

Асҡын районының ҡуйы урмандары араһында, Сарыс йылғаһы буйында урынлашҡан Солтанбәк ауылында көслө рухлы, уңған, булдыҡлы милләттәштәребеҙ йәшәгәнлеген улар ойошторған төрлө сараларға барған һайын күреп, һоҡланып ҡайтабыҙ.
Күп балалы ғаиләләр һаны буйынса ла, төбәктән сыҡҡан билдәле шәхестәре менән дә, бергәләшеп иманлы тормош алып барыуҙары йәһәтенән дә күптәргә өлгө солтанбәктәр.
Әле иһә, Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан, улар матур видеояҙма төшөргән һәм Мостай Кәримдең үлемһеҙ шиғырына өр-яңы яңғыраш өҫтәгән.
Әйҙәгеҙ, тыңлап ҡарайыҡ!
Фото һәм видео: Ләйсән Суфиянова.