошо көндәрҙә  «Һамар губернаһының супер-килене» милләт-ара ғаилә конкурсы уҙған. Урындағы «Ләйсән» башҡорт халыҡ ансамбле етәксеһе Рәүҙә Шәймәрҙәнова әйтеүенсә...

Башҡорт һылыуҡайҙары  – Һамарҙың иң шәп килендәреБашҡорт һылыуҡайҙары  – Һамарҙың иң шәп килендәре
Башҡорт һылыуҡайҙары – Һамарҙың иң шәп килендәре

Һамар ҡалаһының «Ләйсән» башҡорт халыҡ ансамбле етәксеһе Рәүҙә Шәймәрҙәнова түбәндәге күркәм яңылыҡ менән бүлеште:  

 

«Ошо көндәрҙә Һамарҙа «Һамар губернаһының супер-килене» милләт-ара ғаилә конкурсы уҙҙы. Сараны Һамар өлкәһенең эске сәйәсәт департаменты, ҡала хакимиәте һәм Һамар өлкәһенең Халыҡтар дуҫлығы йорто ярҙамында «Ак жол» ҡаҙаҡтарҙың милли-мәҙәни автономияһы ойошторҙо.

Конкурс кейәүҙәге ҡатын- ҡыҙҙарҙың матурлығын, һәләттәрен һәм таҫыллыҡтарын асыҡланы. Шарттар  буйынса унда өс йылдан ашыу ғаилә стажы  булған, бер йәки унан күберәк бала тәрбиәләгән кейәүҙәге ҡатын-ҡыҙҙар ғына ҡатнаша алды.  

Бәйгелә рус, ҡаҙаҡ, башҡорт, украин, әрмән, татар милләтенән гүзәл заттар  әүҙем сығыш яһаны. Һылыуҡайҙар милли кейемдәрҙә милли-мәҙәни үҙенсәлектәрҙе  сағылдырған номерҙар менән сығыш яһаны: бейене, йырланы, шиғыр уҡыны, төрлө музыка ҡоралдарында уйнаны.

Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә арналған викторина һорауҙарына яуап биреп, улар үҙҙәренең милли йолалары һәм ғөрөф-ғәҙәттәре тураһында бәйән итте.

Жюри уңған ҡатын-ҡыҙҙарҙың сығышын баһалағандан һуң,  конкурстың ун номинацияндағы еңеүселәрҙе билдәләне. Уларҙың араһында ике башҡорт  ҡыҙы  -  Һамар ҡалаһының «Ләйсән» башҡорт халыҡ ансамблендә ҡатнашыусылар бар. 

Лайыҡлы еңеүҙе Эльвира Ғәлләмова - «Иң нәзәкәтле һылыуҡай» номинацияһында, Лилиә Шәрәфетдинова «Иң ыңғай  һылыуҡай» номинацияһында яуланы», - тип яҙа Рәүҙә ханым.

Фото: Рәүҙә Шәймәрҙәнова.

 

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас